Эстәлеккә күсергә

Йома

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Йома — кесаҙна менән шәмбе араһындағы көн. Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы, йома аҙнаның дүртенсе көнө һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның етенсе көнө.

Исеме ғәрәп теленән килә. Ғәрәпсә «йома-джум’а» — «йыйылыу», «мәжлес» мәғәнәһен аңлата һәм шул көнө ҡылынған Йома намаҙына ишаралай.

Башҡорт халҡында йома көнө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кесе йома (кесаҙна) кисендә ҡояш байығас та, йома башлана һәм ул киләһе көндөң ҡояшы байығансы дауам итә. Шуның өсөн ул «кесе йома» тип атап йөрөтөлә, изге көн һанала.

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә: «Йома — Аллаһ алдындағы иң төп һәм иң бөйөк көн, хатта Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарына ҡарағанда ла өҫтөнөрәк, — тип әйткән. — Уның биш үҙенсәлеге бар: был көндө Әҙәм ғәләйһис-сәләм донъяға яралтыла, йома көндә Аллаһы Тәғәлә уны йәшәргә ергә ебәрә. Әҙәмдең вафат булған көнө лә — йома. Йоманың бер сәғәте бар: шул мәлдә Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһы Унан ни һораһа ла бирә, әгәр кеше хәрәм (тыйылған) нәмә һорамаһа. Аллаһ әмере менән Ахырызаман да йома көндө буласаҡ. Йома көндән ҡурҡмаған бер фәрештә лә, ер ҙә, елдәр, тауҙар һәм диңгеҙҙәр ҙә юҡ».

Йома көн юлға сығыр­ға, йәиһә, бер ниндәй ҙә эш эшләргә ярамай тигән һымағыраҡ тыйыуҙар ҙа һаҡланып килә. Был тыйыу тотош йома көнөнә түгел, ә йома намаҙы (төш мәле) ваҡытына ғына ҡағылышлы һәм уны нин­дәй­ҙер берәй хөрәфәт менән бәйләмәй[1].

Евпаториялағы Йома мәсете

Башҡорттар, башлыса мосолман булараҡ, йома көнө мәсеткә йома намаҙына йөрөй. Йома намаҙы (ғәр.صلاة الجمعة — саләт әл-жумғә) — йома көн төштән һуң, өйлә намаҙы ваҡытында уҡыла торған йәмәғәт намаҙы. Йома намаҙына барыу ир-ат өсөн мотлаҡ.

Мөхәммәт с.ғ.с. хәҙисенән: «Кем дә кем яҡшы итеп тәһәрәт алғандан һуң, йома намаҙына барып, шым ғына хөтбә тыңлаһа, бер йоманан икенсе йомаға тиклем ваҡыт эсендә ҡылынған гонаһтары артығы менән ғәфү ителер».

«Йома» һүҙенең башҡа мәғәнәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халҡында «йома» һүҙе «аҙна» мәғәнәһендә лә йөрөй

« *Минең ҡулда алты һум аҡса, бер йомаға етерлек аҙыҡ бар ине. Т. Йәнәби
  • Хәсән Өфөлә бер йома буйы торҙо. Т. Байышев.
»

[2]

«Йома» һүҙе менән исемдәр, атамалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт исемдәре араһында «Йома» һүҙе менән яһалғандары байтаҡ. Бындай исемдәр йома көн донъяға килгән ир балаға ла, ҡыҙ балаға ла бирелә торған булған: Йомабай, Йомабикә, Йомаш[3]

«Йома мәсете» тип аталған мәсеттәр ҙә бар.

  • Йомаға ҡаршы ямғыр яуһа, аҙна буйы яуа.
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993. — 423 бит
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, «Китап», 2010


  • Иранский календарь [1]
  1. Х. ҒӘЛИӘХМӘТОВ. Йома ни өсөн изге көн? «Йәшлек» гәзите. 12-05-2017
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993. — 423 бит
  3. Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, «Китап», 2010


Аҙна көндәре
Дүшәмбе | Шишәмбе | Шаршамбы | Кесаҙна | Йома | Шәмбе | Йәкшәмбе