Эстәлеккә күсергә

Чекмарёв Сергей Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сергей Чекмарёв битенән йүнәлтелде)
Чекмарёв Сергей Иванович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Патронимы йәки матронимы Иванович[d]
Тыуған көнө 31 декабрь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[1]
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 май 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (23 йәш)
Вафат булған урыны Сөләймән, Байдәүләт ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир
Сәнғәт йүнәлеше социалистик реализм[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин комсомолы премияһы

Чекмарёв Сергей Иванович (31 декабрь 1909 йыл — 11 май 1933 йыл) — совет шағиры. Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1976, үлгәндән һуң).

Сергей Иванович Чекмарёв 1909 йылдың 31 декабрендә Мәскәүҙә теш технигы ғаиләһендә тыуған. 1932 йылда В. М. Молотов исемендәге Мәскәү ит-һөт институтын тамамлағандан һуң Башҡортостанға зоотехник итеп эшкә ебәрәләр. Хәйбулла районының Таналыҡ совхозында өлкән зоотехник, ә һуңынан Ейәнсура районының «Инәк» совхозында шулай уҡ өлкән зоотехник булып эшләй. Ибрай ауылында йәшәй.

1933 йылдың 11 майында Сергей Чекмарёв еңел тарантаста Себенле фермаһына китә. Ала-байтал ауылы эргәһендә уны Һүрәм йылғаһынан үле килеш табып алалар. Йылғаны кисеп сыҡҡанда осраҡлы рәүештә фажиғәле һәләк буламы, әллә комсомолец үлтереләме, әлегә тиклем билдәле түгел.

Чекмарёвтың туғандарында һаҡланған шиғырҙары тәүге тапҡыр 1956 йылда «Новый мир» журналында баҫыла. 1957 йылда К. М. Лукониндың инеш һүҙе менән «Стихи, письма, дневники» китабы баҫылып сыға, «Литературная газета» гәзитендә Е. А. Евтушенко ла рецензия яҙып ҡарашын белдерә. Китапты төҙөүсе Светлана Ильичева 1968 йылда Сергей Чекмарёв тураһында айырым баҫма итеп биографик очерк баҫтырып сығара. 1963 йылда башҡорт яҙыусыһы һәм драматургы А. Х. Абдуллин шағир Сергей Чекмарёвтың тормошона бағышланған «Онотма мине, ҡояш!» пьесаһын яҙа. Пьесаны СССР-ҙың бик күп театрҙары ҡуя (мәҫәлән, ул 10 йыл дауамында М. О. Ауэзов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт академия драма театры сәхнәһендә бара), ике тапҡыр Мәскәүҙә рус телендә һәм ике тапҡыр Өфөлә башҡорт телендә баҫылып сыға.

1971 йылда режиссёр Владимир Акимов Сергей Чекмарёвҡа арналған «Нам некогда ждать» (икенсе исеме «Страницы») исемле нәфис фильм төшөрә. 1973 йылдың 23 июлендә фильмдың премьераһы үтә.

Наградалары һәм премиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ленин комсомолы премияһы (1976 — үлгәндән һуң) — үҫеп килгән быуында Тыуған илгә һөйөү һәм юғары гражданлыҡ рухы тәрбиәләүсе әҫәрҙәре өсөн[2].

1961 йылдың 27 ғинуарында Өфөлә бер урам Чекмарёв исеме менән атала[3]. Октябрьский, Салауат ҡалаларында һәм республиканың башҡа терәк пункттарында Чекмарёв исемле урамдар бар.

Ейәнсура районының район үҙәге Иҫәнғолда шағир исеме менән аталған паркта, Хәйбулла районының Подольск ауылы уртаһында һәм Чекмарёв музейы эшләгән Сибай ҡалаһының гимназияһы биләмәһендә шағирға һәйкәл ҡуйылған. 1983 йылда «Таналыҡ» совхозы уның исемендәге премия булдыра (2005 йылдан алып Хәйбулла районы Советы Президиумы тарафынан тәғәйенләнә).

Рудный ҡалаһында (Ҡаҙағстан) Чекмарёв урамы бар.

Сибай ҡалаһында урынлашҡан гимназиялла 1978 йылдан Сергей Чекмарёв музейы эшләй.

  • С. Чекмарёв. Стихи, письма, дневники. — М., Молодая гвардия, 1957—184 с., 30 000 экз.
  • С. Чекмарёв. Стихи, письма, дневники. — М., Молодая гвардия, 1959—184 с., 45 000 экз.
  • С. Чекмарёв. Избранная лирика. — М., Молодая гвардия, 1964 — 32 с.
  • С. Чекмарёв. Стихи, письма, дневники. — М., Детская литература , 1964—160 с.
  • С. Чекмарёв. Стихи, письма, дневники. — М., Советская Россия, 1968 — 256с., 100 000 экз.
  • С. Чекмарёв. Стихи. — Челябинск, ЮУКИ, 1969 — 52 с.
  • С. Чекмарёв. Была весна… — М., Молодая гвардия, 1978—272 с., 200 000 экз.
  • С. Чекмарёв. Уральская весна. — Уфа, 1979—176 с.
  • С. Чекмарёв. Штурмовой квартал. — Челябинск, ЮУКИ, 1980—104 с., 5 000 экз.
  • С. Чекмарёв. Стихи, письма, дневники. — Свердловск, 1982—208 с.
  1. 1,0 1,1 ЧЕКМАРЁВ Сергей Иванович // Русская литература XX века. Прозаики, поэты, драматурги (урыҫ) / под ред. Н. Н. Скатов — 2005. — С. 636—637. — ISBN 5-94848-307-X
  2. Сергей Чекмарёв(недоступная ссылка)
  3. Его звали Сергей Чекмарёв