Эстәлеккә күсергә

Алдар (Әлшәй районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Алдар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әлшәй районы

Координаталар

53°50′22″ с. ш. 54°48′34″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 202 849 003

ОКТМО коды

80 602 449 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Алдар (Рәсәй)
Алдар
Алдар
Алдар (Әлшәй районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Алдар

Алдар (рус. Алдарово) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 105 кеше[1]. Почта индексы — 452131, ОКАТО коды — 80202849003.


Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 99 %) тәшкил итә(40 %)[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 263
1920 йыл 26 август 348
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 288
1959 йыл 15 ғинуар 275
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 114
2002 йыл 9 октябрь 119
2010 йыл 14 октябрь 105 48 57 45,7 54,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 55 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Никифар): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксенов): 22 км
  • Правда урамы (рус. улица Правды)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Дала урамы (рус. улица Степная)[3]

Алдар ауылы — Илекәй-Мең улусы аҫабалары торамаһаһы. 1746 йылда Илекәй һәм Меркет-Мең улустарынан башҡорттар Алдар Үлтәков, Ангар Зыянов иптәштәре менән татарҙарҙы Ҡунаҡҡол ауылына ҡабул итеүҙә ҡатнаша. Был килешеү 1758 йылда Өфө губерна канцелярияһы указы менән раҫлана. Алдар Үлтәков исеме икенсе осраҡта 1743 йылда телгә алына. 1729 йыл сығанаҡтарында Мең улусы башҡорто Алдар Мәмбәтов бар. Шуларҙың беренсеһе — Алдар Үлтәков — шул исемдәге тораҡ пунктына нигеҙ һалыусы. Улы Балтай.

1795 йылда Алдарҙа 20 ир-ат һәм 40 ҡатын-ҡыҙ менән 9 ихата була. Был уның күптән түгел генә барлыҡҡа килеүенә дәлил. 1816 йылда — 68, 1834 йылда — 78, 1850 йылда — 88, 1859 йылда — 130, 1870 йылда — 132, 1917 йылда — 386, 1920 йылда — 348 башҡорт була. 1917 йылда 3 йортта 8 типтәр була. Алдарҙа (разъезд) 1917 йылда 36 урыҫ һәм 5 татар теркәлгән.

1843 йылда 78 башҡортта 28 бот яҙғы иген сәселә, 1917 йылда 69 йортҡа 336 дисәтинә һөрөнтө ер тура килә.

4 йорт сәсеүлек менән шөғөлләнмәгән[4].