Эстәлеккә күсергә

Балғажы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балғажы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Никифар ауыл Советы (Әлшәй районы)
Халыҡ һаны 129 кеше (2002)[1],
121 кеше (2009)[1],
95 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452131
Карта

Балғажы (рус. Балгазы) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 95 кеше[3]. Почта индексы — 452131, ОКАТО коды — 80202849005.


Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 99 % тәшкил итә[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1906 йыл 584
1920 йыл 26 август 430
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 426
1959 йыл 15 ғинуар 251
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 96
2002 йыл 9 октябрь 129
2010 йыл 14 октябрь 95 48 47 50,5 49,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 57 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Никифар): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксенов): 24 км
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)[5]

Балғажы ауылына Илекәй-Мең улусының аҫаба поход яҫауылы Балғажы Ҡайғолов нигеҙ һала. Уның исеме тәүге тапҡыр Балтай Алдаров менән бергә 1746 йылғы сығанаҡтарҙа телгә алына. 1763 йылда улустың аҫаба ерҙәренә ғәйнәләрҙе керҙәшлеккә индереүҙә ҡатнаша. 1776 йылда Балғажы Ҡайғолов улустың ышаныслы кешеһе булып сығыш яһай. 1808 йылғы бер үтенестә уның улдары Ғәлиулла, Рәй, Ибраһим һәм Рәкәй (Рәхмәтулланың улы) Балғазиндар телгә алына.

Иҫәпкә алыу — рәүиз материалдары Балғажы улдарының исемдәрен генә түгел, ейәндәрен, бүләләрен дә һанап китә, уларҙың йәше күрһәтелгән. 1834 йылда Ибраһим Балғазинға 66 йәш тула, уның улдары Динмөхәмәт, 43 йәш; Баймөхәмәт, 29 йәш; Әлмөхәмәт, 29 йәш; Йәрмөхәмәт, 23 йәш; Сәфәрғәли, 26 йәш; Тимерғәли, 15 йәш; Ҡорманғәле, 11 йәш. Хәсән Балғазинға 56 йәш, уның улы — 28 йәшлек Шәфей. Ғәлиулла Балғазин (1765—1828), уның улдары: Әбушахман (уның Фәтҡулла), Шәйәхмәт, Шәймәрҙән, Төхвәтулла.

1795 йылда ауылдың 22 йортонда 160, 1816 йылда — 168, 1834 йылда — 210, 1859 йылда — 344, 1870 йылда — 331, 1917 йылда — 435, 1920 йылда 430 башҡорт иҫәпкә алынған. Уларҙың береһе — Мөхәмәтсадиҡ Хәйбуллин — керҙәш.

1843 йылда 210 кешегә 776 бот яҙғы иген сәселгән. 1917 йылда 87 йорттоң 625 дисәтинә һөрөнтө ере була, шул иҫәптән 23 йорт — 4 дисәтинәгә тиклем, 33 — 10 , 18 — 15 , 7 — 15-кә тиклем.

4 хужалыҡ иген сәсмәгән. Башҡорттарҙан 7 типтәрҙең (Мөхәмәтсадиҡ Хәйбуллиндың бүләләре) сәсеүлектәре булмаған[6].

  • Балгажы ауылында һабантуй. 27 июнь 2018 йылYouTube сайтында Видео

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]