Вахрушев Георгий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вахрушев Георгий Васильевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union (1955–1980).svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 30 ноябрь 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Некрасовка
Вафат булыу көнө 16 май 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө ғалим
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены
Уҡыу йорто Ҡазан университеты[d]
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре докторы[d]

Георгий Васильевич Вахрушев (30 ноябрь1894 йыл, Некрасовка ауылы, Өфө өйәҙе Өфө губернаһы (хәҙер Ғафури районы, Башҡортостан Республикаһы) — 16 май 1966, Өфө) — совет ғалим-геологы, йәмғиәт эшмәкәре. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Президиумының беренсе рәйесе (1951—1956 йй.)

Геология-минералогия фәндәре докторы (1942), профессор (1943), академик. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1954). СССР Юғары Советының 4-се саҡырылыш депутаты, БАССР Юғары Советының 3-сө саҡырылыш депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1927 йылда Ҡазан университетының физика-математика факультетының геология-биология бүлексәһен тамамлай.

1934—1938 йылдарҙа БАССР ВДНХ-ның сәнәғәт институтында тау-геология секторын етәкләй, бер үк ваҡытта 1936—1938 йылдарҙа Башҡортостан геология идаралығының ғилми-тикшеренеү секторы начальнигы булып эшләй. 1938—1951 йылдарҙа — Һарытау университетында динамик геология кафедраһы мөдире.

Өфө ҡалаһында Тау-геология институтын ойоштороусы һәм 1954 йылға тиклем уның тәүге директоры.

СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы президиумы рәйесе (1951—1956), бер үк ваҡытта СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалының Тау-геология институты директоры.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Г. В. Вахрушев — Башҡортостандың көнбайышында Юғарыдевон яныусан һәүерташтар ятҡылыҡтарын һәм Юғары пермь өсөнсөл күмерташ ятҡылыҡтарын асыусы. Ул Башҡортостандың көнбайышында яңы нефть ятҡылыҡтарын эҙләү процесында нефтте мезозой һәм кайнозой ултырмаларынан эҙләү кәрәклеген һәм уларҙы өсөнсөл, дүртенсел һәм аҡбур ҡатламдарынан айырып бүлеү кәрәклеген нигеҙләүсе, төбәктә яңы тектоник хәрәкәттәрҙе өйрәнә башлаусы.

Ғалим Башҡортостандың карст мәмерйәләрен аныҡлап яҙа, Янғантау тауының термик күренештәрен инженер-геологик һәм гидрологик яҡтан тикшерә.

Г. В. Вахрушев беренсе булып геологияға геоморфологик методтар ҡулланыуҙы, геоморфологик карталар төҙөүҙең тарихи принциптарын, структуралы геоморфология, яңы тектоника, тектоника, хәҙерге заман рельефының тектоника менән бәйләнешен һәм башҡа яңылыҡтарҙы индерә.

Г. В. Вахрушев бик ҙур шәхси китапханаһы туплаған. Унда геология фәне тармаҡтарының бөтә вәкилдәре: минералогия, региональ геология, структуралы геология, стратиграфия, петрография, файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары — буйынса һәм шулай уҡ химия, биология фәндәре буйынса китаптар бар. 1972 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Урал фәндәр үҙәге Ғилми китапханаһы тарафынан Г. В. Вахрушевтың шәхси китапханаһы һатып алына.

Һайланған библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Г. В. Вахрушев — 230-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән:

  • Загадки Каповой пещеры (Шульган-Таш). Уфа, БФ АН СССР, 1960.
  • Кутукские пещеры // Путеводитель по Башкирии. Уфа, 1965. (в соавт.)
  • Минеральные воды и грязи Башкирии, Уфа, 1961.
  • Распространение и условия образования карстовых пещер в Башкирии // Состояние и задачи охраны природы в Башкирии. Уфа. БФ АН СССР, 1969.
  • От морской и ледниковой изотопных шкал к спелеотемной хронологии палеоклиматических событий. (в соавт.) и др.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]