Шафран

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Шафран
рус. Шафраново
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әлшәй районы

Ауыл биләмәһе

Шафран ауыл Советы (Әлшәй районы)

Координаталар

53°58′55″ с. ш. 54°46′30″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1888-1890

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1896

Халҡы

2362[1] кеше (2010)

Милли состав

урыҫтар, башҡорттар, татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452100

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 202 870 001

ОКТМО коды

80 602 470 101

ГКГН номеры

0522788

Шафран (Рәсәй)
Шафран
Шафран
Шафран (Башҡортостан Республикаһы)
Шафран

Шафран (рус. Шафраново) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2362 кеше[2]. Почта индексы — 452100, ОКАТО коды — 80202870001.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 2362 1086 1276 46,0 54,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шафран станцияһы. 1885 һәм 1890 йылдар тирәһе.

Ауыл Ҡорһаҡ йылғаһының уң ярында (Дим йылғаһының һул ҡушылдығы) урынлашҡан. Ҡасаба аша Мәскәү — Силәбе тимер юл линияһы үтә.

  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шафран): 0 км

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шафран курорты. 1939 й.

Шафран ауыл Советы үҙәге, тимер юл станцияһы. Район үҙәгенән көньяҡ‑көнбайышҡа табан 18 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылға 1888—1890 йылдарҙа Бәләбәй өйәҙендә Һамар‑Златоуст[3] тимер юлын төҙөүгә бәйле Шафран станцияһы ҡасабаһы дворян Шафрановтар фамилияһы менән нигеҙ һалына. Һуңынан станцияға яҡын урында О. В. Шафранова тарафынан ҡымыҙ дауаханаһы асыла. 1895 йылда сиркәү төҙөлә. 1896 йылда 5 йортта 45 кеше йәшәгән. 1906 йылда Шафран утарында мәктәп теркәлгән, ҡымыҙ менән дауалау йорто эшләгән. 1920 йылда Шафран станцияһында 200 кеше йәшәгән, Шафран курорты һәм Шафран ҡасабалары булған. 1931 йылдан улар хәҙерге исемдәге ҡала тибындағы ҡасаба булараҡ бергә иҫәпкә алынған. 2005 йылдан башлап 1490 сағҡрым тимер юл будкаһы, 3‑сө Шифахана, Мәндән разъезы ҡасабалары менән берләшкәндән һуң хәҙерге статусын ала.

Халҡы: 1906 йылда — 13 кеше; 1920 йылда — 259 кеше; 1939 йылда — 2137 кеше; 1959 йылда — 3669 кеше; 1989 йылда — 2774 кеше; 2002 йылда — 2620 кеше; 2010 йылда — 2362 кеше. Татарҙар, башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, мәктәп‑интернат, балалар баҡсаһы, амбулато­рия, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, сиркәү бар[4].

Архитектура ҡомартҡыһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Чудотворец ғибәҙәтханаһы (башҡа исемдәре: Изге Никольский ҡорамы, Изге Николай Угодник сиркәүе, Николай сиркәүе) 1895 йылда төҙөлгән. Францияның иң боронғо һәм данлыҡлы ырыуҙарының береһенең вәкиле Альбер де Гасс Шафранға эләгә, өйләнә һәм бында бер нисә йыл йәшәй. 1917 йылдың Октябрь революцияһынан һуң Рәсәйҙе ташлап китергә мәжбүр була. Совет осоронда сиркәү емерелә. Альбер де Гас Ирэндың ҡыҙы йыш ҡына ата-әсәһе менән йәшәгән урындарын, айырыуса Шафрандағы сиркәүҙе иҫенә төшөргән, уны тергеҙеүгә ярҙам итәсәк ҡустыһына васыят әйтеп ҡалдырған. 2000 йылдар аҙағында, Францияның Башҡортостан Республикаһындағы илселеге аша Ирен де Юрштың туғанынан (ҡыҙ фамилияһы Ирина де Гасс-Переяславльцев) католик университеты профессоры Монсьер Андре Саразин де Гасстан хат килә, унда ул ғибәҙәтхана яҙмышы менән ҡыҙыҡһына һәм уны тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индерергә тәҡдим итә. Үлемесле сирле Андре Саразин де Гасс сиркәүҙе тергеҙеү өсөн мең евро ғына иғәнә итә алған. Аксаков фонды кәрәкле аҡса өҫтәп, француз ғаиләһе иҫтәлегенә ҡыңғырау ҡойорға ҡарар итә. 90 килограмлыҡ ҡыңғырауҙы Каменск-Уралдың билдәле оҫтаһы Николь Пятков ҡойған. Ҡыңғырауҙа былай тип яҙылған: «1910-1917 йылдарҙа Шафранда йәшәгән һәм Рәсәйҙе яратҡан Альбер де Гасс ғаиләһе иҫтәлегенә. Андре Саразен де Гасс бүләге. 2005 йыл. Франция». Ике йыл дауамында ҡыңғырау Өфөлә С.Т.Аксаковтың йорт-музейында була, 2011 йылдың декабрендә уны изгеләндерәләр һәм ҡыңғырауға күтәрәләр[5].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемдәре:[6]

1-се шифахана бүлексәһе территорияһы (рус. 1-е отделение санатория (территория))

1490 километр (рус. 1490 (километр))

3-сө шифахана бүлексәһе территорияһы (рус. 3-е отделение санатория (территория))

Гагарин тыҡрығы (рус. Гагарина (переулок))

Юл урамы (рус. Дорожная (улица))

Тимер юл урамы (рус. Железнодорожная (улица))

Карла Маркс урамы (рус. Карла Маркса (улица))

Киров урамы (рус. Кирова (улица))

Колхоз тыҡрығы (рус. Колхозный (переулок))

Комсомол тыҡрығы (рус. Комсомольский (переулок))

Королёв урамы (рус. Королёва (улица)

Космонавтар урамы (рус. Космонавтов (улица))

Крупская урамы (рус. Крупская (улица))

Курорт урамы (рус. Курортная (улица))

Ленин урамы (рус. Ленина ( улица ))

Урман урамы (рус. Лесной ( переулок )

Линейная урамы (рус. Линейная (улица))

Мәжит Ғафури урамы (рус. Мажита Гафури (улица))

Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))

Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))

Октябрь урамы (рус. Октябрьская (улица))

Папанин урамы (рус. Папанина (улица))

Еңеү урамы (рус. Победы (улица))

Подстанция урамы (рус. Подстанционная (улица))

Ялан урамы (рус. Полевая (улица))

Шишмә тыҡрығы (рус. Родниковый (переулок))

Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица))

Иреклек урамы (рус. Свободы (улица))

Семашко урамы (рус. Семашко (улица))

Совет урамы (рус. Советская (улица))

Ҡарағай урамы ((рус. Сосновая (улица))

Тукай урамы (рус. Тукаева (улица))

Учхоз территорияһы (рус. Учхоза (территория))

Чапаев урамы (рус. Чапаева (улица))

Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Элеватор тыҡрығы (рус. Элеваторный (переулок))

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]