Ҡарағанды
Ҡала | |||
Караганда ҡаҙ. Қарағанды | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Өлкә | |||
Координаталар | |||
Эске бүленеш | |||
Аким | |||
Нигеҙләнгән | |||
Элекке исеме |
Ак-Тюбе, Актюбинск | ||
Ҡала с | |||
Майҙаны |
550 км² | ||
Бейеклеге |
553 м | ||
Климат тибы |
Континенталь | ||
Халҡы | |||
Тығыҙлығы |
846 кеше/км² | ||
Агломерация |
800 000 (Ҡарағанды-Темиртау) | ||
Милли состав | |||
Конфессиональ составы |
мосолмандар (сөнниҙәр),, христиандар | ||
Сәғәт бүлкәте | |||
Телефон коды |
+7 7212 | ||
Почта индексы |
100000-100030 | ||
Һанлы танытмалар | |||
Рәсми сайт |
karaganda-akimat.gov.kz | ||
Ҡарағанды (ҡаҙ. Қарағанды, рус. Караганда) — Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ҡала. Ҡарағанды өлкәһенең үҙәге.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарағаны - башҡортса "ҡарағай", ҡаҙаҡ Википедияһында "қaрaғaны қaлың өскен жер" - "ҡарағай ҡалын үҫкән ер" тигәндән килеп сыҡҡан тип аңлатыла. Йәғни, башҡортса "Ҡарағайлы" тигән мәғәнә бирә[2]..
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуатта был урында Арғын ҡәбиләһе алтай-ҡарпыҡтарҙың ҡаракә һәм морат тигән аралары йәшәгән[3]. Риүәйәт ителеүенсә, 1833 йылда көтөүсе малай- Байжанов Аппаҡ күмер тапҡан. XIX быуат аҙағында геологик тикшеренеүҙәр үткәрелгән, ә ХХ быуат башында тәүҙә урыҫ сауҙагәрҙәре күмер сығара башлай, аҙаҡ инглиз һәм француз эшҡыуарҙар был эшкә тотона.
1906 йылда Столыпин аграр реформаһы буйынса урыҫ күскенселәре килгәс, беренсе Михайловка ҡасабаһына нигеҙ һалалар, шунан Тихоновка һәм Зелёная балка барлыҡҡа килә. Революциянан һуң, инглиздәр киткәс, күмер сығарыу ваҡытлыса туҡтатыла. Төбәк иһә Рәсәй империяһы Аҡмола өлкәһендә ҡала.
1930 йылда күмер сығарыу әүҙемләшә һәм СССР-ҙан кулак итеп һөрөлгән кешеләр, уларҙың ғаиләләре ваҡытлы торлаҡ төҙөп, яртылаш зимләнкәләрҙә йәшәй башлай. Һуңынан Майҡоҙоҡ, Яңы Тихоновка һәм Пришахтинский ҡасабалары ҡалҡып сыға. Белгестәрҙең һәм эшселәрҙең төп өлөшө шуларҙа урынлаша. Иҫке ҡасабаларҙа ла халыҡ һиҙелерлек арта.
1931 йылдың 20 мартында Ҡаҙағстан Үҙәк башҡарма комитеты ҡарары менән (КазЦИК) Ҡарағанды эшселәр Советы ойошторола. Уның үҙәге Оло Михайловка ауылында була, артабан ул ҡала составына инә. 1931 йылда шахтер ауылы Ҡарағанды эшселәр ҡасабаһы итеп үҙгәртелә.
1934 йылдың 10 февралендә ВЦИК Президиумы менән Ҡарағандыға ҡала статусы бирелә[4].
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән меңдәрсә ҡарағандылар фронтҡа китә.
1950 йылда ҡалала ике һәләкәт була — Ил-12 самолеты ҡыйралып төшә һәм № 4Д заводында шартлау була.
1974 йылда 66 предприятие һәм ойошма, шул иҫәптән 3 разрез һәм 26 шахта «Ҡарағандыуголь» етештерең берекмәһенә берләшә.
СССР тарҡалыуы Ҡаҙағстандың шахтерҙар башҡалаһына ауыр йоғонто яһай, — 1990-сы йылдар XX быуаттың 1920-се революция һәм 1940-сы һуғыш барған йылдарҙан ҡала иң ауыры булып сыға. Күмер сәнәғәте предприятиеларының күп өлөшө етештереүҙән туҡтай.
Бойондороҡһоҙлоҡ алған тәүге йылдарҙағы депрессия әкренләп үтә башлай. 2004 йылда Ҡарағанды үҙенең 70 йәшлек юбилейын ҙур индустриаль, мәҙәни һәм фәнни үҙәк булараҡ, халҡы 427 мең кешегә еткән ҡала булып ҡаршы ала. Ә 2007 йылдың 1 ғинуарынан ҡалала инде 451,8 мең кеше йәшәй [5]. Күмер һаман да ҡаланың традицион сәнәғәт маркаһы булып ҡала. Әммә сеймал йүнәлешенән тыш ҡала сервис-технологик иҡтисадҡа йөҙ тота бара. Бөгөн Ҡарағанды республика сәнәғәтендә күп кенә күрһәткестәр буйынса алдынғы урындарҙы биләй. кеүек Ил, шулай уҡ сит ил инвесторҙарының тотороҡло эше өсөн тигеҙ шарттар тәьмин ителә.
Иҡтисад үҫешә, бәләкәй һәм урта бизнес нығына бара.Ҡарағанды төҙөкләндерелә, киңәйә, матурая[6].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты ҡырҡа континенталь, ҡыш һыуыҡ, йәй уртаса эҫе һәм ҡоро, яуым-төшөм аҙ[7].
