18 декабрь
18 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
18 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 352-се көнө (кәбисә йылында 353-сө). Йыл тамамланыуға 13 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2023 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО: Мигранттар көнө.
- Ғәрәп теле көнө.
Ҡаҙағстан: Энергетиктар көнө.
Ҡырғыҙстан: Страховкалау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре көнө.
Молдавия: Полиция көнө.
Рәсәй Федерацияһы: ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Эске эштәр министрлығының үҙ именлеге подразделениелары көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1833: Рәсәй империяһының «Боже, Царя храни!» исемле гимны тәүге тапҡыр башҡарыла.
- 1865: АҠШ Конституцияһына ҡоллоҡто юҡҡа сығарған 13-сө төҙәтмә раҫлана.
- 1876: Петербургтың Ҡазан майҙанында эшселәрҙең беренсе демонстрацияһы була.
- 1890: Йырсы Фёдор Шаляпин Өфөлә тәүге тапҡыр сығыш яһай.
- 1892: Пётр Ильич Чайковскийҙың «Щелкунчик» балетының премьераһы була.
- 1958: Бөгөнгө Яңауыл ҡалаһында йәшәүселәр республикала беренсе булып Башҡортостан телевидениеһы тапшырыуҙарын ҡарай башлай.
- 1981: «Ту-160» стратегик бомбардировщигы тәүге осош яһай.
- 1987: Өфөнөң Чернышевский урамындағы скверҙа дәүләт эшмәкәре, чекист Феликс Эдмундович Дзержинскийға һәйкәл асыла (скульпторы А.С. Чаркин).
- 2009: «Сапсан» тиҙ йөрөшлө электропоезы даими эксплуатациялауға тапшырыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡәйүмова Суфия Абдрахман ҡыҙы (1920—5.08.2005), балет артисы. 1938—1969 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында, Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡалаларындағы Башҡорт АССР-ы мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыусы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Лягов Александр Васильевич (1950), ғалим-инженер-механик. 1973 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2000—2002 йылдарҙа «Недра» технопаркының башҡарма директоры; 2009 йылдан Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институты хеҙмәткәре; 1991—2009 йылдарҙа «НСЛ» фирмаһы (Өфө) директоры. Техник фәндәр докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1984). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шумилов Олег Александрович (1950), актёр. 1981 йылдан Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2017). Сығышы менән Ҡурған ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йосопов Муса Рахман улы (18.12.1896—3.08.1937), журналист, юғары мәктәп һәм сәнғәт эшмәкәре, партия органдары хеҙмәткәре. Рәсәйҙә Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1922—1925 йылдарҙа хәҙерге «Башҡортостан» һәм «Кызыл таң» гәзиттәре мөхәррире; 1925—1929 йылдарҙа мәғариф хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе, һөнәри союздарҙың өлкә советы рәйесе урынбаҫары; 1931—1932 йылдарҙа ВКП (б)-ның Башҡортостан, 1932—1933 йылдарҙа — Татарстан өлкә комитеттарының матбуғат эштәре секторы мөдире; 1933—1935 йылдарҙа М. Н. Покровский исемендәге Ҡазан дәүләт педагогия институты директоры, 1935 йылдың октябренән хәҙерге Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры директоры. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Иҫке Әпсәләм ауылынан.
- Гранов Лев Григорьевич (1906—1997), ғалим-хирург. Медицина фәндәре докторы (1955), профессор (1956). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Белоруссияның Минск өлкәһе Игумен ҡалаһынан.
- Родионова Нина Ивановна (1926—20.10.2015), юрист. 1961—1964 һәм 1969—1979 йылдарҙа Салауат ҡала Советы башҡарма комитетының социаль тәьминәт бүлеге мөдире. РСФСР-ҙың социаль тәьминәт отличнигы (1977). Сығышы менән хәҙерге Иваново өлкәһенең Фурманов ҡалаһынан.
- Храмцов Николай Филиппович (1926—8.09.2008), ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962 йылдан Дыуан районы «Октябрь байрағы» колхозының баш агрономы, 1968—1987 йылдарҙа — рәйесе. Ленин (1971), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Приморье крайы Спасск районы Прохоры ауылынан.
- Золотухин Николай Анатольевич (1931—16.08.2008), хужалыҡ эшмәкәре. 1986—1992 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү заводы директоры, генераль директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1983), почётлы авиатөҙөүсе. Октябрь Революцияһы, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән Украинаның Николаев ҡалаһынан.
