Мордвалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Мордвалар
Sviyazov. Tjushtaenj.jpg Puresh.jpg Portrait of admiral N.S.Mordvinov by Alexander Varnek, 1810s-1820s.jpg Vasily Klyuchevsky 1893.jpg

60px Oleg Maskaev.jpg Sergey Kirdyapkin at Russian 2012 olympians.jpg 60px
1-се рәт: ТюштянПурешНиколай МордвиновВасилий Ключевский

2-се рәт: Василий ШукшинМаскаев ОлегСергей КирдяпкинМихаил Девятаев
Үҙ атамаһы

моҡш.мокшет, әрҙ.эрзят

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 800 000
Рәсәй Рәсәй:
    744 237 (халыҡ иҫәбен алыу 2010)[1][2]

Мордовия Мордовия:
    333 112 (2010 й.)[1]
Башҡортостан Башҡортостан:
    20 300 (2010 й.)[1]
Татарстан Татарстан:
    19 156 (2010 й.)[1]
Украина Украина:
     9 331 (халыҡ иҫәбен алыу 2001)[3][4]
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан:
    8 013 (халыҡ иҫәбен алыу 2009)[5][6]
Үзбәкстан Үзбәкстан:
     5 000 (2000 й., билдә)[7]
Ҡырғыҙстан Ҡырғыҙстан:
     1 513 (халыҡ иҫәбен алыу 1999)[8]
Беларусь Беларусь
     877 (халыҡ иҫәбен алыу 2009)[9]
Эстония Эстония:
     562 (халыҡ иҫәбен алыу 2000)[10]
Латвия Латвия:
     392 (билдә 2011)[11]

Дин

Мәжүсилек, православие

Раса тибы

Европеоид расаһы

Халыҡ

фин-уйғур телдәре

Туғандаш халыҡтар

марыйҙар, меря, мурома

Этник төркөм

эрзя, мокша

Мордвалар (моҡш. мокшет, әрҙ. эрзят) — Мордовия Республикаһының төп халҡы. Рәсәйҙә 800 мең кеше, шул иҫәптән Мордовияла 333 мең кеше, Башҡортостанда 20 мең кеше.

Айырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мордвалар Волга-Урал төбәктә. Бөтө Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2010 йыл

Мордвалар (әрҙәләр һәм мокшалар) Мордовияның төп халҡы. Дөйөм иҫәбе 800 мең кеше, шул иҫәптән Мордовияла — 333 112 (әрҙәләр һәм мокшалар) кеше. Күп һанлы мордвалар төркөмдәре Рәсәй Федерацияһында: Һамар өлкәһендә 65 447 кеше (2010 й.), Пенза өлкәһендә 54 703 (2010 й.), Ырымбур өлкәһендә 38 682 кеше (2010 й.), Ульяновск өлкәһендә 38 977 (2010 й.), Түбәнге Новгород өлкәһендә 19 138 кеше (2010 й.), Мәскәү өлкәһендә 18 678 (2010 й.) һәм Мәскәү 17 095 (2010 й.). Шулай уҡ мордвалар төркөмдәре Башҡортостанда 20 300 кеше (2010 й.), Татарстанда 19 156 кеше (2010 й.), Украинала 9 331 кеше (2001 й.), Ҡаҙағстанда 8 013 кеше (2009 й.), Үзбәкстанда 5 000 кеше, Ҡырғыҙстанда 1 513 кеше), Беларусьтә 877 кеше (2009 й.), Эстонияла 562 (2000 й.), һәм Латвияла 392 кеше (2011 й.) илдәрендә бар.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мордва ҡыҙы. XVIII быуат аҙағында.

Мордваларҙың һан иҫәбе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мордвалар һаны 1989 йылда РСФСР‑ҙа — 1072,9 мең, Мордва АССР‑ында — 313,4 мең; 2002 йылда Рәсәйҙә — 843,4 мең, Мордовия Республикаһы — 283,9 мең, ошоға ярашлы 2010 йылда — 744,2 мең һәм 333,1 мең кеше.

