Муллағолов Мирза Ғизетдин улы
Муллағолов Мирза Ғизетдин улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Бөрйән районы, Иҫке Монасип ауылы |
Вафат көнө |
14 февраль 2023 (84 йәш) |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
этнография |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
тарих фәндәре кандидаты |
Награда һәм премиялары | «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе |
Муллағолов Мирза Ғизетдин улы (20 июль 1938 йыл — 14 февраль 2023 йыл) — ғалим-этнограф. Тарих фәндәре кандидаты (1989). Рәил Кузеев исемендәге премия лауреаты (2009).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1938 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында Бибикамал һәм Ғизетдин Муллағоловтарҙың ете балалы ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбенең ете класын тамамлай[1].
1954—1956 йылдарҙа Темәс педагогия училищеһында махсус урта белем ала, был уҡыу йорто ябылғас, 1956—1958 йылдарҙа уҡыуын Белорет педагогия училищеһында дауам итә[2].
1958—1961 йылдарҙа Төркмән ССР-ы биләмәләрендә танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә[1].
1961—1962 йылдарҙа Бөрйән районында башланғыс кластарҙы тикшереүсе инспектор[1] һәм Нәби башланғыс мәктәбе мөдире булып эшләй[2].
1962—1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында уҡый[2].
1967—1968 йылдарҙа Белорет районының Асы урта мәктәбендә уҡыу эштәре мөдире булып эшләй. 1968—1971 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районындағы Бүреҡаҙған урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы була[2].
1971—1999 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй:
- 1971 йылдан — кесе ғилми хеҙмәткәр,
- 1991 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр[2].
1989 йылда «Башҡорт халыҡ транспорты. XIX—XX быуат башы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҙа һәм уны Ленинградта уңышлы яҡлап сыға[1].
1999—2006 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә этнология бүлеге мөдире була[2].
2006—2016 йылдарҙа — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Р. Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының алдынғы ғилми хеҙмәткәре булып эшләй[2].
«Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия» һәм «Башҡорт энциклопедияһы» мәҡәләләренең авторы. «Башҡорттар» («Башкиры», 2016) хеҙмәтенең авторҙашы.
Фән ветераны оҙаҡ ауырығандан һуң 2023 йылдың 14 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1990)
- Рәсәй Фәндәр академияһының маҡтау ҡағыҙы (1999) — «Рәсәй Фәндәр академияһында күп йыллыҡ емешле хеҙмәт өсөн һәм РФА-ның 275-йыллыҡ юбилейы айҡанлы»
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының маҡтау ҡағыҙы (2006)
- «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» маҡтау билдәһе (2011)
- Башҡортостан Фәндәр академияһының Рәил Кузеев исемендәге премияның тәүге лауреаты (2009)
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирский народный транспорт в XIX — нач. XX в. Дис. … канд. ист. наук / АН СССР. Ин-т этнографии им. Н. Н. Миклухо-Маклая. — Уфа, 1989. — В 2 т.
- Башкирский народный транспорт. XIX — начало XX в. / БНЦ УРО РАН. — Уфа, 1992. — 152 с.
- Лесные промыслы башкир. XIX — начало XX в. / БНЦ УРО РАН. — Уфа, 1994. — 180 с.
- Башҡорттарҙың урман кәсебе. — Өфө: Башҡортостан Китап нәшриәте, 2000. — 208 бит.
- Собирательство и рыболовство у башкир / Центр этнологических исследований УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2007. — 158 с.
- Соколиная охота у башкир / Ин-т этнологических исследований им. Р. Г. Кузеева УНЦ РАН. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2013. — 160 с.
- Архаичные способы хозяйства у башкир : традиции и новации. — Уфа : Китап, 2014. — 176 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Зифа Хәсәнова. Ғалим-этнограф Мирза Муллағолов // Ватандаш. — 2018. — № 7. — С. 109—111. — ISSN 1683-3554.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Муллагулов Мирза Гизитдинович: библиогр. указ. 3-е изд., испр. и доп. / сост. и авт. вступ. ст. Ф. Г. Галиева. — Уфа: ИЭИ УФИЦ РАН, 2018. — 20 с.
- ↑ Өфөлә билдәле ғалим-этнограф Мирза Муллағолов донъя ҡуйған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 14 февраль 2023 йыл. (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2023)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 20 июлдә тыуғандар
- 1938 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөрйән районында тыуғандар
- 14 февралдә вафат булғандар
- 2023 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Тарих фәндәре кандидаттары
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Шәхестәр:ТТӘИ
- Башҡортостан этнографтары
- Рәил Кузеев исемендәге премия лауреаттары
- Башҡортостан тарихсылары
- «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе кавалерҙары
- Иҫке Монасип