Башҡортостан Республикаһының Милли музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡортостан Республикаһының Милли музейы
Музей бинаһы
Музей бинаһы
Асылған ваҡыты 1864
Урынлашыуы Башҡортостан, Өфө, Совет ур., 14
Директор Вәлиуллин Ғәли Фәйзрахман улы
Сайт museumrb.ru
Логотип Викисклада Башҡортостан Республикаһының Милли музейы Викимилектә

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы — Башҡортостан Республикаһының 50-нән артыҡ крайҙы өйрәнеү музейҙарын берләштергән фәнни-тикшеренеү музейы. 1864 йылда губерна статистика комитеты ҡарары менән Өфө губернаһы музейы буларак ойошторола. Бөгөнгө көнгә тиклем был музей туғыҙ исем алмаштыра. 1993 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Милли музейы тип атала.

MuzeiBashk.jpg

Губерна музейын ойоштороуҙа Н. А. Гурвич. А. Б. Иваницкий, В. И. Власов, К. А. Бух, А. А. Пекер ҡатнаша. Музей коллекцияларының төп өлөшөн урындағы сәнәғәт өлгөләре, нумизматика, энтомология, ботаника, зоология, тарих-археология экспонаттары тәшкил итә.

Музейҙы тулыландырыуҙа төрлө йылдарҙа 3. Ш. Шакиров, Г. В. Вахрушев, Ғ. Ф. Уйылданов, К. С. Никифорук, М. И. Касьянов, Д. Ғ. Йыһановтар күп көс һала. Хәҙерге көндә музей 50-нән артыҡ филиалдарҙы берләштерә. 1991 йылда музей яңы бинаға күсә (Совет урамы, 14).

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 100 меңдән ашыу экспонат менән танышырға мөмкин.

В. Потаниндын хәйриә фондының музейҙарға ярҙам итеү программаларында ҡатнашҡаны юҡ.

Музейҙың бөгөнгө хәле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2001 йылда музейҙың Башҡортостан буйлап 57 филиалы эшләп килә. 2001-2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты указы менән Милли музейҙа рекоеструкция һәм реставрация эштәре башлана.

2003 йылда БДУ-ның Сибай филиалы һәм БДУ-ның тарих факультеты студенттары өсөн практика үткәрелә музейҙа.

2002 йылда район методик берләшмәләре етәкселәре өсөн "Башҡортостан мәҙәниәте" предметы буйынса "Һынлы сәнғәттә Салауат Юлаев образы" исемле тематик сара ойошторола.

2003 йылдың 21 мартында Ҡала Мәҙәниәт һарайында музей фондынан алынған башҡорт милли кейемдәре күргәҙмәһе үткәрелә.

2003 йылда музей белгестәре әҙерләү өсөн БДПУ менән 5 йыллыҡ ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыла.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм Милли политика министрлығының 50 йыллығына арнап Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында фотостенд булдырыла.

2004 йылдың 17 июнендә Милли музейҙың яңы экспозицион залдар асыла.

2005 йылда музейҙы 61 631 кеше күрә, 1141 экскурсия ойошторола, 388 лекция уҡыла.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Валиуллин Г. Ф. Национальный музей Республики Башкортостан: история создания и развития. — Уфа: Китап, 2009. — 152 с.: ил. ISBN 978-5-295-04718-3

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]