1 март

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

1 март — григориан стиле буйынса йылдың 60-сы (кәбисә йылында 61-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 305 көн ҡала.

март
Дш Шш Шр Кс Йм Шм Йк
      1 2 3 4
5 6 7 8 9 10 11
12 13 14 15 16 17 18
19 20 21 22 23 24 25
26 27 28 29 30 31  
2018 йыл

Christmas bell icon.png Байрамдар

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара байрамдар
  • БМО флагы БМО — Халыҡ-ара наркомания һәм наркобизнесҡа ҡаршы көрәш көнө.
  • Ер Бөтә донъя граждандар оборонаһы көнө.
  • Ер Халыҡ-ара маҡтау һүҙе көнө.
Crystal locale.png Милли байрамдар
Social sciences.svg Һөнәри байрамдар
  • Рәсәй Рәсәй — Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистары көнө.

Hoplite helmet.svg Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1324 — Лукосистерна янында арагондар һәм сардтар араһында алыш.
  • 1325 — Мәскәү урыҫ дәүләтенең сиркәү үҙәгенә әүерелә: Мәскәү кенәзе Иван Калита митрополит Петрҙы Владимирҙан Мәскәүгә күсергә күндерә.
  • 1360 — Англия короле Эдуард III француз тотҡононан 19 йәшлек Джеффри Чосерҙы 16 фунт түләп ҡотҡара, ул королдең камердинеры, ҡорал йөрөтөүсеһе, ә һуңынан иң билдәле инглиз шағирҙарының береһе була.
  • 1420 — Рим Папаһы Мартин V христиандарҙы чех гуситтарына ҡаршы тәре яуҙарына өндәй.
  • 1498 — Васко да Гама Мозамбикҡа аяҡ баҫа.
  • 1555 — Нострадамус үҙенең фал китабын баҫтыра.
  • 1562 — Францияла дини һуғыштарҙың башы. Шампань провинцияһы Васси ауылында Франсуа де Гиз ғибәҙәт ҡылыусы гугеноттарға һөжүм итә.
  • 1565 — Бразилияла Рио-де-Жанейро португал колонияһы нигеҙләнә. 20 йылдан ҡалала 4 мең кеше була.
  • 1638 — Төньяҡ Америкаға Швециянан тәүге күскенселәр килә.
  • 1692 — Салемда (Массачусетс штаты) властар Сара Гуд, Сара Осборн һәм ҡол ҡатын Титубаны сихырсылыҡта ғәйепләй. Артабан бер нисә айҙа 150-ләп ир һәм ҡатын шундай уҡ ғәйепләү буйынса төрмәгә ябыла. Уларҙың ун туғыҙы язалап үлтерелә.
  • 1700Петр I Провиант приказын булдыра, был урыҫ армияһының тыл хеҙмәтенә нигеҙ һала.
  • 1711 — Инглиз журналы «Спектейтор»ҙың беренсе һаны сыға.
  • 1762 — Петр III дворяндарҙы мәжбүри дәүләт хеҙмәтенән азат иткән «дворян иреклеге хаҡында ҡарар» сығара.
  • 1767 — Король Карл III Испаниянан иезуиттар орденын ҡыуа.
  • 1780Пенсильвания ҡоллоҡто тыйған беренсе штат була.
  • 1781АҠШ-та Конфедерация статьялары — илдең тәүге конституцион документы үҙ көсөнә инә.
  • 1790 — АҠШ-та тәүге халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә. Уның һөҙөмтәһендә илдә 3 929 214 кеше йәшәүе асыҡлана, был һанға ҡол негрҙар ҙа инә, сөнки уларҙың 3/5 өлөшө һәр штаттан конгрессмендар һанын билдәләү өсөн кәрәк була. Индейҙар халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашмай.
  • 1803Огайо АҠШ-тың 17-се штаты була.
  • 1810 — Император Александр I үҙенең манифесы менән Абхазияның Рәсәйгә ҡушылыуы тураһында иғлан итә.
  • 1845 — АҠШ президенты Джон Тайлер Техастың АҠШ юрисдикцияһы аҫтына ҡабул ителеүе тураһында законға ҡул ҡуя.
  • 1861 — Көньяҡ Каролина, Миссисипи, Флорида, Алабама, Джорджия һәм Луизиана артынса Техас АҠШ составынан сыға.
  • 1867Небраска АҠШ-тың 37-се штаты була.
  • 1869 — Дмитрий Менделеев химик элементтарҙың периодик системаһын төҙөй.
  • 1872 — Йеллоустоунда АҠШ-тың беренсе милли паркы асыла.
  • 1896 — Италия-Эфиопия һуғышы: Адуа янында алышта итальян экспедицион корпусы эфиоп армияһы тарафынан ҡыйратыла.
  • 1912 — Сент-Луиста Альберт Берри тәүге булып осоп барған самолеттан парашют менән һикерә.
  • 1918 
    • «Ҡыҙыл таң» гәзитенең беренсе һаны сыға.
    • Стәрлетамаҡта тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла.
