Тимертау
Тимертау | |
ҡаҙ. Теміртау | |
Герб | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1909 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Теміртау |
Этнохороним | Kazakhe[1] һәм Kazakh[1] |
Дәүләт |
![]() ![]() ![]() |
Административ-территориаль берәмек | Карагандинская область[d] |
Халыҡ һаны | 185 082 кеше (2015)[2] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+6 |
Туғандаш ҡала | Зеница (ҡала) һәм Каменское[d] |
Майҙаны | 296,1 км² |
Почта индексы | 101400 |
Рәсми сайт | temirtau-akimat.kz |
![]() |
Тимертау — (рус. Темирта́у, ҡаҙ. Теміртау) — Ҡаҙағстандағы ҡала, Ҡарағанды өлкәһендә урынлашҡан. 1988 йылдың 20 июленән ҡала ҡарамағына Аҡтау ҡасабаһы инә.
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡаланың атамаһы тәржемәһеҙ ҙә аңлашыла — ҡаҙаҡсанан башҡортсаға «Тимер тауы» тип әйләндерелә. Икенсе популяр атамаһы — « Ҡаҙағстан Магниткаһы». Ҡаланы барлыҡҡа килтереп йәшәткән предприятие — Ҡаҙағстандағы иң ҡеүәтле металлургия производствоһы АО «АрселорМиттал Темиртау» (ArcelorMittal)
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тимертау — өлкә буйһоноуындағы ҡала. Ул республиканың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 1945 йылдың 1 октябрендә элекке Сәмәрҡәнд ҡасабаһы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Ҡаланың һәм уның сәнәғәт объекттарының төҙөлөүе Ҡарағанды күмер бассейнын үҙләштереү осоро менән бәйле.
Яңы барлыҡҡа килә башлаған күмер сәнәғәте электр энергияһына мохтажлыҡ кисерә һәм 1935 йылда ХХ быуат башынан 30 километр алыҫлыҡта йәшәп килгән Сәмәрҡәнд ҡасабаһы янында гидроузел төҙөлә башлай. 3 йылдан уны тамамлайҙар.
1942 йылда ГРЭС-та беренсе турбогенератор файҙаланыуға тапшырыла.
Иң ауыр һуғыш йылдарында, СССР-ҙың күп сәнәғәт райондары оккупацияланған осорҙа, Дәүләт Оборона Комитеты Ҡарағанды ҡалаһы янында металлургия заводы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә.
1944 йылдың 31 декабрендә Ҡаҙағстан металлургия заводы сафҡа инә.
1945 йылдың 1 октябрендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы Президиумы указы менән Сәмәрҡәнд ҡасабаһы Ҡарағанды ҡала яны зонаһы составынан сығарыла һәм Тимертау ҡалаһы тип аталып, үҙаллы ҡала булып үҫешә башлай.
Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәҙерге ваҡытта ҡаланың майҙаны 29610 га тәшкил итә.
- Тимертау ҡалаһы составына Аҡтау ҡала тибындағы ҡасаба инә, унда 6 860 кеше йәшәй. Ҡасаба биләмәһендә өс төҙөлөш материалдары етештереү буйынса предприятие — ТОО «Central Asia Cement», ТОО «Карцемент» һәм ТОО «КЗАЦИ» эшмәкәрлек алып бара.
- Тимертау ҡалаһы үҫешкән инфраструктуралы эре индустриаль үҙәк булып тора. Унда 1662 предприятие эшләй, уларҙың төп өлөшө төҙөлөш менән шөғөлләнә — 386 ойошма, сауҙа өлкәһендә — 323, эшкәртеүсе сәнәғәттә — 183, тау сәнәғәтендә — 9, транспорт һәм элемтә предприятиеларында — 104, электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү өлкәһендә — 12, ауыл хужалығында — 1, башҡалары — 604[3]
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тимертау халҡы һаны [4] | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 1991 | 1999 | 2004 | 2005 | 2006 |
76 725 | ▲166 479 | ▲213 026 | ▼212 382 | ▲213 100 | ▼170 481 | ▼159 812 | ▼159 651 | ▲161 314 |
2007 | 2008 | 2009 | 2010 | 2011 | 2012 | 2013 | 2014 | 2015 |
▲162 567 | ▲163 357 | ▲169 590 | ▲170 903 | ▲172 045 | ▲173 729 | ▲174 103 | ▲175 628 | ▲177 057 |
Милли состав (1 ғинуар, 2014 йыл)[5]:
- урыҫтар — 103 795 кеше (56,86 %)
- ҡаҙаҡтар — 53 290 кеше (29,19 %)
- украиндар — 7 068 кеше (3,87 %)
- немецтар — 4 042 кеше (2,21 %)
- татарҙар — 4 015 кеше (2,20 %)
- корейҙар — 1 705 кеше
- белорустар — 1 587 кеше
- чечендар — 823 кеше
- гректар — 755 кеше
- әзербайжандар — 505 кеше
- үзбәктәр — 485 кеше
- башҡорттар — 467 кеше
- поляктар — 441 кеше
- молдавандар — 347 кеше
- мордвалар — 338 кеше
- сыуаштар — 328 кеше
- литвалар — 182 кеше
- башҡалар — 2378 кеше (1,54 %)
- Йәмғеһе — 182 551 кеше (100,00 %)
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мор Сергей Ярославович (2.07.1969), спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997)[6].
Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тимертауҙың ике туғандаш ҡалаһы бар[7]:
Зеница, Босния һәм Герцеговина
Каменское, Украина
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
- ↑ http://www.stat.gov.kz/getImg?id=ESTAT106643
- ↑ История города Темиртау. Паспорт региона./Информационный портал маслихата города Темиртау 2019 йылдың 5 май көнөндә архивланған.
- ↑ City & town of Kazakhstan (билдәһеҙ). pop-stat.mashke.org. Дата обращения: 29 март 2016.
- ↑ 2014 жылғы мұрағат
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Мор Сергей Ярославович 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2019)
- ↑ Темиртау и его родственники . Темиртау - Город Металлургов. Дата обращения: 27 октябрь 2011. Архивировано 5 февраль 2012 года. 2010 йылдың 14 июль көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Темиртау.kz — твой город, твой сайт. 2012 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған.
- smu2009.kz — Строительно-монтажное управление г. Темиртау. 2013 йылдың 3 декабрь көнөндә архивланған.
- Летопись Темиртау