Әхмәров Ғәбит Абдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәров Ғәбит Абдулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 24 февраль 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Сытырман, Бала-Сытырман ауыл Советы (Фёдоровка районы), Федоровка районы
Вафат булған көнө 11 апрель 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Федоровка районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Башҡортостан Республикаhы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы

Әхмәров Ғәбит Абдулла улы (24 февраль 1921 йыл — 11 апрель 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты[1]. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәбит Абдулла улы Әхмәров 1921 йылдың 24 февралендә АСБР-ҙың Юрматы кантоны Иҫке Сытырман ауылында тыуған. Белеме — тулы булмаған урта. 1936—1941 йылдарҙа «Салауат» колхозында эшләй, һуңынан — Федоровка районы Юлдаш башланғыс мәктәбендә — уҡытыусы.

1941 йылда үҙ ирке менән Башҡорт АССР-ының Федоровка военкоматы аша һуғышҡа китә. 1942 йылдан — ғәмәлдәге армияла. 1945 йылда Ғ. Әхмәров Тамбов кавалерия училищеһын тамамлай. 1945 йылдың ноябренән лейтенант Әхмәров — запаста.

Фёдоровка районында Эске эштәр министрлығы район бүлегенең участка инспекторы булып эшләй, артабан — «Салауат» Пушкин исемендәге колхоздары рәйесе, Бала-Сытырман ауыл Советы рәйесе булып эшләй, шулай уҡ «Пугачев» совхозында.

1996 йылдың 11 сентябрендә вафат була. Башҡортостандың Фёдоровка районы Иҫке Сытырман ауылында ерләнгән.

Батырлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

62-се гвардия кавалерия полкының 45 миллиметрлы орудиелар батареһының ут взводы командиры ярҙамсыһы ((Үҙәк фронт, 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) гвардия өлкән сержанты Әхмәров Ғәбит Чернигов өлкәһендәге (Украина) алыштарҙа айырыуса ҡаһарманлыҡтар күрһәтә, бының хаҡта наградлау документтарында ошолай яҙыла[2]:

«Клочково тораҡ пункты (Чернигов өлкәһенең Городнянск районы) тирәһендәге алышта һөжүм иткән подразделениеларға дошмандың көслө пулемёт-миномёт уты алып барыла, бер үк ваҡытта яҡшы йәшерелгән дошман бронемашинаһынан да интенсив ут алып барыла. Алға китеш ауырлаштырыла. Гвардия өлкән сержанты Әхмәров, 45-миллиметрлыҡ пушканы асыҡ позицияға сығарып, беренсе атыуҙан уҡ бронемашинаны юҡ итә һәм пулемёт расчетын ҡыйрата һәм шуның менән полктың хәрби частарының алға китешен тәьмин итә. 1943 йылдың 21 сентябрендәге „1 Май“ совхозы өсөн алыштарҙа дошман танкыларҙың һәм үҙ йөрөшлө пушкаларҙың ярҙамында көслө миномёттарға ҡаршы уты менән һөжүм итеүен һәм беҙҙең частарҙы алға китешен тотҡарларға тырыша. Әхмәров, 45 миллиметрлыҡ пушканы уңайлы урында ҡуйып алып, дошмандың дауыллы утына ҡарамаҫтан, бер нисә атыу менән бер үҙ йөрөшлө „фердинанд“ пушкаһын һәм бер урта танкын ҡыйрата һәм шуның менән частарҙың хәрби бурысты үтәү өсөн алға китешен тәьмин итә.

1943 йылдың 22 сентябренә ҡараған төндә Ивашково ауылы өсөн алышта дошман „тигр“ төрөндәге 3 танкы һәм 2 урта танкы һәм үҙйөрөшлө пушка ярҙамында подразделениеларҙың алға китешен тотҡарларға маташа. Әхмәров, сыҙамлыылҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, танкыларҙы һәм үҙйөрөшлө пушканы яҡын арауыҡҡа индерә һәм уларҙы утҡа тота. Һөҙөмтәлә 1 үҙйөрөшлө пушка һәм 1 урта танкы яндырыла, ә ҡалғандары кире борола…»

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 9 февралендәге Указына ярашлы гвардия өлкән сержанты Әхмәров Ғәбит Абдулла улына «Советтар Союзы Геройы» тигән маҡтаулы исем бирелә һәм уға «Алтын Йондоҙ» миҙалы (3024-се) һәм Ленин ордены тапшырыла[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғ. А. Әхмәровтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Должность и воинское звание на дату представления к присвоению звания Героя Советского Союза
  2. 2,0 2,1 2,2 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 23/3, л. 6/360, 361)
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза офицерскому и сержантскому составу артиллерии Красной Армии» от 9 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 24 февраля (№ 11 (271)). — С. 1
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]