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса мордваларҙың (әрҙәләр һәм мокшалар) һан иҫәбе (кеше)
1926 1937 1939 1959 1970 1979 1989 2002 2010
Советтар Союзы 1 340 415 1 249 000 1 456 330 1 285 116 1 262 670 1 191 765 1 153 987 - -
Рәсәй (РСФСР) 1 334 700 - - - - - - 843 350 744 237
Мордовия Республикаһы (Мордва АССР‑ы) - - 405 031 357 978 364 689 338 898 313 420 283 861 333 112
Башҡортостан Республикаһы (Башҡорт АССР‑ы) 49 813 - 57 826 43 582 - 35 900 31 923 26 020 20 300

Хужалығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Игенселек мордвалар хужалығының төп тармағы булған: арыш, һоло, бойҙай, арпа, борсаҡ, тары, етен, киндер үҫтергәндәр. Игенселек ҡоралдарынан һуҡа, һабан, ағас тырма, ураҡ булған. Малсылыҡ, йәшелсә үҫтереү, умартасылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ ярҙамсы роль уйнаған; шулай уҡ сауҙа эше, төрлө кәсептәр м‑н шөғөлләнгәндәр.

Кейеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әрҙә ҡатын-ҡыҙ кейеме
Мокша ҡатын-ҡыҙ кейеме

Мордваларҙың традицион ҡатын-ҡыҙ кейеме (Дыуан районының Михайловка ауылы). Мордваларҙың традицион кейеме сигелгән биҙәктәрҙең (нигеҙҙә ҡара, күк, сем ҡыҙыл, һары һәм йәшел төҫтәге ептәр ҡулланылған) күплеге менән айырылып торған. Ҡатын-ҡыҙ кейеме мул күлдәктән (панар, паля, покой), кешмир, сатин йә ситса туҡыманан тегелгән тура сарафандан һәм алъяпҡыстан торған. Күлдәкте туҡылған суҡлы һәм сулпылы билбау, таҫтамал (кеска руцят) бәйләп, тар ҡайыштар йә бау (муҡшыларҙа), киндер туҡыма (пулокаркс) менән быуғандар, сигеү, уҡа, семәрле тимер тәңкәләр (эрзяларҙа) менән биҙәгәндәр. Мордва ҡатын-ҡыҙы биҙәүесе (пулай). Башҡортостан Республикаһы Милли музейы Ҡатын-ҡыҙ яулыҡ, шәл, сигеү, сәйлән менән биҙәлгән һәм арҡалығы (эрзяларҙа) оҙон булып төшөп торған, бейек киндер кәпәс (сорока); сигеү, сәйлән менән биҙәлгән (муҡшыларҙа) трапеция рәүешендәге (панга) баулы башлыҡ, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар — сигеү, сәйлән, уҡа менән биҙәлгән ҡашмау, яһалма сәскәләрҙән һәм муйынсаҡтарҙан эшләнгән таж кейгән.

Мордваларҙың традицион ҡатын-ҡыҙ кейеме. Археология һәм этнография музейы, Өфө Ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыл сафьян менән биҙәлгән, осло башлы бөрмәле күн итек (муҡшыларҙа — кемот, эрзяларҙа — кемть) кейгән. Традицион биҙәүестәргә сәйләндән һәм тәңкәләрҙән (муҡшыларҙа) эшләнгән түшелдерек, күлдәк иҙеүе өсөн ҡаптырмалар (сюлгам, сюлгамо), муйынсаҡтар, һырғалар, беләҙектәр, балдаҡтар, сикә сулпылары, янбаш биллеге (пулай, пулагай) инә. Традицион ир-егет кейеме яғаһыҙ, иҙеүе ҡыя уйылған, мул итеп беселгән күлдәктән (панар) һәм баҫа киндер йә етендән, күберәк ҡыҙыл, ал ҡыҙыл һәм күк төҫ ҡушылған сыбар туҡыманан тегелгән ыштандарҙан (понкст) торған. Өҫ кейеме ҡулдан һуғылған буҫтау сумань һәм сапан, һарыҡ тиреһенән тегелгән тун һәм толоп булған. Ир-егет башына кейеҙ эшләпә, йәнлек тиреһенән тегелгән бүрек, картуз кейгән. Үҙенә генә хас ҡыя үрелгән, алғы яғы трапеция рәүешендәге, ике яҡтан һәм арттан элмәкле һай сабата (муҡшыларҙа — карьхть, эрзяларҙа — карть) мордва кейеменең үҙенсәлеге булған.

