Әлшәй районы
Әлшәй районы районы рус. Альшеевский район | |
---|---|
![]() |
![]() |
Район гербы | Район флагы |
Ил | Рәсәй |
Статус | Муниципаль район |
Төбәк | Башҡортостан |
Эске бүленеш | 25 ауыл биләмәһе 104 тораҡ пункт |
Административ үҙәге | Раевка (Әлшәй районы) |
Ойошторолған | 1935 йылдың |
Хакимиәт башлығы | Мостафин Дамир Радик улы |
Майҙаны | 2415 км² |
Сәғәт бүлкәте | MSK+2 (UTC+6) |
Автомобиль коды | 02, 102 |
ОКАТО коды | 80 202 000 000 |
Сайт | http://www.alshei.ru/ |
![]() |
Әлшәй районы (рус. Альшеевский район) — Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Дим йылғаһының урта ағымында урынлашҡан район. 1935 ғинуарында ойошторолған. Майҙаны — 2415 км².
Биләмәһенә элекке (2008 йылға тиклемге) өс ҡасаба (Раевка, Аксён, Шафран) һәм 104 ауыл инә. Халҡы 44,2 мең кеше (2010), шул иҫәптән Район үҙәге Раевкала 18,3 мең кеше, Шафранда — 3,1, Аксёнда — 1,2 мең кеше йәшәй. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 20 кеше. Күпселеге башҡорттар, татарҙар һәм урыҫтар.
Йөкмәткеһе
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

|
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Райондың көньяҡ-көнбайыш өлөшө Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында ята, көньяҡ сите Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттарына барып тоташа, ҡалған өлөшө Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге буйлап һуҙыла. Дим менән Сәрмәсән аҡҡан уйһыулыҡ Дим-Сәрмәсән дала коридоры тип атала. Карбонатлы һәм һелтеһеҙләнгән ҡара тупраҡлы ер күберәк. Ландшафт даланыҡына тартым. Урманлы ере 15 проценттан артмай. Климаты йылы, ҡоро. Дөйөм майҙаныдың 82 процентын ауыл хужалығы ерҙәре биләй, шуның 72,5 проценты ҡасандыр һөрөлгән майҙандар. Ерҙәр һыу, һыу менән ел эрозияһы һәм саң бурандарынан боҙола.
Ҙур булмаған (Раевканы иҫәпләмәгәндә) Балҡан, Асҡар, Шафран, Каменка, Аксен, Черниговка нефть ятҡылыҡтары табылған. Төҙөлөш материалдары: эзбизташ (Әүрез, Шафран), ҡыҙыл балсыҡ (Гәйнәямаҡ, Ҡармыш, Иҙрис), ҡом (Иҫке Сәпәш), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Һарыш) ятҡылыҡтары бар. Дим йылғаһының туғайҙарында торф һаҙлыҡтары байтаҡ. Аксен лесничествоһында, Димдең туғайҙарында дарыу үҫәмлектәр һаҡлау буйынса заказниктар ойошторолған.
Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әлшәй районы — сәнәғәт һәм ауыл хужалығы районы. Нефть ятҡылыҡтарын «Аксаковнефть» НГДУ-һы үҙләштергән. Раевкала шәкәр, йәшелсә консервалау, ҡатнаш аҙыҡ, май заводтары, ит комбинаты, тирмән, ремонт-техник предприятиелары эшләгән. Төҙөлөш материалдары, асфальт-бетон етештереүсе район әһәмиәтендәге предприятиелар булған.
Бөртөклөләрҙән иген үҫтереү хужалығы үҫешкән, һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Традицион тармаҡтар: ҡымыҙ эшләү өсөн йылҡысылыҡ, умартасылыҡ.
Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Районды Силәбе —Өфө — Һамар т. юлы һәм Шишмә — Дәүләкән — Ҡырғыҙ- Миәкә, Раевка — Стәрлетамаҡ автомоб. юлдары киҫеп үтә.
Социаль-мәҙәни өлкә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Районда 62 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 22 урта мәктәп, Аксен ауыл хужалығы техникумы, Раевка һәм Шафран ПУ-лары, 33 дөйөм китапхана, 43 клуб учреждениеһы, 6 дауахана бар, климат һәм ҡымыҙ менән дауалаусы А.П.Чехов исемендәге һәм “Шафран" шифаханалары эшләй.
Урыҫ, башҡорт, татар телдәрендә “Альшеевские вести" гәзите сыға.
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы (25.12.1925—23.04.1999), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының отделение командиры, сержант. Дан орденының тулы кавалеры. Үрнәк ауылынан.
- Нурия Абдуллина (15.03.1957), үҙешмәкәр йырсы-композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Баязит ауылынан[10].
- Бобрик Борис Фёдорович (11.07.1933—21.07.2013), хужалыҡ эшмәкәре. 1994—2003 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1987). СССР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты. Ленин (1973) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968, 1981) ордендары кавалеры. Дәүләкән ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2002).
- Голиков Владимир Дмитриевич (3.02.1939), ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Аксёнов ауылынан[11].
- Муллағәлиева Земфира Мөхәррәм ҡыҙы (9.10.1947), шағир. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2003). Хәнйәр ауылынан.
- Мәсәлимов Урал Тимербулат улы (21.01.1959), график. 1994 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы (1992). Республика, төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы. Раевка ауылынан[12].
- Сахно Зинаида Андреевна (18.09.1938—7.02.2008), театр рәссамы. 1977 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре, 1980 йылдан — Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977). Николаевка ауылынан[13].
- Розалиә Солтангәрәева (28.03.1955), башҡорт фольклорсы-ғалимы, филология фәндәре докторы (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2005). Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1991). Яңы Сәпәш ауылынан.
- Әйүпов Хәмит Вәли улы (15.01.1914—26.03.1987), ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп эшмәкәре. 1964—1983 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1978—1985 йылдарҙа кафедра мөдире. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ветеринария фәндәре докторы (1969), профессор (1970). РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының (1964) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Гәйнәямаҡ ауылынан[14].
- Әхмәҙиев Әмир Муллағәли улы (16.12.1948), комсомол, партия, хужалыҡ, банк һәм дәүләт хеҙмәткәре, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2001). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994) һәм мәғариф отличнигы. Раевка ауылынан(2010)[15].
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башкирская энциклопедия — Альшеевский район (рус.) (Тикшерелгән 13 декабрь 2018)
- Администрация Альшеевского района. Официальный сайт
- Каталог-справочник «Официальный и деловой Башкортостан», 1998/99]
- Новостной сайт села Раевский и Альшеевского района
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1939 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — С. 448.
- ↑ 1959 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 1970 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 1989 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — С. 62.
- ↑ Отдел культуры администрации Альшеевского района. Официальный сайт. 2017, 23 марта. Концерт Нурии Абдуллиной (рус.) (Тикшерелгән 10 март 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Голиков Владимир Дмитриевич (Тикшерелгән 27 ғинуар 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мәсәлимов Урал Тимербулат улы (Тикшерелгән 12 ғинуар 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сахно Зинаида Андреевна (Тикшерелгән 14 сентябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Әйүпов Хәмит Вәли улы (Тикшерелгән 7 ғинуар 2019)
- ↑ Башкирская энциклопедия — АХМАДЕЕВ Амир Муллагалиевич (рус.) (Тикшерелгән 13 декабрь 2018)
![]() |
Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырырға кәрәк. |