12 май
Перейти к навигации
Перейти к поиску
12 май — григориан стиле буйынса йылдың 132-се (кәбисә йылында 133-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 233 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 922: Ибн Фаҙлан ҡатнашлығындағы илселектең Волга буйы Болғарына визиты башлана.
- 1951: СССР Министрҙар Советы «СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалын ойоштороу тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә.
- 1951: СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Геология институты ойошторола.
- 1965: Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Өфөлә Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1975: Михаил Шолохов романы буйынса режиссёр Сергей Бондарчук төшөргән «Они сражались за Родину» фильмы СССР экрандарына сыға.
- 1980: СССР-ҙа төшөрөлгән беренсе фильм-катастрофа «Экипаж» ил кинотеатрҙарында күрһәтелә башлай.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Колышев Таис Ғөбәй улы (1925), хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1982 йылдарҙа Салауат ҡалаһының баш архитекторы урынбаҫары — геодезия хеҙмәте начальнигы; 1982—1995 йылдарҙа РСФСР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының Салауаттағы «Роскоммунзапчасть» базаһы директоры; 1998—2005 йылдарҙа ҡаланың Ветерандар советы рәйесе урынбаҫары, 2006—2016 йылдарҙа Салауат ҡалаһының Уҙамандар советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Переволоцк районының Рычковка ауылынан.
- Хазанкин Вениамин Григорьевич (1950), ғалим, мәғариф эшмәкәре. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 1986 йылдан — Өфө авиация институты уҡытыусыһы, 1989 йылдан — Урал төбәк эксперименталь уҡытыу-ғилми комплексы (Өфө) ректоры. Техник фәндәр кандидаты (1980). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2006). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Хазов Валерий Иванович (1950), инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре, 1994 йылдан Туймазы бетон ташыусы машиналар заводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы машина эшләүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Рябиновка ауылынан (хәҙер бөткән).
- Мәғлиев Рәмил Рафаэль улы (1960), рәссам, педагог. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы графигы, 1983 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1996 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хангилдин Васиҡ Хәйҙәр улы (1907—15.06.1998), ғалим-селекционер, дәүләт һәм йәмәғәт хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1974), профессор (1961). РСФСР-ҙың 6-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1957), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1963). Ленин (1971), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1982) ордендары кавалеры.
- Макеева Клавдия Ивановна (1927—4.03.2006), РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
- Әлмөхәмәтова Фирҙәүес Сабирьян ҡыҙы (1947), Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының элекке баш шәфҡәт туташы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
- Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы (1967), ҡурайсы, мәҙәниәт хеҙмәткәре. Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Краснова Зоя Игнатьевна (1938—16.01.2014), «Салаватнефтеоргсинтез» берекмәһенең 1960—1988 йылдарҙағы аппаратсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). РСФСР-ҙың 9-сы саҡырылыш, БАССР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Поповка ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пандиков Геннадий Александрович (1899—10.06.1961), ғалим-терапевт, юғары мәктәп эшмәкәре. 1940—1947 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты директоры. Медицина фәндәре докторы (1957), профессор. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1949), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1939). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1943). Сығышы менән хәҙерге Мари Республикаһы Усолка ауылынан.
- Саттаров Миңлебай Зәйнетдин улы (1929—21.03.2015), хеҙмәт алдынғыһы. 1955—1974 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһе аппратсыһы. КПСС-тың XXIV съезы һәм СССР профсоюздарының XIV съезы делегаты, РСФСР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Салауат ҡалаһының өс саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1971), СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1982), СССР‑ҙың санитария оборонаһы отличнигы (1983).
- Хәмиҙуллин Мөғәллим Мәсәғүт улы (1929), ғалим-агроном. 1961—2007 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968—1982 йылдарҙа кафедра мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1963), профессор (1993). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған агрономы (1980). Йәрмәкәй районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Йәрмәкәй ауылынан.
- Зәйҙуллин Хәмит Вәли улы (1934—23.11.1993), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1946—1990 йылдарҙа Татар АССР-ының Баулы районы «Баулы» совхозында тракторсы, звено етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Сөйәрмәт ауылынан.
- Кацерик Георгий Иванович (1934—26.12.2020), Башҡортостанда тыуып, рус телендә ижад иткән яҙыусы, шағир, тәржемәсе һәм журналист. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Степан Злобин исемендәге әҙәби премия (2007) һәм «Бельские просторы» журналы премияһы лауреаты.
- Гладков Александр Серафимович (1959), спортсы. Грек-рим көрәше буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). «Хеҙмәт резервтары» ирекле спорт йәмғиәтенең Өфө спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 1982—1989 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы ағзаһы. 1980—1986 йылдарҙа РСФСР чемпионы, СССР чемпионаттарының көмөш (1982) һәм бронза (1989) призёры. 1979—1988 йылдарҙа үткән халыҡ-ара турнирҙарҙың күп тапҡыр еңеүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһе Махнёво ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1755: Джованни Баттиста Виотти, Италияның виртуоз скрипкасыһы, Францияла скрипка мәктәбен ойоштороусы.
- 1770: Карл Бистром, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, генерал-адъютант.
- 1790: Йоханнес Карстен Хаух, Дания яҙыусыһы, шағир, тарихи романдар авторы.
- 1820: Флоренс Найтингейл, Британия шәфҡәт туташы, 1853—1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы барышында шәфҡәт туташтары отрядын ойоштороусы һәм уның етәксеһе.
- 1895: Уильям Джиок, АҠШ ғалимы, физик-химик, 1949 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1895: Джидду Кришнамурти, Һиндостан философы, рухани.
- 1900: Хелена Вайгель, Германияның театр актрисаһы, Бертольт Брехттың икенсе ҡатыны.
- 1910: Дороти Ходжкин, Британия ғалимы, химик-биохимик, 1964 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1925: Фрэнк Пирсон, АҠШ сценарисы, кинорежиссёр.
- 1930: Хесус Франко, Испания кинорежиссёры, оператор, актёр, композитор, сценарист.
- 1930: Владимир Ухин, диктор, телетапшырыуҙар алып барыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1982).
- 1936: Марчук Иван Степанович, Украинаның халыҡ рәссамы.
- 1950: Гэбриэл Бирн, Ирландияның театр, кино һәм телевидение актёры.
- 1950: Брюс Бокслейтнер, АҠШ актёры.
- 1960: Роман Моисеев, Рәсәй дирижёры, педагог, йәмәғәт эшмәкәре.
- 1970: Саманта Мэтис, АҠШ-тың кино актрисаһы.
- 1983: Алина Ҡабаева, Рәсәй спортсыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]