Аш-һыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мордваларҙың традицион аш-һыуы игенселек м‑н табылған аҙыҡ-түлекте файҙаланыуға нигеҙләнгән. Тары ярмаһынан, яҫы борсаҡтан, борсаҡтан шыйыҡ бутҡа бешергәндәр, әсе икмәк, ҡоймаҡ, төрлө эслек һалынған бәлештәр әҙерләгәндәр; һөт аҙыҡтарынан май, ҡаймаҡ, сыр, эремсек ҡулланғандар. Итте башлыса бешереп ашағандар. Балыҡ ашамлыҡтары киң таралған, һыйыр, балыҡ, ҡош итен бергә һалып бешереү осраған. Киң ҡулланылған эсемлектәргә кеүәҫ, әсетелгән һөт, ҡайын һуты ингән; иҫерткес эсемлектәрҙе балдан (пуре), арыш ононан йә шәкәр сөгөлдөрөнән (поза) әҙерләгәндәр. Йола ашамлыҡтарына һөтлө тары бутҡаһы, әсе арыш ҡамырынан йә бойҙай ононан бешерелгән ҡатлаулы эслек һалынған бәлеш (лукш), эремсекле бәлештәр, “сәләмәтлек икмәге” (шумбра кши) һәм башҡалар ингән.

Ғаилә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мордваларҙың ғаилә-никах мөнәсәбәттәрендә традицион һыҙаттар һаҡланған: XIX быуат аҙағында тиклем ҙур ғаилә булып йәшәү өҫтөнлөк алған, ғаилә тормошонда патриархаль традициялар һаҡланған, полигамия булған; ғаилә башлығы (муҡшыларҙа — кудазор, эрзяларҙа — поштя) булып, ҡағиҙә булараҡ, иң өлкән ир торған. Традицион рухи мәҙәниәттә христиан диненә тиклемге дини инаныуҙар, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡланған. Ҡатын-ҡыҙ затындағы аллаларҙың күплеге мордваларҙың традицион табыныуҙарының үҙенсәлеге булып тора: ел аллаһы (Варма-ава), һыу аллаһы (Ведь-ава), урман аллаһы (Вирь-ава), ер аллаһы (Мода-ава) һәм башҡалар. Ир заты образындағы аллалар (Варма-атя, Ведь-атя, Вирь-атя, Мода-атя һәм башҡалар) ҡатын-ҡыҙ аллаларының ирҙәре тип һаналған. Һуңыраҡ уртаҡ юғары аллаға табыныу барлыҡҡа килгән (муҡшыларҙа — Шкай, эрзяларҙа — Нишке). Аллалар хөрмәтенә, уларҙың йәшәү урындарында (урман, ялан, торлаҡ, хужалыҡ ҡаралтыларында, йылға ярында) бергәләп һәм ғаилә м‑н ғибәҙәт ҡылғандар (озкст). Ауыл хужалығы эштәренә бәйле йолаларға мөһим урын бирелгән: һабанға төшөү (кереть озкс), малды тәүләп көтөүгә сығарыу (лив темасоавтома озкс) һәм башҡалар. Ата-баба культы ерләү йолаларында күҙәтелгән.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мордваларҙың традицион торамалары (веленя, веле) йылға буйҙарында урынлашҡан һәм күберәк линиялы (эрзяларҙа) йәки өйкөм (муҡшыларҙа) планировкалы булған. Торлаҡтар тәпәш нигеҙле 1, 2, 3 камералы бурап яһалған өйҙәрҙән, шулай уҡ саман йә балсыҡ йорттарҙан ғибәрәт. Ауыҙы алғы яҡ стенаға ҡаратып сығарылған мейес (өйҙөң берәй мөйөшөндә, ишек эргәһендә) традицион интерьерҙың төп элементы булған; иң түрҙә мейескә диагональ йүнәлештә өҫтәл торған; стеналар буйында эскәмйәләр (ишеккә яҡын торғаны ат башы рәүешендә юнып эшләнгән вертикаль таҡта менән тамамланған (коник ланга)), һәндерәләр, һикеләр урын алған. Мейес эргәһенә һауыт-һаба өсөн шкафтар (потмар) ҡуйылған, стенала ағастан йә тал сыбыҡтарынан үрелгән, туҙҙан эшләнгән ҡалаҡ һалғыс (пенчкерь) эленгән. Ихатала аҙбар, ырҙын табағы, келәт (кудо; ул изге һаналған), мунса, уның эргәһендә — аҙыҡ-түлек һаҡлай торған ярым ер өй (виход) рәүешендә баҙ булған.

