Эстәлеккә күсергә

Зәйнуллин Нәсифулла Ғиззәтулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зәйнуллин Нәсифулла Ғиззәтулла улы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 28 октябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Айыу, Дүртөйлө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 декабрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (50 йәш)
Вафат булған урыны Әлмәт, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Нәсифулла Гиззәтулла улы Зәйнуллин (28.10.1931, БАССР, Илеш районы, Яңы Айыу ауылы — 18.12.1981, Әлмәт, Татарстан Республикаһы) — «Татспецстрой» тресының 48-се төҙөлөш-монтаж идаралығының иретеп йәбештереүсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

1931 йылдың 28 октябрендә Башҡорт АССР-ы Илеш районы Яңы Айыу ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылы мәктәбендә 7 класс тамамлаған. Ҡырыҫ һуғыш йылдарында тыуған колхозында өлкәндәргә ярҙам итә: ат көткән, ураҡ осоронда механизаторҙарға баҫыуға һыу ташыған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1949 йылда, һигеҙенсе синыфтан һуң, башлай, Центроспецстрой" тресының Туймазы махсус хеҙмәттәр идаралығына иретеп йәбештереүсе өйрәнсеге булып урынлаша. Әрмелә хеҙмәт иткәндән һуң, элекке урынына профессиональ иретеп йәбештереүсе булып ҡайта.

Нәсифулла Ғиззәтулла улы бөтә ҡалған ғүмерен Татар АССР-ы Әлмәт ҡалаһындағы «Татспецстрой» тресының 34-се төҙөлөш-монтаж идаралығына арнай. Иретеп йәбештереүсе булып эшләп, барлыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеге дауамында Н. Ғ. Зәйнуллин юғары хеҙмәт өлгөһө күрһәтә, етештереү нормаһын 160—170 %-ҡа үтәй. Һигеҙенсе биш йыллыҡ заданиеһын срогынан алда — 1 ноябрь 1968 йылдың 1 ноябренә үтәй. Бишйыллыҡ эсендә яҡшы сифат менән башҡарып, 260 километр торба үткәргестәр иретеп йәбештерҙе.

1966—1970 йылдарҙа Н. Ғ. Зәйнуллин 6 рационализаторлыҡ тәҡдиме бирә, уларҙы производствоға индереү 157 мең һумлыҡ экономия биргән. Бына Зәйнуллиндың 1960-сы йылдарҙағы производство характеристикаһынан бер яҙыу: «Иретеп йәбештереүсе Малахов менән бергә Кама һыу үткәргес ҡоролмаһында торба үткәргестәренең түбә тоташтырмаларын иретеп йәбештереүҙең яңы ысулын тәҡдим итә. Зәйнуллин тәҡдиме арҡаһында ҡоҙоҡ төҙөү һәм өс ҡорос келә монтажлау задвижка кәрәк булмай».

Үҙенең эш тәжрибәһен йәштәргә ҙур оҫталыҡ менән өйрәтә, 40 юғары квалификациялы иретеп йәбештереүсе әҙерләй. Көнсығыш Сулеевский, Ново-Елховский һәм Абдрахман нефть майҙандарын төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 30 март Указы менән бишйыллыҡ план-заданиеларын үтәүҙә юғары техник-иҡтисади күрһәткестәре ҡаҙанғаны өсөн Зәйнуллин Нәсифулла Ғиззәтулла улына, Ленин ордены һәм һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[1].

1972 йылдан прораб, 1973 йылдан — «Татспецстрой» тресының 48-се махсуслаштырылған идаралығы начальнигы урынбаҫары.

Әлмәт ҡалаһында йәшәй. 1981 йылдың 18 декабрендә вафат булды.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ленин ордены
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе
  • миҙалдар менән бүләкләнгән

Н. Ғ. Зәйнуллин иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында, Әлмәт ҡалаһындағы герой йәшәгән йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған.

  1. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Социалистического Труда рабочим и инженерно-техническим работникам предприятий и организаций Министерства газовой промышленности» от 30 марта 1971 года
  • Герои Социалистического Труда и полные кавалеры ордена Трудовой Славы — наши земляки. — Казань, 2003
  • Герои труда. — Уфа: Китап, 2011.
  • Исмагилов И. Герои татарского народа. — Казань, 2006
  • Публикации в сети Интернет
  • Хакимов М., Сафаров М. Татары. Воины. Труженики. Патриоты. — Москва, 2006