Дүшәмбе
Дүшәмбе — аҙнаның йәкшәмбе менән шишәмбе араһындағы беренсе көнө. Фарсы теленән мәғәнәһе — шәмбенән һуң икенсе көн.Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы, дүшәмбе аҙнаның беренсе көнө, ялдан һуң эш аҙнаһы башланған көн һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның өсөнсө көнө.
Башҡа телдәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урыҫ телендә аҙна йәкшәмбе ("воскресенье") менән тамамлана, шуға күрә "понедельник" атамаһы аҙна тамамланғандан һуңғы көн мәғәнәһендә ҡулланыла.
Төрөк телендә pazartesi «баҙар көнөнән һуңғы көн» тигән мәғәнәлә. Уларҙа йәкшәмбе - баҙар көнө.
Боронғо йәһүдилек-христианлыҡта көндәр шәмбенән башланған, шуға күрә: Грек телендә Δευτέρα («икенсе көн (шәмбенән)»), Латин телендә feira segunda, Грузин телендә ორშაბათი (оршабати), тажик телендә душанбе, Башҡорт телендә һәм татар телендә дүшәмбе, әрмән телендә Երկուշաբթի (йеркушабти́), ивритта — «Йом бет».
Дүшәмбегә бәйле мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1919 йылдың 3 сентябрендә Халыҡ комиссариаты Ҡарары менән «тамаша предприятиелары» хеҙмәткәрҙәренең ялы дүшәмбегә күсерелә [1].
Совет космонавтикаһында дүшәмбе башта ябай эш көнө һаналған, әммә 1960 - 1965 йылдар киҫемендә дүшәмбелә 11 осороу авария менән тамамланыуға бәйле 1965 йылдан «юғарынан ҡушыу буйынса» был көн космонавтар өсөн ял тип иғлан ителгән.
Исламда дүшәмбе ураҙа тотоу өсөн ҡулай һанала, сөнки был көндә Мөхәммәт Пәйғәмбәр ураҙа тота торған булған [2]
Дүшәмбе Викимилектә |
Башҡорт исемдәрендә - "дүшәмбе"
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт халҡында баланың ниндәй көндә донъяға килеүенә ҡарап ҡушылған исемдәр булған. Шулар араһында дүшәмбе лә бар - Дүсәмбай, Дүсәмбикә [3]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - Мәскәү, 1993.
- Иранский календарь [2]
- Понедельник [3]
- Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2010. - 229 бит
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Аҙна көндәре |
Дүшәмбе | Шишәмбе | Шаршамбы | Кесаҙна | Йома | Шәмбе | Йәкшәмбе |