Музыка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мордваларҙың музыкаль фольклоры күп төрлө: эпик, лирик, әйлән-бәйлән йырҙары, туйҙа сеңләү, мәрхүмде иҫкә алып һыҡтау киң таралған; күп тауышлы хор менән йырлау уникаль иҫәпләнә. Халыҡ музыкаль ҡоралдары: ике яғынан эсе ҡыуыш ике ҡамыш торба беркетелгән кларнет (нюди, нудей), волынкалар (фам, пувама) һәм башҡалар.

Байрамдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дингә ышаныусылар - православие һәм мәжүсилек.

Теле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге мордва теле Мокша һәм Эрзя субэтностарына бүленә. Яҙмаһы — кирилл әлифбаһы. Мокша һәм эрзя телдәре менән бер рәттән Мордовия республикаһында дәүләт теле булып һанала.

Башҡортостанҙың мордвалар тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостанда Мордва милли-мәҙәни автономияһы, «Фёдоровка ауылы» мордва тарихи-мәҙәни үҙәге, Фёдоровка районының Фёдоровка ауылында мордва халҡын хеҙмәтләндереү буйынса база китапханаһы эшләй, фольклор коллективтары («Эрзяночка» халыҡ ансамбле, «Огоньки» балалар бейеү ансамбле һәм башҡалар) ойошторолған, мордваларҙың милли байрамдары үткәрелә, күп кенә мәктәптәрҙә мордва теле уҡытыла.

Мордвалар Башҡортостанға күпләп күсеп ултырыу осоро Яңы Кама аръяғы сик һыҙығы (Кама аръяғы сик һыҙығы) төҙөлгәндән һәм башҡорт ерҙәрен һатып алыуҙы рөхсәт иткән указ (1736 йыл 11 февраль) сыҡҡандан һуң башлана, бигерәк тә XIX быуат 2‑се яртыһында актив бара (Күскенселек хәрәкәте). 1740 йылда Өфө провинцияһының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә беренсе мордва ауылы — Каменкаға (хәҙәрге Башҡортостандың Бишбүләк районы) нигеҙ һалына. Өфө губернаһында мордва халҡы Бәләбәй өйәҙендә, Стәрлетамаҡ өйәҙендә, Ырымбур губернаһында Ырымбур һәм Орск өйәҙҙәрендә тупланып йәшәгән. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, мордва халҡының һаны 1897 йылда Өфө губернаһында — 37,3 мең, Ырымбур губернаһында — 38,4 мең, 1939 йылда БАССР‑ҙа 57,8 мең кеше тәшкил итә.

Башҡортостанда мордваларҙың һан иҫәбе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

БАССР‑ҙа мордвалар һаны 31,9 мең, 2002 йылда Башҡортостанда — 26 мең, 2010 йылда — 20,3 мең кеше тәшкил итә. 2010 йылда мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда күберәк Стәрлетамаҡ (4,1 мең кеше), Өфө (2,7 мең), Салауат (1,2 мең), Октябрьский (818), Бәләбәй ҡалаларҙа һәм Бәләбәй районында (1,7 мең), Башҡортостандың Фёдоровка (2,3 мең), Бишбүләк (934), Стәрлетамаҡ (803), Шишмә (779), Йәрмәкәй (575), Өфө (520) райондарында тупланып йәшәй. Мордвалар күбеһе урыҫ телендә, ҡайһылары мордва телендә (эрзя һәм муҡшы) һөйләшә. Диндарҙарҙың төп өлөшө православие динен тота. Мордва этносы эрзя һәм муҡшы субэтносына, шулай уҡ ҡаратай һәм шоҡша этнографик төркөмдәренә айырыла; Башҡортостандағы мордва халҡының күпселеге — эрзя.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мурзабулатов М. В. Мордовское население Башкортостана: исслед. и материалы. Өфө, 1995;
  • Щербаков А. С. Мордовское население Башкортостана: очерк современных этнических процессов. Өфө, 2005.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]