Октябрьский

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Октябрьский
Октябрьский
Флаг Герб
Flag of Oktyabrsky (Bashkortostan).png Coat of Arms of Oktyabrsky (Bashkortostan).png
Ил Рәсәй
Федерация субъекты Башҡортостан
Ҡала округы Октябрьский
Координаты 54°29′00″ с. ш. 53°29′00″ в. д. / 54.48333° с. ш. 53.48333° в. д. / 54.48333; 53.48333 (G) (O) (Я)Координаталар: 54°29′00″ с. ш. 53°29′00″ в. д. / 54.48333° с. ш. 53.48333° в. д. / 54.48333; 53.48333 (G) (O) (Я)
Глава Шмелев Алексей Николаевич
Нигеҙләнгән 1946
Беренсе мәртәбә телгә алынған 1946
Элекке исеме Нарышев, Социалистик ҡала (Соцгород) (1946 йылға тиклем)
Майҙаны 98,83[1] км²
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 140 м
Халҡы 109 474 кеше (2010)
Тығыҙлығы 1 110 кеше/км²
Милли составы урыҫтар, татарҙар, башҡорттар
Этнохороним октябрскийҙәр
Сәғәт бүлкәте UTC+6
Телефон коды +7 34767
Почта индексы 452600-452616
Автомобиль коды 02, 102
Код ОКАТО 80 435
Рәсми сайт oktadm.ru
картаны асырға/йәшерергә
Октябрьский (Рәсәй)
Октябрьский
Октябрьский (Башҡортостан Республикаһы)
Октябрьский


ОктябрьскийБашҡортостандағы ҡала, ҙурлығы буйынса республикала 5-се урында. Өфө ҡалаһынан 188 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 38,83 кв.км.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) х х х х х
1920 йыл 26 август х х х х х
1926 йыл 17 декабрь х х х х х
1939 йыл 17 ғинуар 1239 626 613 50,5 49,5
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 104536 49849 54687 47,7 % 52,3 %
2002 йыл 9 октябрь 108647 50213 58434 46,2 % 53,8 %
2010 йыл 14 октябрь 109474 51129 58345 46,7 % 53,3 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Октябрьский ҡалаһы Урал буйы зонаһында, Ыҡ йылғаһының уң яҡ ярында, Башҡортостандың Татарстан Республикаһы менән сигендә урынлашҡан. Ҡала янынан М5 (Мәскәү-Силәбе) федераль трассаһы үтә.

Октябрьский автовокзалы

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаланың иҡтисади нигеҙе — машиналар эшләү һәм яғыулыҡ сәнәғәте. Октябрьский электр бүлеү селтәрҙәре, «„Башнефть“ АНК» ААЙ «Башнефть—Добыча» ЯСЙ‑ның «Туймазанефть» НГДУ‑һы, «Ойл‑сервис» ЯСЙ, «Автоприбор» сәнәғәт компанияһы ЯСЙ, Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ институты, «ОЗНА», «ОЗНА—үлсәү системалары» ЯАЙ, Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, «Пакер» ғилми‑производство фирмаһы ЯСЙ (металл изделиелар етештереү), «Стронег», «Башнефтегазпроект», «Европласт», «Төҙөлөш материалдары», «Тимер‑бетон», «Башҡорт фарфоры», «Октябрьский икмәге» ЯСЙ‑лары, «Алтын мөгөҙ» ит комбитаты һ.б. эшләй. Ҡала аша Куйбышев тимер юлы (Урыссу—Октябрьский тармағы), Һамар—Өфө—Силәбе, Октябрьский—Йәрмәкәй автомобиль юлдары үтә. Туймазы‑Октябрьский сәнәғәт узелына инә.

«2014 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Октябрьский 100 меңдән күберәк кеше йәшәгән ҡалалар араһында ил буйынса 1-се урынды алды[2].

Уҡыу йорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалала Нефть-техник университеты, Иҡтисад һәм сервис университеты филиалдары, Октябрьский коммуналь‑төҙөлөш техникумы, Октябрьский нефть колледжы, Октябрьский музыка колледжы, иҡтисад техникумы, 3 һөнәрселек лицейы, ПУ, 19 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 15‑е урта мәктәп, 4 гимназия, махсус коррекция мәктәбе, 29 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, хореография, һынлы сәнғәт мәктәптәре, 2 балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы,4 ДЮСШ;

Дауаханалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала дауаханаһы, туберкулёзға ҡаршы диспансер;

Башҡа учрежениелары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәштәр һарайы, 11 китапхана, Октябрьский музейы, Спорт һарайы, стадион, «Спартак» спорт‑һауыҡтырыу комплексы; 4 мәсет, сиркәү бар. «Октябрьский нефтяник», «Тыуған яҡ» (татар телендә), «Нарыштау» (башҡорт телендә) гәзиттәре сыға.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1937 йыл Туймазы нефть ятҡылығын үҙләштергәндән һуң Соцгород ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1940 йылдан алып эшселәр ҡасабаһы, 1942 йылдан башлап хәҙерге исемен йөрөтә, 1946 йылда хәҙерге статусын ала, ҡалаға Мулла, Мәскәү, Нарыш, Төрөкмән, Үрге Зәйет ауылдары ингән. Ҡалала 2 мәҙәни мираҫ объекты бар: Гагарин Ю. А. исемендәге мәҙәниәт, фән һәм техника йорто (1953), «Һалдат уйҙары» һәйкәле (1970).

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]