- Уртаса йыллыҡ температура — +3,6 °C
- Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм — 332 мм.
- Уртаса йыллыҡ һауа дымлылығы — 65 %.
- Уртаса йыллыҡ ел тиҙлеге — 3,8 м/c.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 6,2 | 6 | 22,1 | 30,6 | 35,6 | 39,1 | 39,6 | 40,2 | 37,4 | 27,6 | 18,9 | 11,5 | 40,2 |
Уртаса максимум, °C | −8,7 | −7,7 | −1,4 | 12 | 20,1 | 25,6 | 26,8 | 25,4 | 19,2 | 10,5 | −0,2 | −6,8 | 9,6 |
Уртаса температура, °C | −12,9 | −12,7 | −6,2 | 5,6 | 13,3 | 18,9 | 20,4 | 18,6 | 12,2 | 4,4 | −4,8 | −11 | 3,8 |
Уртаса минимум, °C | −17,1 | −17,2 | −10,4 | 0,1 | 6,9 | 12,3 | 14,3 | 12,3 | 6,1 | −0,3 | −8,6 | −15,1 | −1,4 |
Абсолют минимум, °C | −41,7 | −41 | −34,7 | −24 | −9,5 | −2,3 | 1,7 | −0,8 | −7,4 | −19,3 | −38 | −42,9 | −42,9 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 21 | 19 | 18 | 22 | 36 | 36 | 41 | 28 | 22 | 35 | 27 | 22 | 332 |
Сығанаҡ: «Погода и климат»[8] |
Һыу ресурстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала биләмәһе аша Бүкпә йылғаһы аға [9] һәм Иртыш — Ҡарағанды каналы тамамлана. Ҡаланың көньяҡ өлөшөндә Федоровка һыуһаҡлағысы урынлашҡан.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарағанды халҡының һаны[10] | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 1991 | 1999 | 2004 | 2005 | 2006 |
397 083 | ▲523 271 | ▲571 877 | ▲613 797 | ▼608 600 | ▼436 864 | ▼428 867 | ▲435 953 | ▲446 139 |
2007 | 2008 | 2009 | 2010 | 2011 | 2012 | 2013 | 2014 | 2015 |
▲453 271 | ▲459 187 | ▲459 778 | ▲465 178 | ▲470 890 | ▲475 370 | ▲478 952 | ▲484 510 | ▲492 162 |
Ҡарағанды халыҡ һаны буйынса өлкәлә беренсе урынды биләй — 496 173[11]Ҡаҙағстанда - дүртенсе (Алматы, Шымкент, Астананан ҡала).
Ҡаҙағстан бойондороҡһоҙлоҡ алғанға тиклем Ҡарағанды ҡалаһы халыҡ һаны буйынса илдә икенсе була.
Милли состав (2018 йыл, 1 ғинуар)[12].:
- ҡаҙаҡтар — 225 238 кеше (44,92 %)
- урыҫтар — 202 989 кеше (40,48 %)
- украиндар — 15 234 кеше (3,04 %)
- татарҙар — 13 262 кеше (2,64 %)
- немецтар — 12 842 кеше (2,56 %)
- корейҙар — 7 496 кеше (1,49 %)
- белорустар — 3 534 кеше (0,70 %)
- чечендар — 2 195 кеше (0,44 %)
- үзбәктәр — 2 040 кеше (0,41 %)
- әзербайжандар — 2 010 кеше (0,40 %)
- поляктар — 1 925 кеше (0,38 %)
- башҡорттар — 1 163 кеше (0,23 %)
- башҡалар — 11 491 кеше (2,29 %)
- Йәмғеһе — 501 419 кеше (100,00 %)
Туғандашг ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сонпхагу, Сеул, Корея Республикаһы
- Каменское, Украина
- Эрак, Иран
- Несебыр, Болгария[13]
- Клуж-Напока, Румыния[14]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://stat.gov.kz/getImg?id=ESTAT230061 2017 йыл 17 август архивланған.
- ↑ Қарағанды 2019 йыл 22 май архивланған.
- ↑ Караганде не семьдесят лет, а сто сорок восемь! | NV.KZ
- ↑ Об утверждении дополнительного списка городов и рабочих поселков Казакской АССР
- ↑ Акимат Караганды. Очерки по истории города 2019 йыл 6 май архивланған.
- ↑ Акимат Караганды. Очерки по истории города 2019 йыл 6 май архивланған.
- ↑ Архив погоды в Караганде за 1936—1995 годы
- ↑ Климат Караганды на сайте «Погода и климат»
- ↑ КАКОЙ БЫТЬ БУКПЕ?(недоступная ссылка)
- ↑ City & town of Kazakhstan (ингл.). pop-stat.mashke.org. Дата обращения: 29 март 2016.
- ↑ Этнодемографический сборник Республики Казахстан 2015. Агентство Республики Казахстан по статистике.
- ↑ Численность населения РК по отдельным этносам 2018г 2019 йыл 27 март архивланған.
- ↑ Несебр и Караганда — стали городами-побратимами
- ↑ Караганда и румынский город Клуж-Напока стали побратимами 2017 йыл 8 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Акимат Караганды. Очерки по истории города 2019 йыл 6 май архивланған.
- Караганда на WikiMapia — аннотированные спутниковые снимки
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бараг Т. Я. Караганда. — М.: Государственное издательство архитектуры и градостроительства, 1950. Архивная копия от 27 сентябрь 2007 на Wayback Machine
- Караганда. Карагандинская область: Энциклопедия / Гл. ред. Нургалиев Р. Н.. — Алма-Ата, 1986. — 608 с.