Эстәлеккә күсергә

Үрге Зәйет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөтөрөлгән ауыл
Үрге Зәйет
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Ҡала округы

Октябрьский ҡалаһы

Координаталар

54°29′32″ с. ш. 53°32′15″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1773

Бөтөрөлгән ауыл с

1940 йылдан

Климат тибы

уртаса континенталь

Рәсми теле

рус, башҡорт

Халҡы

989 человек (1939)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Автомобиль коды

-

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Үрге Зәйет (Рәсәй)
Үрге Зәйет
Үрге Зәйет
Үрге Зәйет (Башҡортостан Республикаһы)
Үрге Зәйет

Үрге Зәйет (Верхнее Заитово) — элек Башҡортостандың Туймазы районында урынлашҡан, 1940 йылда Октябрьский (1946 йылдан ҡала) эшселәр ҡасабаһы составына ингән бөтөрөлгән ауыл[1].

Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы үҙәгендә Башҡортостандың көнбайышында урынлашҡан булған.

1773 йылдан Зәйет исеме менән билдәле. 1906 йылда Бәләбәй өйәҙе Үрге Бишенде улусына ҡараған ауыл.

Шулай уҡ Үрге Зәйет тип тә билдәле булған.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Беҙҙең көндәргә тиклем 1773 йылда хеҙмәтле татарҙар менән төҙөлгән керҙәшлек тураһында килешеү һаҡланған.

1940 йылға Туймазы районы Үрге Зәйет ауыл советының (Верхнезаитовский сельсовет) ауыл административ үҙәге булып торған[2]. Хәҙерге ваҡытта Октябрьский ҡалаһының Ленин проспекты менән Космонавтар һәм Кортунов урамы киҫешкән урындағы дөрөҫ булмаған дүрт мөйш эсендә тороп ҡалған[3].

1795 йылда 44 йортта 264 кеше йәшәгән, 1865 йылда 110 йортта — 628 кеше, 1906-1124; 1920-1329; 1939-989 йылдарҙа.

Башта башҡорттар йәшәгән, һуңынан XVIII быуатта хеҙмәтле татарҙар күсеп килгән, һуңынан улар типтәрҙәр ҡатламына күскән.

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәйет ауылы халҡы малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Мәсет, 2 училище, ел тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, тимерлек, мөгәзәй эшләй[4].

Ауылға автотранспорт менән барып етергә мөмкин була[5][6].

[[Категория:1940 йылда бөтөрөлгән тораҡ пункттар]