Эстәлеккә күсергә

Шәмбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Шәмбе — аҙнаның йома менән йәкшәмбе араһындағы көнө. Йәһүд һәм христиан йолаһы буйынса иң һуңғы (етенсе) аҙна көнө булып тора. Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы ла, шәмбе аҙнаның етенсе көнө һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның беренсе көнө.

Календарҙа шәмбе тотҡан урын

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Етенсе көн («шәмбе») - йәһүдилектә донъя яралтыу тамамланған көн һанала

Йәһүдилектән килгән йола буйынса, шәмбе — аҙнаның һуңғы көнө. Был килешеү Израиль һәм АҠШ-та стандарт булып тора, әммә Европала күптәр уны аҙнаның алтынсы көнө тип һанай. Улар йәкшәмбе көндө аҙна һуңы тип иҫәпләй [1]

Христианлыҡ йолалары көслө булған илдәрҙә шәмбене аҙнаның етенсе көнө тип ҡарауҙы дауам итәләр. Был антик осорҙон һуңғы киҫемендәге инаныстарға ла тап килә, улар аҙна көндәрен ете классик планета менән бәйләгән [2], Ай, Марс, Меркурий, Юпитер, Венера, Сатурн).

Инглиз телле квакерҙар ғәҙәттәгесә шәмбене «етенсе көн» һанай, мәжүсиҙәрҙең — Saturday һүҙен танымай.

Ислам дине тотҡан күпселек ғәрәп илдәре шәмбене аҙнаның беренсе көнө тип һанай.

Илебеҙҙә шәмбе көн традициялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кремлдә 1920 йылдың 1 майында Ленин Владимир Ильич ҡатнашлығында үткәрелгән Бөтә Рәсәй шәмбе өмәһе (субботнигы)

Шәмбе — күпселек илдәрҙә ял көнө.

Урыҫ халҡы был көндө "мунса көнө" тип тә атай

Шәмбе көн бурыс ҡайтарыу йолаһы ла булған. Батша Рәсәйендә мәктәп һәм семинарияларҙа аҙна эсендә эш боҙған уҡыусыларға экзекуцияуткәрелә торған булған, улар субботка тип аталған. Пасх буйынса етенсе аҙнала көньяҡ губернияларҙа киндер сәскәндәр.

Рәсәйҙә һәм элекке СССР илдәренең ҡайһы берҙәрендә совет осоронан (1919 йылдың 10 майынан) шәмбе өмәләре үткәрелеп килә. Был эш түләүһеҙ, ирекмәндәр тарафынан башҡарыла. Ғәҙәттә ул яҙ көнө йәмәғәт урындарында таҙалыҡ булдырыу, төҙөкләндереү, ағастар ултыртыу кеүек эштәр менән үткәрелә.

1967 йылдың 7 мартынан СССР-ҙа ике көн ял иғлан ителә, шәмбе рәсми рәүештә ял көнө булып китә.

Башҡорт халҡында шәмбе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттар, мосолман булараҡ, йоманы аҙнаның етенсе көнө, ә шәмбене беренсе көнө тип һанаған. Дин тотоусылар өсөн был әле лә шулай. Шәмбе көн менән бәйле ҡайһы бер хөрәфәттәр ҙә йәшәп килгән. Халыҡ телендә "шәмбеләр" тигән ғибәрә бар, ул йәһүдилек динендәгеләр тигәнде аңлата

Бөгөн генә йома, иртән - шәмбе,

Береһе көнгә - урыҫ аҙнаһы,

Көндәр юрта шулай бер-бер артлы,

Асыла, ябыла ғүмер ҡапҡаһы.

Ғ. Амантай[3]

  1. ГРАМОТА.РУ — справочно-информационный интернет-портал «Русский язык» 2009 йыл 15 июль архивланған.
  2. Солнце не является планетой
  3. *Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993. - 687-се бит
  • Суббота // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993.
  • Иранский календарь [1]


Аҙна көндәре
Дүшәмбе | Шишәмбе | Шаршамбы | Кесаҙна | Йома | Шәмбе | Йәкшәмбе