Иҫке Монасип
Иҫке Монасип | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Иҫке Монасип ауыл Советы |
Почта индексы | 453584 |
Иҫке Монасип (рус. Старомунасипово; икенсе атамаһы Һарт — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 635 кешебулған[1]. ОКАТО коды — 80219822003.
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кепес[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫке Монасип ауылы бик борон барлыҡҡа килгән. Биръяҡта бүкәнбаштар, ҡыҙылбаштар, таулылар, өшәләр йәшәгән. Ә ауылдың икенсе яғын Кепес тип йөрөткәндәр.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылда бер төрлө фамилиялы кешеләр күбәйгән. Шунлыҡтан ололар кәңәшләшеп, ауылды араларға бүлгәндәр һәм һәр береһенә исем ҡушҡандар. Бының өсөн бер баш малды һуйғандар һәм өлөшләп бүлеп таратҡандар. Баш һөйәген алғандар- бүкән баш, эс ҡарынын алғандар – сәрмә булып киткәндәр. Ә ҡалғандарға малдың күҙе эләккән.Күҙ кепсәндәп торғас, уларға кепестәр тип әйткәндәр. Улар үҙҙәре айырым, йылғаның икенсе яғында йәшәгәндәр. Ауылдың артындағы тауҙы ла Кепес тауы тип йөрөтәләр. Кепес яғында 2 урам бар. Үҙәк урам Кепес, аҫтағы урам Суҡтал тип атала. 58 өй бар. Бөтәһе 198 кеше йәшәй.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 635 | 311 | 324 | 49,0 | 51,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 30 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Монасип): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 134 км
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы (26.01.1927—16.09.2017), мәғариф хеҙмәткәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982).
- Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы (3.08.1964), шағир, драматург һәм журналист. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (1997), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).
- Муллағолов Мирза Ғизетдин улы (20.06.1938), этнограф. Тарих фәндәре кандидаты (1989). Рәил Кузеев исемендәге премия лауреаты (2009).
- Юлдашев Зөлфәр Мырҙабулат улы (4.01.1930—24.01.2017), малсылыҡ алдынғыһы, тыл һәм хеҙмәт ветераны, 9-сы биш йыллыҡ ударнигы. БАССР Юғары Советы депутаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971), «Почёт Билдәһе» ордены (1973), Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1981) кавалеры.
- Көнәфин Фәрит Хисаметдин улы (12.04.1938), хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), «Почет Билдәһе» ордены (1981 йыл), «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы (1973), ВДНХ-ның бронза (1985) һәм көмөш (1978) миҙалдары кавалеры, социалистик хеҙмәт ударнигы.
- Муллағолов Марат Ғизетдин улы (20.03.1940—29.08.2012), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980), БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983), тарихсы-этнограф, фольклорсы, оҫта рәссам һәм фотограф, скульптор-дизайнер.
- Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлих улы (24 ғинуар 1951 йыл — 2 сентябрь 2011 йыл) — композитор, педагог. 2000 йылдан Башҡортостан Композиторҙар союзы ағзаһы. Свердловск ҡалаһында үткән Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (1977).
Рәсемдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |