2 июнь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
2 июнь | |
![]() |
2 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 153-сө (кәбисә йылында 154-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 212 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Файҙалы аҙыҡ менән туҡланыу һәм артыҡ ашауҙан баш тартыу көнө.
Әзербайжан: Граждандар авиацияһы көнө.
Италия: Республика көнө.
Таиланд: Ананас фестивале көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1955: СССР-ҙа Байконур космодромы төҙөлә башлай, хәҙер ул Ҡаҙағстан биләмәләрендә.
- 1995: Йәмәғәт берләшмәләренең халыҡ-ара союзы «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы»ның Башҡарма комитеты ойошторола.
- 2006: Төркиәлә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәре асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәмиғуллин Мәснәүи Хәмиҙулла улы (1930—2004), хужалыҡ эшмәкәре. 1972—1990 йылдарҙа Кушнаренко көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинаты начальнигы. Башҡортостандың халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәйетов Эрнст Миңләхмәт улы (1936—4.03.2004), рәссам-график, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1997). 1971 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) рәссамы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1974).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Байбулатов Раил Фәтхелислам улы (1937—22.07.2002), яҙыусы, публицист, тәржемәсе. 1962—1990 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең мөхәрририәт мөдире. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ғәлиева Рима Ғиниәтулла ҡыҙы (1947), Кушнаренко мәктәбе педагогы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхнәф Харисов (1914—15.05.1977), ғалим-филолог, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1954–1964 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, 1964–1977 йылдарҙа — директор урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1972), профессор (1972), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987). Октябрь Революцияһы (1975), «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
- Гришков Иван Тимофеевич (1929—2018), нефтсе. 1948—1986 йылдарҙа Ишембай быраулау эштәре идаралығы мастеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, Ишембай ҡалаһының һәм Ишембай районының почётлы гражданы.
- Ҡәйүмов Хәүис Мырҙайән улы (1929—23.05.2006), хужалыҡ эшмәкәре. 1963—1990 йылдарҙа Дүртөйлө районының «Победа» колхозы рәйесе. РСФСР-ҙың 8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрге Сереккүл ауылынан.
- Фурлей Иван Иванович (1939), ғалим-физик‑химик. 1962 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Органик химия институтында ғилми хеҙмәткәр, 1980 йылдан — лаборатория мөдире. Химия фәндәре докторы (1990). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Одесса өлкәһе 1‑се Николаевка ауылынан.
- Шәрәфетдинова Нәзирә Хәмзә ҡыҙы (1949), ғалим-гигиенист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014), атҡаҙанған табибы (2002) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Ефремов Александр Петрович (1959), хеҙмәт алдынғыһы. 1992–2016 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Үҙйылға руднигы проходчигы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған шахтёры.
- Качалкова Ольга Александровна (1979), спортсы. Йәйге биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999). Европа чемпионы (2 тапҡыр, 1998), Европа (1998—1999) һәм Рәсәй (1998) кубоктарын яулаусы, үҫмер спортсылар араһында шәхси ярышта һәм спринт буйынса Европа кубоктарының көмөш призёры (1998—1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Инйәр ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1740: Донасьен Альфонс де Сад, Франция яҙыусыһы, философ.
- 1755: Иван Акимов, Рәсәй империяһы рәссамы, классицизм вәкиле.
- 1840: Томас Харди, Англия яҙыусыһы, шағир.
- 1876: Константин Тренёв, СССР прозаигы, драматург.
- 1915: Тапио Вирккала, Финляндия дизайнеры, скульптор.
- 1920: Марсель Райх-Раницкий, Германияның әҙәби тәнҡитсеһе, публицист.
- 1930: Чарльз Конрад, АҠШ астронавы, Айға аяҡ баҫҡан өсөнсө кеше.
- 1930: Андрей Сахаров, СССР һәм Рәсәй ғалимы, тарихсы.
- 1940: Константин II, Грецияның һуңғы короле (1964—1974).
- 1945: Георгий Колосов, СССР һәм Рәсәй фотографы, хәҙерге заман пикториализм вәкиле.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]