Хангилдин Васиҡ Хәйҙәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хангилдин Васиҡ Хәйҙәр улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 12 май 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Һынны ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 июнь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты‎
Уҡыу йорто Һарытау дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хангилдин Васиҡ Хәйҙәр улы (12 май 1907 йыл15 июнь 1998 йыл) — Башҡортостандың селекция фәненә нигеҙ һалыусы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1992), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1974), профессор (1961), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1963), РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1957). Ленин (1971), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1982) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Васиҡ Хәйҙәр улы Хангилдин 1907 йылдың 12 майында Бүздәк улусының[1] Иҫке Һынны ауылында тыуған.

1931 йылда Һарытау ауыл хужалығы институтын тамамлай һәм артабан Шишмә селекция станцияһында лаборатория мөдире (1939—1949), бүлек мөдире (1949—1960) булып эшләй.

1961 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры, бер үк ваҡытта БАССР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары; Башҡортостан ер эшкәртеү һәм игенселек культуралары ғилми-тикшеренеү институтының Шишмә селекция үҙәгендә лаборатория мөдире булып эшләй (1971—1993).

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хангилдин ғилми эштәренең йүнәлеше: селекция һәм орлоҡ сығарыу. Уның тарафынан ҙур урожайлы Шишмә 171 майлы мәк сорты; тиҙ өлгөрөүсән Шишмә 1, Шишмә 7, Шишмә 8 сортлы кукурузды орлоҡҡа үҫтереү һәм силос өсөн — Шишмә 3, Шишмә 24, Шишмә 26 гибрид сорты, 20-нән ашыу борсаҡ сорты, улар араһында иртә өлгөрөүсән Шишмә, Шишмә 210, Шишмә 229, Шишмә 242 эшкәртелеп табыла.

1970—1993 йылдарҙа Хангилдин етәкселегендә юғары аҡһымлы,ҡойолмай торған орлоҡло борсаҡтың (Дола, Шихан, Шишмә 75, Шишмә 80 , Шишмә 95) сорттарын селекция юлы менән үҫтереп алалар. Мал аҙығына тәғәйенләнгән йәшел массаны һәм орлоҡтоң урожайын күп бирә торған өс сорт — Мелкосемянный 2, Мелкосемянный 3 һәм Ирэндек борсағы булдырыла.

Ғилми баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Республикала кукуруз үҫтереү. Өфө, 1954.
  • Кукуруз. Өфө, 1958.
  • Борсаҡты интенсив технология буйынса үҫтереү. Өфө, 1991.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ленин ордены (1971),
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957, 1966),
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены(1982),
  • СССР миҙалдары;
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1957),
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1963).

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ғалимдың 100 йыллыҡ юбилейына ул эшләгән институт бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
  • Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты сығарған йығылмай торған «Хангилдин иҫтәлегенә» борсаҡ сорты 2010 йылда Госреестрға индерелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]