Эстәлеккә күсергә

Һарыш (Әлшәй районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Һарыш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әлшәй районы

Координаталар

53°54′30″ с. ш. 55°02′36″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 202 864 005

ОКТМО коды

80 602 464 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Һарыш (Рәсәй)
Һарыш
Һарыш
Һарыш (Әлшәй районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Һарыш

Һарыш (рус. Сарышево) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 180 кеше[1]. Почта индексы — 452120, ОКАТО коды — 80202864005.


Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 98 % тәшкил итә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1816 йыл 112
1834 146
1850 201
1859 240
1870 йыл 253
1906 йыл 310
1920 йыл 26 август 332
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 429
1959 йыл 15 ғинуар 351
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 238
2002 йыл 9 октябрь 206
2010 йыл 14 октябрь 180 91 89 50,6 49,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 23 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Себенле): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Раевка): 25 км
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)[3]

Һарыш — Илекәй-Мең улусы территорияһында Һарыш(Ҡарый)-Ҡыпсаҡ улусынан керҙәш башҡорттарҙың торамаһы. Ауыл халҡы үҙҙәре сығыу урынын — Ҡасмарт йылғаһы бассейнын күрһәтә. Тыуған ерҙәренән улар 1765 йылдар тирәһендә сығып китә.


Ауылдың исеме этнонимдан — Ҡыпсаҡ улусы бүлексәһенән.

1795 йылда ауыл 70 башҡорт йәшәгән 14 йорттан торған. 1816 йылда — 112, 1834 йылда — 146, 1850 йылда — 201, 1859 йылда — 240, 1870 йылда — 253, 1920 йылда 332 башҡорт була.

1843 йылда 146 кешегә 560 бот яҙғы иген сәселгән[4].