Эстәлеккә күсергә

Ярмуллина Альбина Зөфәр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ярмуллина Альбина Зөфәр ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 июль 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (45 йәш)
Һөнәр төрө менеджер, директор, тарихсы
Эш урыны Башҡортостан Республикаһының Милли музейы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты

Ярмуллина Альбина Зөфәр ҡыҙы (28 июль 1979 йыл) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, ғалим. Тарих фәндәре кандидаты.

Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина 1979 йылдың 28 июлендә тыуа. 1994 йылда, Сибай ҡалаһының 10-сы урта мәктәбен тамамлағас, Сибай педадогия колледжының «Башланғыс класс уҡытыусыһы» факультетына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң, 1999 йылда Сибай институтының тарих-филология факультетында уҡый, тарихсы һөнәрен ала. Эш юлын ҡаланың 6-сы урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып башлай.

2004 йылдан — СИБДУ-ның тарих кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусыһы, 2010—2014 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының тарих кафедраһы мөдире, юридик факультеттың дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы доценты. 2015 йылдың ноябренән Сибай тарих-тирә-яҡты өйрәнеү музейы директоры булып эшләй. 2021 йылдың февраленән 2022 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры[1]. 80 ашыу фәнни мәҡәләләр авторы.

2018 йылдың февралендә проект эшмәкәрлеген һәм музей-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, тарихи-мәҙәни мираҫты популярлаштырыуға индергән өлөшө өсөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары С. Т. Сәғитовтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.

2019 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы 500 етәксеһе исемлегенә инә[2].