28 октябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
28 октябрь | |
![]() |
28 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 301-се көнө (кәбисә йылында 302-се). Йыл аҙағына тиклем 64 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Оләсәй һәм олатайҙар көнө.
Украина: Украинаны фашист илбаҫарҙарынан азат итеү көнө.
Чехия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Яңы Зеландия: Хеҙмәт көнө.
Рәсәй: Ҡораллы Көстәр авиацияһы ойошторолған көн.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1237: Берлин тәүге тапҡыр телгә алына, ҡаланың тыуған көнө.
- 1492: Христофор Колумб Куба утрауына аяҡ баҫа.
- 1918: Чехословакия Австро-Венгриянан бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә.
- 1924: Франция де-юре СССР хөкүмәтен таный.
- 1930: СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы «Башҡорт АССР-ы мәнәғәтен үҫтереү тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә.
- 1940: Греция Икенсе донъя һуғышына инә.
- 1965: АҠШ-та донъялағы иң ҙур монумент — 192 метрлыҡ «Көнбайыш ҡапҡаһы» ҡорос аркаһы асыла.
- 1886: Нью-Йоркта Азатлыҡ статуяһының рәсми асылыуы.
- 2005: Плесецк космодромынан Иран үҙенең тәүге яһалма юлдашы «Сина-1»-ҙе осора.
- 2011: Мәскәүҙә яңыртылғандан һуң Ҙур театр асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тугунов Павел Иванович (1930—4.02.1993), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1954 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1971 йылдан гидравлика һәм гидравлик машиналар кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1972—1976 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. Техник фәндәр докторы (1971), профессор (1972). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1978) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, нефть сәнәғәте отличнигы (1973).
- Мөхәмәтйәнов Әнүәр Хәләф улы (1940), ғалим-инженер-электромеханик. 1971—1995 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы һәм бер үк ваҡытта 1986 йылдан СССР Нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте министрлығының, РСФСР Юғары һәм урта махсус белем биреү министрлығының тармаҡ ғилми-тикшеренеү лабораторияһының ғилми етәксеһе. 1990 йылдан тармаҡ ара ассоциация президенты, 1999 йылдан — коммерцияға ҡарамаған автономлы «ИНТЕГРСО» ғилми-производство ойошмаһының гененераль директоры, бер үк ваҡытта 1995—2006 йылдарҙа берләштерелгән «Сэйболт Башҡортостан» предприятиеһының генераль директоры. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1991). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сабекия Рушана Бейсен ҡыҙы (1970), ғалим-философ. 1996 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999—2007 йылдарҙа философия, политология, социологтя һәм хоҡуҡ кафедраһы мөдире. Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Джамбул (1993 йылдан Тараз) ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Игошев Владимир Александрович (1921—8.01.2007), СССР рәссамы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1944 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Профессор (1965). СССР‑ҙың (1991) һәм РСФСР‑ҙың (1965) халыҡ рәссамы.
- Ханнанов Рәсих Нурғәли улы (1931—28.09.2020), журналистика ветераны, шағир һәм яҙыусы. 1957 йылдан СССР Журналистар союзы, 1959 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1960 йылдан КПСС ағзаһы. 1992—1994 йылдарҙа Ҡыҙыл таң республика гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Әнғәм Атнабаев (2005) исемендәге лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мырҙанов Марат Мырҙан улы (1937—25.09.2012), ғалим-хирург. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1987). Сығышы менән Балаҡатай районы Ҡәйүп ауылынан.
- Киреева Зоя Михайловна (1947), театр актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы.
- Әхмәтйәнов Динир Әсғәт улы (1957), Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең етәксе урынбаҫары (2017).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин (1923—8.03.1944), Бөйөк Ватан һуғышында, үҙ кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплап, батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт взводы командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- Йәнғүров Баян Ғөбәйҙулла улы (1928—2.01.2008), «Салаватнефтеоргсинтез» берекмәһенең элекке техник-механигы һәм цех начальнигы, йәмәғәт эшмәкәре, предприятиенең 2003—2008 йылдарҙағы ветерандар советы рәйесе. Салауат ҡалаһында йүгереүселәр клубын ойоштороусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Кирәева Миңзада Мирғәле ҡыҙы (1948), театры актёры. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1991) артисы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ломодуров Николай Зиновьевич (1909—3.05.1976), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1935—1969 йылдарҙа Бөрө районының Иҫке Баҙан ремонт-техник станцияһы бригадиры, ремонт оҫтаханаһы мөдире, өлкән механигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
- Зөбәйҙуллин Хисбулла Ғүмәр улы (1929—31.12.2001), бейеүсе, балетмейстер, педагог. 1950—1972 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, шул иҫәптән 1963—1981 йылдарҙа педагог‑репетиторы, 1974—1975 йылдарҙа художество етәксеһе; 1981—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы балетмейстеры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969). Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Вена, 1959).
- Дворкин Владимир Исаакович (1954), ғалим-геофизик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1983 йылдан Өфөләге «Геофизика» ғилми‑производство фирмаһы хеҙмәткәре, 1990 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1991 йылдан – лаборатрия, 2005 йылдан – бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2005 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университетының геофизика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2003). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (1997), Рәсәй яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1913: Ефим Юльевич Учитель, СССР кинорежиссёры һәм операторы.
- 1928: Шәүҡәт Биктимеров, театр актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1977).
- 1936: Роман Виктюк, СССР һәм Рәсәйҙең театр режиссёры.
- 1939: Марс Макаров, композитор һəм виртуоз баянсы, Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987, «Ағыла ла болот ағыла», «Кейек ҡаҙҙар» һ.б. йырҙар авторы)
- 1955: Билл Гейтс, Microsoft компанияһына нигеҙ һалыусы.
- 1956: Мәхмүт Әхмәҙинежад, Ирандың 6-сы Президенты.
- 1957: Роза Рымбаева, СССР һәм Ҡаҙағстандың эстрада йырсыһы, педагог.
- 1967: Джулия Робертс, АҠШ актёры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1704: Джон Локк, Англия философы.
- 1861: Иван Саввич Никитин, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1889: Густав Рюмелин, Германия сәйәсмәне.
- 1934: Мәжит Ғафури, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры, башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре классигы,
- 1943: Ғәлимов Вәхит Ғәзим улы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- 1969: Корней Чуковский, СССР-ҙың балалар яҙыусыһы, тәнҡитсе, тәржемәсе, әҙәбиәтсе.
- 2002: Абдуллин Әнүәр Абдулла улы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Советтар Союзы Геройы (1945).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]