Фёдоровка районы (Башҡортостан)
Фёдоровка районы рус. Фёдоровский район | |
---|---|
Ил | Рәсәй |
Статус | Муниципаль район |
Төбәк | Башҡортостан |
Эске бүленеш | 14 ауыл биләмәһе |
Административ үҙәге | Фёдоровка ауылы |
Халыҡ һаны | 19541 кеше |
Халыҡ тығыҙлығы | {{{density}}} |
Майҙаны | 1691 км² |
Сәғәт бүлкәте | MSK +2 |
Автомобиль коды | 02, 102 |
Фёдоровка районы (рус. Фёдоровский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Фёдоровка ауылы. Районда 19541 кеше йәшәй.
Географик белешмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район территорияһы Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ-көнсығыш яғында урынлашҡан. Шул төбәктә Дим, Ашҡаҙар һәм Сүхәйле йылғалары баш ала. Улар Федоровка һәм тағы бер нисә район аша ағып,Ағиҙелгә барып ҡушыла.
Районда кирбес һуғыу, юл һалыу өсөн сеймал — ҡомташ бар.
Ауыл хужалығы ҡулланылышындағы ерҙәр — 136,2 мең гектар, шуларҙан 91,3 мең — баҫыуҙар, 7,9 — сабынлыҡтар, 36,9 — көтөүлектәр. Хужалыҡтар арыш, бойҙай, һоло, арпа, борсаҡ, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш һәм башҡа техник культуралар, мал аҙығы үҫтерә. Малсылыҡ — ит-һөт тармағы һәм сусҡасылыҡтан ғибәрәт.
Тарихи белешмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Федоровка районы 1935 йылда ойошторолған.
Демографик хәл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район халҡының милли составы
Милләт | 1970 йән иҫәбе | 1989 йән иҫәбе | 2002 йән иҫәбе |
татарҙар | 9 924 / 32,5 % | 6 895 / 35 % | 6 527 / 33,2 % |
урыҫтар | 4 452 / 22,6 % | ||
башҡорттар | 3 097 / 11,3 % | 2 772 / 14 % | 3 476 / 17,7 % |
сыуаштар | 2 404 / 12,2 % | ||
мордвалар | 2 332 / 11,9 % |
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Федоровка районының ере — ҡара тупраҡлы. Районда 24 ауыл хужалығы предприятиеһы, 136 игенсе-фермерлыҡ хужалығы һәм 7150 шәхси ярҙамсы хужалыҡ. 25 мең гектарҙы — иген культуралары, 4,5 мең гектары көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙары биләй[20]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдюшев Хәбибулла Бәхтигәрәй улы — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Аҡсурин Рәдиф Ғәли улы — көрәш буйынса донъя чемпионы.
- Антошкин Николай Тимофеевич (19.12.1942—17.01.2021) — Советтар Союзы Геройы.
- Афанасьев Фёдор Игнатьевич (24.03.1969), хужалыҡ эшмәкәре. «Башҡортостан сода компанияһы» йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары. Башҡортостандың атҡаҙанған химигы. Үрге Алаштан ауылынан[21].
- Бакланов Пётр Яковлевич — экономик-географ, РФА академигы.
- Казанин Геннадий Семёнович — ғалим-геофизик, Арктик диңгеҙ геология разведкаһы экспедицияһының (МАГЭ) генераль директоры[22].
- Ҡашаев Әнүәр Шакир улы (22.03.1949), рәссам. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010). Аҡбулат ауылынан.
- Мусин Сәфәр Ғайсар улы (5.11.1948), хеҙмәт ветераны, 1965—2007 йылдарҙа «Салаватстрой» төҙөлөш тресының балта оҫтаһы, ташсыһы, мастеры (1995 йылдан). Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1975, 1977, 1986). Райондың почётлы гражданы. Фёдоровка ауылынан.
- Хәбибуллин Рәйес Рәхмәтулла улы (27.12.1938—28.07.2012), ғалим-инженер-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1994). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1976, 1979). Балыҡлы ауылынан[23].
- Шергенг Наталия Алексеевна (20.01.1959), ғалим-философ, юғары мәктәп эшмәкәре. 2003—2006 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса, 2006—2012 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Философия фәндәре докторы (2003), профессор (2008). Бала Сытырман ауылынан[24].
- Әмиров Марс Басыр улы (2.02.1939—10.02.2010), ғалим-агроном, хужалыҡ эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1966—2002 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1992), профессор (1995). Балыҡлы ауылынан[25].
- Әхмәров Ғәбит Абдулла улы (24.02.1921—11.04.1996), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
Матбуғат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда башҡортса «Ашҡаҙар таңдары» гәзите, татарса «Ашкадар таңнары», урыҫса «Ашкадарские зори» гәзиттәре сығарыла[26]
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район аша Стәрлебаш — Федоровка — Мәләүез, Федоровка — Стәрлетамаҡ, Федоровка — Дедово — Ермолаевка автомобиль юлдары уҙа.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Нәтиҗәле идарә — үсешнең иң мөһим шарты(недоступная ссылка)
- ↑ Руководство АО «Башкирская содовая компания». Официальный сайт АО «Башкирская содовая компания»(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 21 март 2019)
- ↑ Рустэм Хамитов наградил геофизика Геннадия Казанина орденом Салавата Юлаева. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 24 июль 2018 йыл (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Хәбибуллин Рәйес Рәхмәтулла улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Шергенг Наталия Алексеевна(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Әмиров Марс Басыр улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2019)
- ↑ Гәзит сайты 2014 йыл 16 июль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фёдоровка районы (Башҡортостан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 март 2021)