Ишдәүләт
Ауыл | |
Ишдәүләт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ишдәүләт (рус. Ишдавлетово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 29 кеше[1].
Почта индексы — 453580, ОКАТО коды — 80219825002.
Ишдәүләт (Ябаҡ) ауылы 1834 йылғы һигеҙенсе ревизия алдынан барлыҡҡа килгән.Ауылдың атамаһы уға башлап нигеҙ һалыусы Ишдәүләт Ишемғоловтың исеменән алынған.
1920 йылғы иҫәп алыу буйынса 41 хужалыҡта 206 кеше йәшәгән.1925 йылғы иҫәп буйынса 26 хужалыҡ ҡалғаны күренә.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 206 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 29 | 18 | 11 | 62,1 | 37,9 |
2022 йыл 1 март[2] | 23 | 10 | 44.66 | 13 | 55.34 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (100 %)[3].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишдәүләт ауылында (Ябаҡ) бөрйәндәрҙән тыш тамъяндар йәшәгән. Ауыл 1834 йылғы һигеҙенсе ревизия алдынан барлыҡҡа килгән һәм нигеҙ һалыусы Ишдәүләт Ишемғолов исеме менән аталған[4]. Ауылға нигеҙ һалыусы - Ишдәүләт Ишемғоловтың улдары Әбүбәкер, Ғүмәр. Ауылға нигеҙ һалынған осорҙа ауылда 75 кеше йәшәгән, иҫәп алыуҙы үткәреү ваҡытында — 100 кеше, 1920-се йылдарҙа 206 кеше йәшәй. Ишдәүләт йылҡысылары — ярым күсмә малсылар. 14 хужалыҡҡа (75 кешегә) 55 ат, 35 һыйыр, 40 һарыҡ, 10 кәзә тура килгән. Бер кешегә ике боттан аҙыраҡ яҙғы иген сәскәндәр. Бында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, көмөш миҙал менән бүләкләнеүсе 15-се башҡорт полкы яугирҙары, Ғүмәр Моратшин һәм Ишмырҙа Ишбаев йәшәгән[5].
Ревизия материалдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1850 йылда[6] Ишдәүләт ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 5 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 152 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишбаев Райман Сәйәх улы (12.03.1959—5.12.2006) — йырсы, 1992—1997 һәм 1999—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2003), Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты
- Ишбаев Исмәғил Сәхиулла улы (1.01.1928—27.12.2019) — мәғариф хеҙмәткәре, партия эшмәкәре. «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы кавалеры
- Күлбаев Мазһар Йәғәфәр улы (15.10.1921—23.03.1979) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. III дәрәжә Дан ордены кавалеры.
- Күлбаева Йомабикә Йәмил ҡыҙы (21.12.1926—27.10.1993) — мәғариф ветераны. III дәрәжә «Әсәлек даны» ордены кавалеры.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
- Тау урамы (рус. Горная улица)
- Ағиҙел урамы (рус. улица Агидель)
- Заһит урамы (рус. улица Загита)[7]
Ауыл бөгөн
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишдәүләт ауылы биләмәһендә йыл әйләнәһенә туристарҙы ҡабул итеү өсөн «Башҡорт иле» туристик хужалығы эшләй. Биләмәлә буфет урынлашҡан, унда урындағы милли аш-һыуҙан һәм шулай уҡ деликатестарҙан ауыҙ итергә мөмкин. Туристик хужалыҡ биләмәһендә 3 айырым йорт һәм 15 кешегә иҫәпләнгән 1 ҙур йорт бар. Икенсе ҡатта ғаилә тибындағы өс бүлмә урынлашҡан. Оло йорттоң беренсе ҡатында бөтә уңайлыҡтары менән кафе бар. Бура өйҙәре һәр береһе 2-нән алып 6-ға тиклем кеше һыйҙырышлы. Бөтә йорттар ҙа тәбиғи ағастан эшләнгән[8]. Төп хеҙмәт күрһәтеүҙәр һәм уңайлыҡтар:
- интернет,
- спорт майҙансығы,
- караоке,
- усаҡ зонаһы,
- атта йөрөү,
- контактлы зоопарк,
- балалар майҙансығы.
Видеофильмдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1850 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Ябаҡ ауылы тарихы(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ ГЕНДЕРНЫЙ СОСТАВ НАСЕЛЕНИЯ ДЕРЕВНИ ИШДАВЛЕТОВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Бурзяне - древнее племя тюркского происхождения 2022 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 46. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
- ↑ Башкорт Иле туристическая база
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Ишдәүләт Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |