Эстәлеккә күсергә

Октябрьский ҡалаһы флагы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Октябрьский ҡалаһы
ҡала округы
Октябрьский
Башҡортостан Ремпубликаһы
Рәсәй

Раҫланған

13 июль 2006 [1]

Пропорция

2:3

ДГР номеры

3010

Флагтың авторы

Владимир Тихонов

Октябрьский ҡалаһы флагы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округы символы.

Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарары менән 2006 йылдың 13 июлендә 95-се номер аҫтында раҫланған.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символика регистрына 066 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.

Рәсәй Федерацияһының геральдик регистрына 3010 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.

Авторы — Владимир Тихонов[2].

Оҙонлоғо киңлегенә 2:3 нисбәте булған тура мөйөшлө туҡыма, ул өс горизонталь һыҙаттан тора: зәңгәр төҫтәге өҫкө өлөшө туҡыманың — 2/3 киңлеген, аҡ төҫтәге урта өлөшө — туҡыманың 1/10 киңлеген биләй һәм аҫҡы өлөшө йәшел төҫтә; өҫкө өлөштә, флаг һабы янында , өс һары төҫтәге дуғаларҙан торған арка һүрәтләнгән, аҫ яҡтан уны һары төҫтәге ике ус тотоп тора[2].

Символиканы дәлилләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флаг ҡаланың тарихи, георграфик һәм иҡтисади хәлен сағылдырған ҡала гербы нигеҙендә барлыҡҡа килгән.

Флагтың төп элементы — нефть фонтанының стилләштерелгән һүрәте, фонтан алтын төҫтәге кеше ҡулдарынан атылып сыҡҡан һәм символик рәүештә ҡаланың бай нефть ятҡылыҡтары асыштары арҡаһында барлыҡҡа килеүен һәм үҫеш алыуын күрһәтә. Фонтандың ҡеүәтле алтын ағымы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында асылған һәм Еңеүгә тос өлөш индергән девон нефте эмблемаһы булып хеҙмәт итә.

Алтынһыу (һары) төҫ — байлыҡ, затлылыҡ, үҙаллылыҡ символдары.

Зәңгәрһыу (күк) төҫ — ҡала халҡына бөйөклөк, үҫешкә ынтылыш, алға хәрәкәтсәнлек һәм маҡсатлылыҡ хас булыуын күрһәтә.

Көмөш (аҡ) бүлкәте — Азиянан Европаға хәҙерге ҡала территорияһы аша үткән данлыҡлы тарихи каруан юлы. Көмөш бүлкәт шулай уҡ аллегория рәүешендә хәҙерге көндә лә ҡала Башҡортостандың көнбайыш ҡапҡаһы булып тороуын билдәләй. Көмөш төҫө уй-ниәттәрҙең таҙалығын, аҡыл һәм намыҫты аңлата.

Октябрьский ҡалаһы — Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының иң төҙөк ҡалаларының береһе булыуын йәшел һыҙат кәүҙәләндерә. Йәшел төҫ шулай уҡ — муллыҡ, шатлыҡ, азатлыҡ, тыныслыҡ һәм именлек символдары[2].

  1. Решение Совета городского округа город Октябрьский Республики Башкортостан от 13.07.2006 № 95.
  2. 2,0 2,1 2,2 [1] Символика городов и районов Республики Башкортостан. Город Октябрьский, стр. 75-76