2 июль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
2 июль | |
![]() |
2 июль — григориан стиле буйынса йылдың 183-сө көнө (кәбисә йылында 184-се). Йыл аҙағына тиклем 182 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Әзербайжан: Полиция хеҙмәткәрҙәре көнө.
Украина: Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Ҡаҙағстан: Дипломатик хеҙмәт көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1853: Ҡырым һуғышы башлана.
- 1860: Владивосток ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1865: Рәсәй императоры Александр II «Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһын ғәмәлдән сығарыу, башҡорттарҙы хәрби сословиенан граждандар сословиеһына күсереү тураһында положение»ға ҡул ҡуя.
- 1900: Беренсе дирижабль осорола.
- 1900: Парижда 2-се Олимпия уйындары башлана.
- 1910: Мәскәү футбол лигаһының йоштороу йыйылышы була.
- 1970: КПСС-тың сираттағы Пленумы эш башлай, ул «Ауыл хужалығы өлкәһендә партияның сираттағы бурыстары» тигән ҡарар ҡабул итә.
- 1976: Төньяҡ һәм Көньяҡ Вьетнамдың ҡайтанан берләшеүе.
- 1990: КПСС-тың XXVIII съезы үҙ эшен башлай, партия тарихында ул һуңғыһы була.
- 1990: Кушнаренко педагогия училищеһы (2000 йылдан колледж) эш башлай.
- 1994: Йәш экологтарҙың 1-се республика слёты асыла.
- 2010: Баҡалы районында республика «Шәжәрә байрамы» уҙғарыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәләх Кулибай (1910—15.10.1976), яҙыусы, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 1930—1950 йылдарҙа хәҙерге «Башҡортостан» гәзите журналисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945) кавалеры.
- Абдулхаҡ Игебаев (1930—27.09.2016), шағир, 1971—1990 йылдарҙа «Ағиҙел» журналы редакцияһының бүлек мөдире. 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2010); РСФСР-ҙың (1991) һәм Башҡорт АССР-ының (1980) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1990), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1968), Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премияһы (1997) лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2005).
- Мөҡминов Фәрит Хәмзә улы (1955), ғалим-математик. Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1994), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән Күмертау ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Балабанов Борис Васильевич (1942), Өфө автотранспорт колледжының уҡытыусы-ветераны, Рәсәй Федерацияһының почётлы урта һөнәри белем биреү, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
- Линник Виктор Николаевич (1942), педагог-методист, Өфө сәнғәт училищеһының 1987—2001 йылдарҙағы директоры, Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1978) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Әлшәй районы Шафран ауылынан.
- Ҡасимов Рафаил Ғәбделхәй улы (1947), композитор, башҡорт музыка сәнғәтендә симфоник жанрға нигеҙ һалыусы. 1983 йылдан СССР Композиторҙары союзы ағзаһы. Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2010), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004).
- Хафизов Мирсаяф Миәссәр улы (1947), СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, полковник, ике Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» һәм Афғанстан Демократик Республикаһының «Афған йондоҙо» ордендары кавалеры. Сығышы менән Йәрмәкәй районы Иҫке Турай ауылынан.
- Махней Николай Иванович (1957), Өфөләге Урта махсус музыка колледжының баян буйынса уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Мусин Илдар Ғаяз улы (1957), ғалим-социолог, инженер-төҙөүсе, 2001—2012 йылдарҙа Ҡариҙел район хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Социология фәндәре кандидаты (2007).
- Мусин Илдус Ғаяз улы (1957), педагог, 2012—2015 йылдарҙа Ҡариҙел район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тереғолова Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы (1943), ғалим-табип (терапевт, токсиколог, профпатолог), юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1996), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1983).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йәнекәев Ғайса Хәмиҙулла улы (1864—03.1931), уҡытыусы, мәғрифәтсе, этнограф. 1907—1917 йылдарҙа Ҡазан һәм Ырымбур губерналарынан Рәсәй империяһының III һәм IV Дәүләт Думаһы депутаты.
- Мәжитова Флүрә Ғариф ҡыҙы (1934), хеҙмәт ветераны. 1978—1992 йылдарҙа Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Бүребай ауылынан.
- Мор Сергей Ярославович (1969), спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы (1997) һәм атҡаҙанған (1999) спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡарағанды өлкәһе Тимертау ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1489: Томас Кранмер, Британияның реформация дәүере эшмәкәре.
- 1775: Надежда Пушкина (тыумыштан Ганнибал), шағир Александр Сергеевич Пушкиндың әсәһе.
- 1840: Павел Кузьминский, Рәсәй империяһы инженеры, реверслы газ турбинаһын уйлап сығарыусы.
- 1862: Уильям Генри Брэгг, Англия физигы.
- 1877: Герман Гессе, Германия яҙыусыһы.
- 1910: Моррис Коэн, СССР разведчигы, сығышы менән АҠШ-тан, Рәсәй Геройы (үлгәндән һуң).
- 1925: Патрис Лумумба, бойондороҡһоҙ Конго Республикаһының беренсе премьер-министры, илдең милли геройы.
- 1925: Ольга Олейник, СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-математигы, академик (1991).
- 1930: Ия Арепина, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актрисаһы.
- 1935: Сергей Хрущёв, СССР, Рәсәй һәм АҠШ ғалимы, публицист, Никита Сергеевич Хрущёвтың улы.
- 1940: Георгий Иванов, Болгарияның 1-се космонавы, Советтар Союзы һәм Болгария Халыҡ Республикаһы Геройы.
- 1985: Эшли Тисдейл, Америка актрисаһы, йырсы, продюсер.
- 1990: Марго Робби, Австралия актрисаһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1566: Нострадамус, Франция күрәҙәсеһе.
- 1778: Жан Жак Руссо, Франция яҙыусыһы.
- 1961: Эрнест Хемингуэй, Америка яҙыусыһы.
- 1977: Владимир Набоков, Рәсәй империяһы һәм АҠШ яҙыусыһы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]