Эстәлеккә күсергә

Ҡармыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡармыш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әлшәй районы

Координаталар

54°01′26″ с. ш. 54°58′46″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 202 828 001

ОКТМО коды

80 602 428 101

ГКГН номеры

0518065

Ҡармыш (Рәсәй)
Ҡармыш
Ҡармыш
Ҡармыш (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡармыш

Ҡармыш (рус. Кармышево) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 651 кеше[1]. Почта индексы — 452115, ОКАТО коды — 80202828001.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1906 йыл 530
1920 йыл 26 август 598
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 403
1959 йыл 15 ғинуар 420
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 640
2002 йыл 9 октябрь 687
2010 йыл 14 октябрь 651 328 323 50,4 49,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Раевка): 7 км
  • Дим урамы (рус. улица Демская)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Аҫҡы тыҡрыҡ (рус. переулок Нижний)
  • Күл урамы (рус. улица Озерная)
  • Тракт урамы (рус. улица Трактовая)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)[2]

Ҡармыш ауылы баҫылып сыҡҡан сығанаҡтарҙа бер нисә тапҡыр телгә алына. 1770 йылда унда йәшәүселәр Көҫәп Биктимеров, Ҡобаҡай Ҡолсомаков, Балтас Аҡанов Сураҡай, Алъяй, Аҡҡолай һәм Ҡасим ауылдарының аҫабалары менән бергә сыуаштарға Яйыҡ-сыбы мең ерҙәренең бер өлөшөн 20 йылға ҡуртымға бирә. Яйыҡ-ҫыбы-мең улусы башҡорттарының Аҫау йылғаһы буйындағы ерҙәрҙе Моҡшин улусы башҡорттарына тапшырыу тураһындағы килешеү яҙмаһы 1745 йылда «мулла Ҡармыш игенселәре заказы буйынса» яҙыла. 1731 йылда уҡ Мең улусы башҡорто Ҡармыш Уразаев (уның тамғаһы Ч) крепостнойҙы ҡабул итеүҙә ҡатнаша. Был Ҡармыштар беренсе күскенсе һәм бер үк кеше.

1759 йылда Ҡармыш ауылы кешеләре Алдан Янбаев, беҙгә Көҫәп Биктимеров, Сура Ишҡыуатов, Балтас Илеков, Изергәп Көбәков Сурай һәм Алий ауылы башҡорттары менән бергә Ҡандыҡ ауылынан мишәрҙәренә Слаҡ йылғаһы буйындағы үҙ ерҙәренә индерәләр. Шулай итеп, Ҡармыш ауылы 1745—1759 йылдар араһында барлыҡҡа килгән.

1795 йылда 119 кеше йәшәгән 22 йорттан тора. 1816 йылда — 176, 1834 йылда — 224, 1870 йылда — 253, 1920 йылда — 598 башҡорт була.

1843 йылда 224 кешегә 8 бот ҡышҡы һәм 1160 фунт яҙғы иген сәселә[3].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Аҫалы балаҫ. БСТ каналында ауылдағы балаҫ һуғыу һөнәре туранда тапшырыу.[5] 2012 йыл 24 ноябрь архивланған.
  • Айыҡ ауыл. 25 февраль 2020 йыл. Ҡармыш ауылы Әлшәй районыYouTube сайтында Видео
  • Ҡармыш ауылы юбилейы. 25 август 2015 йылYouTube сайтында Видео
  • Ҡармыш ауылында мәсет асыу. 24 сентябрь 2020 йылYouTube сайтында Видео