Сәғитов Салауат Тәлғәт улы
Сәғитов Салауат Тәлғәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 апрель 1977 (47 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сәғитов Салауат Тәлғәт улы (22 апрель 1977 йыл) ― муниципаль хеҙмәт, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-социолог. 2010 йылдан Өфө ҡалаһы Киров район хакимиәте башлығы, 2011 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, 2018 йылдан Мифтәхетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы, 2019 йылдан — ректор. Социология фәндәре кандидаты (2002), доцент. Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2015), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2004).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салауат Тәлғәт улы Сәғитов 1977 йылдың 22 апрелендә Өфөлә тыуған.
1999 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған[1].
1999—2000 йылдарҙа ― Өфө ҡала хакимиәтендә әйҙәүсе белгес.
2000—2003 йылдарҙа ― Өфө ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы урынбаҫары.
2003—2005 йылдарҙа ― Өфө ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе вазифаһын башҡарыусы, Өфө ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе.
2006—2008 йылдарҙа ― Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе.
2008—2009 йылдарҙа ― Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты рәйесе[1]..
2009—2010 йылдарҙа ― Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры урынбаҫары.
2010—2011 йылдарҙа ― Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Киров районы хакимиәте башлығы.
2011 йылдан ― Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары[2].
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]40-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. 2002 йылда «Мәҙәниәт өлкәһендә идара итеү социаль мәсьәлә күҙлегендә» (рус. Управление сферой культуры как социологическая проблема) темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[3].
Өфө дәүләт авиация техник университетының социология и социаль технологиялар кафедраһы доценты.
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2003).
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә (2015).
Ғәиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атаһы — Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы, башҡорт журналисы һәм дәүләт эшмәкәре. 1986—1987 һәм 1997—2001 йылдарҙа Башҡортостандың мәҙәниәт министры.
- Әсәһе — Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы, йырсы, вокал буйынса педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (2009). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2018), Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призына республика йәш йырсылар конкурсы лауреаты (1970)..
- Ағаһы — Сәғитов Азамат Тәлғәт улы,
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Гузаиров, М. Б., Исмагилов, Ф. Р., Филимонов, М. А. Уфимский государственный авиационный технический университет: годы и люди / М. Б. Гузаиров, Ф. Р. Исмагилов, М. А. Филимонов; Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т. — Уфа: УГАТУ, 2007. — 407 с.
- ↑ Салават Сагитов назначен заместителем Премьер-министра Правительства Башкортостана(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Автореферат диссертации «Управление сферой культуры как социологическая проблема» на сайте disserCat — электронная библиотека диссертаций (рус.)