Ғәлиева Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы Ғәлиева
Тыуған көнө:

18 декабрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (56 йәш)

Тыуған урыны:

РСФСР, Киров өлкәһе, Малмыж ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

фольклористика, этнография

Эшләгән урыны:

Р. Ғ. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институты

Ғилми дәрәжәһе:

филология фәндәре докторы

Уҡыу йорто:

Өфө дәүләт сәнғәт институты

Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы Ғәлиева (1962 йылдың 18 декабре) — фольклорсы. Филология фәндәре докторы (2007), тарих фәндәре кандидаты (1997) доцент (2010).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәлиева (Әхәтова) Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы 1962 йылдың 18 декабрендә Киров өлкәһенең Малмыж ҡалаһында хәрбиҙәр ғаиләһендә тыуған.

1982 йылда Түбәнге Кама музыкаль училищеһын тамамлай[1]. 1988 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка теорияһы, тарихы һәм композицияһы факультетын тамамлай.

1988 йылдан Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй.

1997 йылдың 17 июнендә Өфөлә «Украинские песни в Башкортостане (историко-этнографическое исследование)» темаһы буйынса (фәнни етәксеһе Р. Ғ. Кузеев) кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала.

1997 йылдан Өфө фәнни үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институтында эшләй:

  • 1999 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр,
  • 2000—2002 йылдарҙа — ғилми сәркәтип,
  • 2006—2009 йылдарҙа һәм 2014 йылдан — этнография бүлеге мөдире,
  • 2009—2013 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр[2].

2002—2005 йылдарҙа М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү асыҡ педагогия университетының Өфө филиалы директоры урынбаҫары вазифаһын башҡара.

2007 йылдың 11 апрелендә Мәскәүҙә «Восточнославянские песни в Башкортостане (фольклорные процессы в многоэтничном регионе)» темаһы буйынса (фәнни консультанты Ю. Г. Круглов) докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм филология фәндәре докторы дәрәжәһен ала[3].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙының фәнни эшмәкәрлеге Көньяҡ Уралдың көнсығыш славян һәм төрки халыҡтары этнографияһы һәм фольклоры проблемаларына арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, «Башкирское народное искусство=Башҡорт халыҡ сәнғәте» (2002), «Искусство башкир. Традиционные художественные ремёсла» (2007), «Башкиры» (2015) китаптарын төҙөүсе-авторҙарҙың береһе булып тора[2].

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Песенный фольклор украинских переселенцев в Башкирии: Сборник песен (вступительная статья, составитель, примечания совместно с В.Я. Бабенко). — Киев: Музична Україна; Уфа, 1995. — 240 с.
  • Ахатова Ф. Г. Украинские песни в Башкортостане : историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2000. — 146 с.
  • Песни белорусских переселенцев в Башкортостане / ЦЭИ УНЦ РАН; Вступ. ст., сост., прим. Ф. Г. Ахатовой. — Уфа, 2001. — 79 с.
  • Шитова С. Н., Нечвалода Е. Е., Ахатова Ф. Г. Башкирское народное искусство=Башҡорт халыҡ сәнғәте : В 4 кн.; в 2 кн. — Уфа: Демиург, 2002.  (инг.) (баш.) (рус.)
  • Ахатова Ф. Г. Традиционный музыкальный фольклор восточнославянских народов Башкортостана: к проблеме взаимодействия культур в многоэтничной среде. — Уфа, 2004. — 213 с.
  • Ахатова Ф. Г. Восточнославянские песни в Башкортостане (фольклорные процессы в многоэтничном регионе). — М.: Наука, 2006. — 286 с.
  • Ахатова Ф. Г. Народная музыкальная культура башкир. — Уфа, 2007. — 96 с.
  • Музей археологии и этнографии: Каталог музейной экспозиции Центра этнологических исследований УНЦ РАН (в соавторстве), 2007.
  • Шитова С. Н., Никонорова Е. Е., Ахатова Ф. Г. Искусство башкир: традиционные художественные ремёсла. — Уфа: Инеш, 2007. — 480 с.
  • Галиева Ф. Г. Адаптация восточнославянского фольклора в творчестве народов Башкортостана. — Уфа: Гилем, 2010. — 84 с.
  • Галиева Ф. Г. Этнографические исследования русского населения Башкортостана. — Уфа: Гилем, 2012. — 164 с.
  • Галиева Ф. Г. Русское село Вознесенка Дуванского района Башкортостана. Изд. 1-е. — Уфа, 2013. Изд. 2-е и 3-е. — Уфа, 2014. — 92 с.
  • Галиева Ф. Г. Русские Башкортостана: крестьянский быт, календарные обряды и праздники: конец XIX—начала XXI века. — Уфа: Китап, 2014. — 268 с.
  • Галиева Ф. Г., Садиков Р. Р., Нечвалода Е. Е., Петров И. Г., Муллагулов М. Г., Камалеев Э. В. Этнокультурные процессы на Южном Урале в XX — начале XXI в. / ИЭИ УНЦ РАН. — Уфа, 2015. — 226 с.
  • Галиева Ф. Г., Серебренникова С. Ю., Водолеева М. В. Русское село Тастуба. Прошлое и настоящее. — СПб., 2015. — 144 с.
  • Башкиры / Кузеев Р. Г., Данилко Е. С., Галиева Ф. Г. и др.; ИЭА РАН; ИЭИ УНЦ РАН; ИИЯЛ УНЦ РАН. — М.: Наука, 2015. — 662 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]