    • 1919 — Совет милицияһы эргәһендә суд экспертизаһы институты булдырыла.
  • 1920 — Бүрәт АССР-ы ойошторола.
  • АҠШ-та Эш-Каммис законы ҡабул ителә, уның буйынса тимер юлдар элекке хужаларына ҡайтарыла.
  • 1921Кронштадта Балтик диңгеҙселәренең «большевиктарһыҙ Советтар өсөн» ихтилалы башлана.
  • 1927Италия банкы национализациялана.
  • 1928 — АҠШ-та Герберт Эванс алтынсы витаминды аса, ул Ғ витамины исемен ала.
  • 1930 — Мәскәү авиация институты нигеҙләнә.
  • 1932 — Баҫып алынған Ҡытай Маньчжурияһында япон хөкүмәте тарафынан төҙөлгән Маньчжоу-го дәүләте иғлан ителә.
  • 1935Германия рәсми рәүештә люфтваффе (хәрби-һауа көстәре) булыуы тураһында иғлан итә.
  • 1920 йылдан Милләттәр Лигаһы идаралығында булған Саар өлкәһе плебисцит һөҙөмтәһендә ҡабат Германия составына инә.
  • 1939 — АҠШ Франко хөкүмәтен таный.
  • 1947Халыҡ-ара валюта фонды эшмәкәрлеген башлай.
  • 1953Азатлыҡ радиоһы тапшырыуҙарын башлай.
  • 1960Гвинея франктан баш тарта һәм үҙ аҡсаһын индерә.
  • «Известия» гәзитенең йәкшәмбе ҡушымтаһы «Аҙна» («Неделя») сыға башлай.
  • 1961 — АҠШ президенты Джон Кеннеди Тыныслыҡ корпусы федераль агентлығын булдырыу тураһында белдерә.
  • 1962 — Гарден-ситиҙа (Мичиган) «Кей-Март» сауҙа селтәренең беренсе магазины асыла, әле АҠШ-та иң эреләрҙең береһе.
  • 1966 — Совет автоматик планета-ара станцияһы Венера-3 донъяла тәүге булып Сулпан йөҙөнә етә.
  • 1970Родезия Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоғо тураһында иғлан итә.
  • 1976 — Бөйөк Британия парламенты яңы юл ҡағиҙәләрен хуплай, улар буйынса хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡулланыу мотлаҡ була башлай.
  • 1977Киевта украин философы Григорий Сковородаға һәйкәл асыла.
  • 1978Швейцариялағы ҡәберенән Чарли Чаплиндың мәйетен урлайҙар.
  • 1980Пентагон бойороғо буйынса «тиҙ йәйелдереү көстәре»н ойоштороу башлана.
  • 1984Ленинград һәм Мәскәү араһында ЭР200 тиҙ йөрөшлө электропоезы даими йөрөй башлай.
  • 1990СССР һәм Ватикан араһында даими вәкиллектәр кимәлендә дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
  • 1991 — Донбасс шахтерҙары тәүге тапҡыр сәйәси талаптар ҡуйып (Горбачевтың отставкаһы) забастовка башлай.
  • 1994Грузия парламенты БДБ-ға инеү тураһында документты раҫлай.
  • 1995Ҡаҙағстан президенты Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһын булдырыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя.
  • Әрмәнстан дәүләт милкен приватизациялауҙы башлай.
  • Гатчинала (Ленинград өлкәһе) «Әҙәбиәт һәм кино» тәүге Рәсәй кинофестивале башлана.
  • Мәскәүҙә үҙ өйөнөң подъезында Влад Листьев үлтерелә.
  • 1996 — Оборона министрлығының «Свободный» космодромы булдырыла.
  • 1998Европа берләшмәһе һәм Украина араһында партнерлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү үҙ көсөнә инә.
  • 1999Минск үҙәгендә белорус милицияһы республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Виктор Гончарҙы ҡулға ала.
  • 2001 — Рәсәй һәм Грузия араһында виза режимы индерелә.
  • 2004 — Михаил Фрадков Рәсәйҙең премьер-министры итеп тәғәйенләнә.
  • 2008 — Ереванда халыҡ сыуалыштары.
  • 2011 — Рәсәйҙә «Полиция тураһында» закон үҙ көсөнә инә.

Nuvola apps date.svg Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Cemetery template.svg Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Oxygen480-actions-view-calendar.svg Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ай һәм көндәр
Ғинуар 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31


Ғинуар (Һыуығай) | Февраль (Шаҡай) | Март (Буранай) | Апрель (Алағарай) | Май (Һабанай) | Июнь (Һөтай)
Июль (Майай) | Август (Урағай) | Сентябрь (Һарысай) | Октябрь (Ҡарасай) | Ноябрь (Ҡырпағай) | Декабрь (Аҡъюлай)