Гурвич Николай Александрович
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Гурвич Николай Александрович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 11 ноябрь 1828 |
Тыуған урыны | Рәсәй империяһы, Гродненская губерния[d], Гродно[d] |
Вафат булған көнө | 20 май (2 июнь) 1914 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй империяһы, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Өфө |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Эшмәкәрлек төрө | статистика һәм Иҡтисад |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Уҡыу йорто | Медицина-хирургия академияһы[d] |
Гурвич Николай Александрович (11 ноябрь 1828 йыл — 20 май 1914 йыл) — табип, иҡтисадсы, тарихсы, этнограф, географ. Башҡортостандың беренсе профессиональ статистика хеҙмәткәре.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Николай Александрович Гурвич 1828 йылдың 11 ноябрендә[1] Гродно ҡалаһында тыуған.
- 1846 — Германияла классик гимназия тамамлай;
- 1852 — Санкт-Петербург медицина-хирургия академияһын тамамлай;
- 1853 — Өфө ҡалаһына күсеп килә, Ырымбур удел контораһы табибы вазифаһында эш башлай;
- 1859 — Ырымбур губернаһы статистика комитетына эшкә йәлеп ителә, демография һәм халыҡ һаулығы статистикаһын алып бара.
- 1864—1891 — Ырымбур, 1865 йылдан Өфө губернаһы статистика комитеты сәрктибе вазифаһында эшләй.
- 1865—1896 — «Уфимские Губернские ведомости» гәзитендә рәсми булмаған бүлек мөхәррире;
- 1880 — Тулы хоҡуҡлы статский советник;
- 1877 — рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы;
- 1889 — Санкт-Петербург фәндәр академияһының Баш физик обсерватория корреспонденты.
- 1864 — Өфө губернаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейы аса, хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Милли музейы;
- 1870 — әҙ килемле ҡатлам кешеләре өсөн тәүге түләүһеҙ дауахана ойоштора;
- 1882 — әҙ килемле ҡатлам кешеләре өсөн тәүге түләүһеҙ китапхана ойоштора — хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы.
- 1882 — Өфө губернаһы табибтары йәмғиәтен төҙөй.
Николай Гурвич 1914 йылдың 20 майынды Өфө ҡалаһында вафат була.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Национальный архив Республики Башкортостан. Календарь знаменательных и памятных дат Республики Башкортостан на 2018 год (инг.) (Тикшерелгән 9 ноябрь 2018)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гурвич Николай Александрович // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелгән 9 ноябрь 2018)
Категориялар:
- 11 ноябрҙә тыуғандар
- 1828 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 2 июндә вафат булғандар
- 1914 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡортостан этнографтары
- Алфавит буйынса иҡтисадсылар
- Рәсәй империяһы иҡтисадсылары
- Рәсәй империяһы тарихсылары
- Рәсәй империяһы этнографтары
- Шәхестәр:Өфө губернаһы
- Шәхестәр:Башҡортостан Республикаһының Милли музейы