Ҡыпсаҡ-Асҡар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡыпсаҡ-Асҡар
рус. Кипчак-Аскарово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әлшәй районы

Ауыл биләмәһе

Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл Советы (Әлшәй районы)

Координаталар

53°56′07″ с. ш. 55°03′40″ в. д.HGЯO

Халҡы

656[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452114

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 202 831 001

ОКТМО коды

80 602 431 101

ГКГН номеры

0660358

Ҡыпсаҡ-Асҡар (Рәсәй)
Ҡыпсаҡ-Асҡар
Ҡыпсаҡ-Асҡар
Ҡыпсаҡ-Асҡар (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡыпсаҡ-Асҡар

Ҡыпсаҡ-Асҡар (рус. Кипчак-Аскарово) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 656 кеше[2]. Почта индексы — 452114, ОКАТО коды — 80202831001.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 20 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Раевка): 20 км

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 120501-се квартал (рус. квартал 120501)
  • 120707-се квартал (рус. квартал 120707)
  • 120708-се квартал (рус. улица 120708)
  • Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
  • Күгенәев урамы (рус. улица Кугенеев)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Низамов урамы (рус. улица Низамова)
  • Күл урамы (рус. улица Озерная)
  • Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)[3]

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 100 %) тәшкил итә[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1906 йыл 1020
1920 йыл 26 август 1165
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 859
1959 йыл 15 ғинуар 827
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 772
2002 йыл 9 октябрь 749
2010 йыл 14 октябрь 656 324 332 49,4 50,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыпсаҡ‑Асҡар ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка тимер юл станцияһынан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 20 ксаҡрым алыҫлыҡта Дим йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға 1664 йылда Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡыпсаҡ улусы Асҡар ауылы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл документтарҙа XVIII быуат башында күренә , уға тиклем,1795 йылда, 42 йортта 325 кеше йәшәгәнлеге теркәлә. 1865 йылда 150 йортта — 1041 кеше. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Октябрь революцияһына тиклем 2 мәсет, 2 мәҙрәсә булған. 1924 йылда башланғыс мәктәп асыла, 1935 йылда ете йыллыҡ мәктәпкә үҙгәртелә, 1970 йылда яңы типовой урта мәктәп һалына. Халҡы: 1906 йылда — 1020 кеше; 1920 йылда — 1165 кеше; 1939 йылда — 859 кеше; 1959 йылда — 827 кеше; 1989 йылда — 772 кеше; 2002 йылда — 749 кеше; 2010 йылда — 656 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, «Әхирәттәр» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле, китапхана, мәсет бар[5][6]. Ауыл тарихы буйынса бер нисә риүәйәт бар. Бер вариант:

« Бер йылға булған. Шул йылғаның ике яғында ауыл ултырған. Береһенең исеме — Ҡыпсаҡ, икенсеһе — Асҡар. Ике исем уңайһыҙ. Бер аҡһаҡал: «Ағай-эне, бер ауылға ике исем уңайһыҙ, бер исемен генә ҡалдырайыҡмы, әллә бөтөнләй яңы исем ҡушабыҙмы?» — ти икән.Береһе — Ҡыпсаҡ, икенсеһе — Асҡар исемен ҡушайыҡ, ти торғас һуғышып китәләр. Өлкән аҡһаҡал:«Талашмағыҙ, берегеҙгә лә ҡыйын булмаҫ өсөн, ауылға Ҡыпсаҡ-Асҡар исемен ҡушабыҙ», — ти[7].

»

Риүәйәттәрҙә ауыл 500 йыл элек һалынған боронғо ауыл икәнлеге күрһәтелә. Вафа Әхмәҙиевтың хиәйәләүе буйынса Ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһенең өҙөктәре бар. «1426 йыл. Дәште-Ҡыпсаҡ — хан ингән урын. Дәште-Ҡыпсаҡ, Хорезм, Ҡыпсаҡ һәм Ҡарағай Ҡыпсаҡ — бер ҡандан булған хандар. Ҡарағай Ҡыпсаҡтан быуындар бәйләнеше өлкән Эткенәгә, унан Сураҡҡа, уның улы — Ҡарабайға, унан — Үкәшкә барып тоташа. Уның артынан беҙҙең заман менән бәйле мосолман исемдәре килә».[8].

Шулай уҡ уҡығыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тыуған яғым, мине ғәфү ит… (асыҡ хат)[9]

Тауҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сатыртау, Сусаҡтау, Күктимер тауы, Күсембәт тауы, Эткенәй тауы

Йылғалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дим, Таҡ

Күлдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡкүл, Кирбес күле, Йөҙболан күле, Бүреауыҙ күле

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бәҙретдинова Таһинур Зөфәр ҡыҙы, Шәйхетдинов М.Ә. Ҡыпсаҡ-Асҡар тарихы. — Өфө: «Матбуғат донъяһы», 2017 й. — С. 183..

Матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сайтта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеофильмдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 31 по Республике Башкортостан
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған.
  5. Башҡорт Википедияһы. Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы
  6. Муниципальный район Альшшеевский район РБ / Кипчак-Аскаровцы отпраздновали 255-летие села (рус.) (недоступная ссылка)
  7. Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме фольклоры» I том. — Өфө: «Аэрокосмос и ноосфера», 2006 й. — С. 24—26-сы б.б..
  8. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 424. 2022 йыл 14 апрель архивланған.
  9. [http://albina-xalisova.ucoz.net/documents/sbornik_2020.pdf.pdf 155 — 157-се биттәр РЕСПУБЛИКАНСКИЕ КИЕКБАЕВСКИЕ ЧТЕНИЯ. Сборник материалов Республиканской научно-практической конференции «ХII Киекбаевские чтения», посвященной Международному дню родного языка, письменности и культуры и Году башкирского языка. г. Стерлитамак, 21 февраля 2020 г.]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]