Иҫке Сытырман
Иҫке Сытырман | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Бала-Сытырман ауыл Советы (Фёдоровка районы) |
Халыҡ һаны |
302 кеше (2002)[1], 302 кеше (2009)[1], 291 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453295 |
Иҫке Сытырман (рус. Старый Четырман) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл. Бала Сытырман ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 291 кеше[3]. Почта индексы — 453295, ОКАТО коды — 80254805006.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Фёдоровка): 25 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Бала Сытырман): 2 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 44 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Сытырман ауылы (халыҡ телендә Оло Сытырман) Юрматы улусының Тәтегәс түбәһенә ҡараған. Беренсе тапҡыр урыҫ документтарында 1638 йылда иҫкә алына[4]. Шәжәрә буйынса, ауылға Тәтегәс бейҙең ейәне Кинйәбай нигеҙ һала[5]. Ауыл халҡы XVIII быуатта Мерәҫ ауылына (әле Ырымбур өлкәһе Новосергиев районына ҡарай), XIX быуат башында Бала Сытырман ауылына нигеҙ һала. 1791 йылда мәсет, 1813 йылда мәҙрәсә асыла. Кантон осоронда ауыл 7-се Башҡорт кантонының (1847 - 1855 йылдарҙа - 8-се кантон) 21 йортона, 1863 йылдан Сытырман (Бала Сытырман) улусына ҡарай, 1930 йылдан Ҡарағош (Стәрлебаш), 1935 йылдан Федоровка районына инә. Ауыл шәжәрәһе һаҡланған[6]. 1957 йылда Салауат исемендәге колхоз Пугачевский совхозына инә.
1794 йылда үткәрелгән V Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Иҫке Сытырман ауылындағы 55 ихатала 280 кеше йәшәүе теркәлә. 1859 йылда ауылда 100 ихата була һәм уларҙа 284 ир-егет һәм 334 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. 1920 йылда совет осоронда үткәрелгән тәүге халыҡ иҫәбен алыу материалдарында ихаталар һанының үҙгәрмәүе күренә, әммә халыҡ һаны 417 кешегә тиклем кәмей (200 ир-егет һәм 217 ҡатын-ҡыҙ)[7].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 291 | 138 | 153 | 47,4 | 52,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡ. Ә. Ғөбәйҙуллин
- В. А. Иҫәнғолов
- Иҫәнғолов Шамил Наил улы (1977) — тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты (2006).
- Әхмәров Ғәбит Абдулла улы (24.02.1921—11.04.1996), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Хисамитдинова Ф.Г. Башкирская ойконимия XVI-XIX вв. Уфа, 1991. С. 205.
- ↑ Сөйәрғолов Н. Мин — егерме дүртенсе быуын // Ағиҙел. 2002. № 7. 181-се б.
- ↑ Башкирские шежере. Уфа, 1960. С. 36-49; Башкирские родословные. Вып. 1. Уфа, 2002. С. 43-50.
- ↑ Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 192. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫке Сытырман // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 20 февраль 2019)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 199. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |