Эстәлеккә күсергә

Йәкшәмбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Йәкшәмбе — аҙна эсендә шәмбе менән дүшәмбе араһындағы көн исеме. Мәғәнәһе — фарсы теленән «бер-шәмбе» тип тәржемә ителә[1].

Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы, йәкшәмбе аҙнаның етенсе көнө һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның икенсе көнө.

Йәкшәмбе — ял көнө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәкшәмбе көн Рәсәйҙә — ял көнө. Илдәге һайлауҙар йәкшәмбе көнө үткәрелә.

1930 йылда СССР-ҙа дүрт көн эшләп, бишенсе көнө ял тип иғлан ителә. Һәр эшсегә үҙ ялы бирелә, Биш байрам көнөнән башҡа, дөйөм ялдар бөтөрөлә.[2]

Етештереү күләме түбәнәйеү сәбәпле, 1931 йылдың 1 сентябрендә алты көнлөк эш аҙнаһы иғлан ителә.[2]

1940 йылдың 26 июнендә СССР Юғары Советы указ «Һигеҙ сәғәтлек эш көнөнә, ете көнлөк эш аҙнаһына күсеү һәм эшселәрҙең һәм хеҙмәткәрҙәрҙең предприятиеларҙан һәм учреждениеларҙан үҙ белдегенә китеүен тыйыу тураһында» указ ҡабул ителә, йәкшәмбе йәнә ял көнөнә әүерелә.

1967 йылдың 7 мартынан илдә биш эш көнө һәм ике ял көнө иғлан ителә. Шул ваҡыттан шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре даими ял тип рәсмиләштерелә.[2]

Йәкшәмбе — диндә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Нәсраниҙарҙың йәкшәмбе ғибәҙәте (Конго Демократик Республикаһы )

Күп кенә христиан илдәрендә йәкшәмбе байрам тип һанала, динлеләр был көндә сиркәүгә бара. Күп ерҙәрҙә был көндә эшләргә ярамай тип иҫәпләнелә. Урыҫ теленә был көн «воскресенье» тип ингән, улар инаныуынса, тап аҙнаның ошо көнөндә Ғайса Пәйғәмбәргә яңынан йән ингән[3] Халыҡ телендә «йәкшәмбеләр» тип һөйләшеү бар, был христиан динен тотоусылар тигәнде аңлата .

урыҫ телендә
башҡа телдәрҙә
  • Barnhart, Robert K. The Barnhart Concise Dictionary of Etymology. Harper Collins, 1995. ISBN 0-06-270084-7

Башҡорт исемдәрендә — «йәкшәмбе»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халҡында баланың ниндәй көндә донъяға килеүенә ҡарап ҡушылған исемдәр булған. Шулар араһында йәкшәмбе лә бар, ул фамилияларҙа осрай — Йәкшәмбәт, Йәкшәмбәтов[4]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993.
  • Иранский календарь [3]
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2010. — 229 бит
  1. [1]
  2. 2,0 2,1 2,2 Советское трудовое законодательство
  3. [2] 2013 йыл 4 октябрь архивланған.
  4. Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2010. — 229 бит


Аҙна көндәре
Дүшәмбе | Шишәмбе | Шаршамбы | Кесаҙна | Йома | Шәмбе | Йәкшәмбе