Шаршамбы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Шаршамбыаҙнаның шишәмбе менән кесаҙна араһындағы көнө. Фарсы теленән мәғәнәһе — шәмбенән һуң дүртенсе көн.Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы, шаршамбы аҙнаның өсөнсө көнө һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның бишенсе көнө көнө.

«Көл кеүек шаршамбы», Карл Шпицвег картинаһы, 1855—1860 йылдар
Көнбайыш Европала был көн атамаһы Меркурий Йыһан есеменә һәм Гермес илаһҡа бағышлап ҡушылған. Рим статуяһы күсермәһе

Атама аңлатмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ телендә был көн "среда" тип атала, йәғни "урталыҡ", был славяндарҙың 5 көнлөк эш аҙнаһынан сығып бирелгән.

Ҡайһы бер ибраһими диндәрҙә был көн аҙнаның дүртенсе көнө һанала. Португал телендә quarta-feira («дүртенсе көн»), грек телендәΤετάρτη «дүртенсе» генә. ТШул уҡ мәғәнә ғәрәп телендә (أربعاء), ивритта (רביעי - ревии). Әрмән телендә (Չորեքշաբթի — чорекшабти́), грузин телендә (ოთხშაბათი — отхшабати), , тажик телендә (чоршанбе) һәм татар телендә (чәршәмбе) шулай уҡ «шәмбенән дүртенсе көн» тигәнде аңлата.

Шаршамбыға бәйле мәҙәни традициялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1890-сы йылдарҙан 1916 йылға тиклем Мәскәүҙә шаршамбы көндәре әҙәби "Әҙәби шаршамбы" "(Литературный кружок "Среда") тигән түңәрәк эшләп килгән. Унда Викентий Вересаев, Александр Куприн, Иван Бунин, Максим Горький һәм башҡалар килә торған булған. 1905—1907 йылдарҙағы революциянан һуң Ю. А. Бунин етәкселегендә «Йәш шаршамбы» тигән түңәрәк эшләй башлай. Яңы ҡатнашыусыларҙан - Иван Шмелёв, Борис Пильняк, рәссам Аполлинарий Васнецов була.

19051909 йылдарҙа Санкт-Петербургта шаршамбы көндәре Вячеслава Ива́нов фатирында шул замандың күренекле шағирҙары һәм аҡыл эйәләре йыйыла торған булған [1]

Башҡорт исемдәрендә - "шаршамбы"[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халҡында баланың ниндәй көндә донъяға килеүенә ҡарап ҡушылған исемдәр булған. Шулар араһында шаршамбы ла бар, ул ҡатын-ҡыҙ исемендә генә осрай - Шаршамбикә [2]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993.
  • Иранский календарь [1]
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2010. - 229 бит

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. об «ивановских средах» 2017 йыл 30 июнь архивланған.
  2. Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2010. - 229 бит


Аҙна көндәре
Дүшәмбе | Шишәмбе | Шаршамбы | Кесаҙна | Йома | Шәмбе | Йәкшәмбе