- Ғәлиәкбәров Вил Фәйзулла улы (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-электромеханик. 1970 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—2001 йылдарҙа иҫәпләү техникаһы һәм инженер кибернетикаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1999 йылдан «НТ Центр» ғилми үҙәге хеҙмәткәре, 2002 йылдан — генераль директоры. Техник фәндәр докторы (2002), профессор (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1989). Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Ҡыҙыл Үреш ауылынан.
- Зарипов Ирек Ғаян улы (1961), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1988 йылдан Дүртөйлө районы хужалыҡтарының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2001 йылдан «Урал» хужалығы рәйесе; 2007 йылдан «Нива» тоҡомсолоҡ заводының, 2011 йылдан — Дүртөйлө ит комбинатының генераль директоры; 2013 йылдан Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводы генераль директорының малсылыҡ буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2019). Сығышы менән ошо райондың Исмаил ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гәрәев Зәки Фәтхетдин улы (1917—19.02.1994), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1980 йылдарҙа Дәүләкән районы «Родина» колхозы рәйесе. Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1964) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Имай-Ҡарамалы ауылынан.
- Мироненко Иван Кондратьевич (1927—27.10.2021), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм йәмәғәт хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, отставкалағы 1-се ранг капитаны. 1973—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, БАССР-ҙың Дәүләт план комитеты рәйесе. 1964—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1970). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, СССР-ҙың энергетика отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы транспорт хеҙмәткәре. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән Украинаның Полтава өлкәһе Шишак районы Бухуны ауылынан.
- Харрасов Әсҡәт Мәсғүт улы, (1927—2015), банкир. 1972—1988 йылдарҙа СССР Дәүләт банкыһының Башҡортостан республика контораһының идарасы урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Быков Леонид Иванович (1937—16.09.2020), ғалим-инженер-механик. 1961 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1971—1975 йылдарҙа газ-нефть үткәргестәр, газ һаҡлағыстар һәм нефть базалары төҙөү кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1988—2007 йылдарҙа материалдар ҡаршылығы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1983), профессор (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1988), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003), почётлы нефть-газ төҙөүсеһе (2007). Сығышы менән хәҙерге Ярославль өлкәһенең Рыбинск ҡалаһынан.
- Ковалёва Мария Федоровна (1937), Өфө ҡалаһындағы 89-сы мәктәптең педагог-ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Ғәлиева Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы (1962), ғалим-фольклорсы. 1988 йылдан хәҙерге Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре; 1997 йылдан (өҙөклөк менән) Этнологик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре, 1999 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2000—2002 йылдарҙа ғилми секретарь, 2006 һәм 2014 йылдан этнография бүлеге мөдире, 2009—2013 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр. 2002—2005 йылдарҙа М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү асыҡ педагогия университеты Өфө филиалының директор урынбаҫары. Филология фәндәре докторы (2007), тарих фәндәре кандидаты (1997), доцент (2010).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Биғлов Йыһандар Ирғәле улы (1918—28.11.2001), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусы, 1972—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының математика факультеты деканы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Физика‑математика фәндәре кандидаты (1955).
- Ямалиев Ким Мәсғүт улы (1928–8.03.2012), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1983). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Самарҡанд өлкәһе Ҡаттаҡорған ҡалаһынан.
- Сәлихова Эльвина Әхнәф ҡыҙы (1973), тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәйнетдин Моталов (1929—21.06.2011), беренсе башҡорт дирижёры, педагог. 1954—1989 йылдарҙа һәм 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижёры, 1973—1980 йылдарҙа — баш дирижёры, бер үк ваҡытта 1970—2003 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1963) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың халыҡ артисы (1969). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары кавалеры.
- Фәрхетдинов Усман Рауил улы (1954), ғалим-терапевт, 1983 йылдан Өфөләге 21-се дауахананың пульмонология бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 2006 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2003). Рәсәй Федерацияһының (2017) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1856: Джозеф Джон Томсон, Англия физигы.
- 1946: Стивен Спилберг, АҠШ режиссёры.
- 1956: Райнхольд Эвальд, Германия астронавы.
- 1963: Брэд Питт, АҠШ актёры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1737: Антонио Страдивари, Италия скрипкасыһы.
- 1829: Жан Батист Ламарк, Франция биологы.
- 1848: Бернард Больцано, Чехия математигы.
- 1892: Ричард Оуэн, Англия анатомы.
- 1978: Лев Васильевич Успенский, СССР яҙыусыһы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]