Килдеғол
Ауыл | |
Килдеғол Килдеғол | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Этнохороним |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Килдеғол (рус. Кильдигулово) — Башҡортостандың Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауыл советына ҡараған ауыл. Рәсми булмаған икенсе исеме Һарағы. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 428 кеше [1]. Почта индексы — 453583, ОКАТО коды — 80219820002.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 428 | 203 | 225 | 47,4% | 52,6% |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 56 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем Әбделмәмбәт ауылы: 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 132 км
Ауыл аша Һарағы йылғаһы аға.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлегә билдәле тәубабабыҙ – Ибраһимғужа. Ул башҡорт яуында батырҙарса һуғышып һәләк булғас, ауырлы ҡатынынан йәнә ир бала донъяға килә. Әсә ырыуҙаштары тәҡдиме буйынса балаға атаһының исемен ҡуша. Шулай итеп, Ибраһимғужаның улы Ибраһим, Ибраһимдың улдары Иглек (1758 - 1812) һәм Иғасура. Иглектең 6 улы: Нәҙерғол, Килдеғол, Миндеғол, Байрамғол, Исҡужа, Һағынбай нигеҙ ҡорған беҙҙең ауылға. Нәҙерғол менән Байрамғол ауыл урынын яратмай, аталары янына Әмделмәмбәткә ҡайтып китәләр.Ҡалған дүртәүһе беҙҙең яҡтарҙа нығына.
Килдеғол Ибраһимов(1780) тап беҙ йәшәгән урынды һайлай. Ошонан алып ауылымды Килдеғол тип йөрөтә башлайҙар. Ауылым Ҡарағасты бейек, Ташморон, Түгәрмә тауҙары араһында урынлашҡан. Уны ҡап урталай бүлеп Һарағы йылғаһы аға. 3 урам (Мөхтәр Сәғитов, Фәүзиә Усманова һәм Йәштәр урамы) һуҙылған.
Ә. Тимерйәр үҙенең «Ҡарағай - ҡыпсаҡтар» китабында яҙыуынса, 1859 йылда Килдеғол ауылында 23 йортта 153 кеше, ә 1920 йылда 92 йортта 400 кеше йәшәй.
Хужалыҡтар һаны –105, уларҙа 551 кеше йәшәй. Пенсионерҙар – 44 кеше, эшҡыуарҙар – 5 кеше , 5 – пилорама, ҡорт тотоусылар – 1 ғаилә, фельдшерлыҡ пункты, мәҙәниәт һарайы, мәктәп, балалар баҡсаһы бар, һунғы йылдарҙа өй һалыусылар – 8 ғаилә, әле беҙ 9 - сыһы булып өй һалып йөрөйбөҙ, бура ултыртыусылар – 7 ғаилә.
Беҙҙең ауыл, күрше Яуымбай, Ҡыпсаҡ, Бәләкәй Ҡыпсаҡ (Кардон), Ҡолғана ауылдары менән бергә “Урал” колхозын ойошторалар.
Килдеғолда тәүге мәктәп 1928 йылдың көҙөндә, әлеге мәктәп 1989 йылда асыла. Быйыл Килдеғол урта мәктәбенә 80 йыл. Килдеғол мәктәбендә 95 бала булып, үткән уҡыу йылында тағы ла тулы булмаған урта мәктәпкә әйләнде. 10-11-се синыфҡа барасаҡ 20 бала ҡайһыһы 132-се һөнәрселек училищеһына, Әбделмәмбәт, Иҫке Монасипта һ.б. урындарға белем алыу өсөн таралды.
Мәктәп асылыуға 80 йыл, 61 йыл башланғыс мәктәп, тулы булмаған урта мәктәп булып 16-сы йыл, урта мәктәпкә әйләнеүенә 16 йыл. Тарих өсөн күп һан түгел, ә кеше ғүмере өсөн күп. Бөгөнгө көндә Үтәбаев Инсур Рәмил улы уҡытыусылар коллективын етәкләй. Йәштәр ситкә китмәй, ауылда 5 пилорама, 5 магазин, фельдшерлыҡ пункты, ауыл мәҙәниәт йорто бар, «Урал» АХК-һы, ситтәрәк В. С. Яхиндың пилорамаһы ла эшләп тора. Эшләйем тигән кешегә эш етерлек.
Рәсемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Килдеғол ауылы
-
Килдеғол ауылы ҡая башынан
-
Ауылдың аръяҡтан күренеше
Урамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме [2]:
- башҡ. Йәштәр (урамы) — рус. Молодежная ( улица )
- башҡ. Мөхтәр Ғәбитов (урамы) — рус. Мухтара Габитова ( улица )
- башҡ. Фәүзиә Усманова (урамы) — рус. Фавзии Усмановой ( улица )
Килдеғол ауылы тирәһендәге ер — һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡырҡсүмәлә
Көн иткән төйәгебеҙҙең әйләнәһендә генә лә йөҙҙән ашыу ер-һыу атамалары бар. Ғәлимә инәй Шәрәфуллина миңә уларҙы бик тәфсирләп яҙҙырҙы. Ата-олатайҙарыбыҙ һәр төбәккә лә, уларҙың үҙенсәлектәренә, тарихи ваҡиғаларға бәйләп килешле генә исем-атама ҡушҡан. Һеҙҙең менән беҙҙең бурыс — ана шул атамаларҙың килеп сығыу тарихын белә алған тиклем асыҡлау. Әле мин Һарағы йылғаһының түбәндәге ағымында, Кисеүауыҙ, Күмерауыҙ туғайлыҡтарынан бирерәк, түңәрәкләнеп, йәйелеп ятҡан туғай-сабынлыҡтарҙың атамаһының килеп сығыу сәбәптәрен, ололар һөйләүенән сығып, уның бер вариантын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм. Борон беҙҙең олатайҙар бик бай йәшәгән. Малдары, бигерәк тә йылҡылары ишле булған.
Шундай бай олаталарыбыҙҙың береһе, ауылға килеп, ҡайҙа барып баш төртөргә белмәй аптыранып, өй беренсә теләнселәп, һоранып йөрөгән бер етем малайын үҙенә ялсылыҡҡа ала. Малайҙың өҫ-башын бер аҙ бөтәйтеп, тамағын туйҙырып алғас, бай уны Һарағы йылғаһы буйындағы сабынлығына алып барып ташлай. «Бына һиңә, улым, салғы, һәнәк. Ҡыуыш ҡороп ал. Ашарыңа урман тулы әттек, һарына, емеш-еләк, йылғала балыҡ. Йәйеңде ошонда үткәрерһең, малыма бесән эшләрһең. Эшеңә ҡарап, ҡышын ашатып, аҫрап сығарырмын үҙеңде».
Бай шулай ти ҙә, арбаһына ултырып, ауылға ҡайтып китә. Көҙ етә. Ялсы малай, һәнәк — салғыларын күтәреп, ауылға ҡайта. Бай тупһанан уҡ, уны ҡаршылап: «Йә, һөйләп ебәр, күпме бесән эшләнең?» — тип һорай. «Ҡырҡ чүмәлә, бай бабай, ҡырҡ чүмәлә!» — ти ялсы, бик эшлекле ҡиәфәттә. Ҡыш буйына малай, йәй үҙе әҙерләгән бесәнде байҙың аттары менән ташып, уның малдарын ҡарай. Үҙенә тәғәйен малдарға (байҙа ялсылыҡта тағы бер нисә ир-егет була) бесәнде саҡ-саҡ еткерә.
Ҡыш, яҙ үтеп, бесән осоро еткәс, ялсы малайҙы тағы шул төбәккә ебәрә бай. Был юлы ла малай көҙгөһөн ауылға ҡайтҡас, байҙың һорауына: «Ҡырҡ чүмәлә, ҡырҡ чүмәлә», — тип яуап бирә. Тағы ла өс-дүрт йыл байҙа ялсылыҡта була малай. Һәр йәйҙә лә шул туғайлыҡта эшләй. Эшенең һөҙөмтәһенә килгәндә, һәр ваҡытта ла яуап бер үк: «Ҡырҡ чүмәлә». Бай бер ваҡытта ла малайҙың нисә күбә эшләгәнен барып тикшереп тормай, сөнки уҡыу-яҙыу танымағас, хисап-һан белмәгән тикшереүҙән ни фәтеүә. Өҫтәүенә, ялсы ла наҙан. Күрәһең, ҡырҡ һанын кемдәндер ишетеп ҡалғандыр ҙа, байға ярау өсөн шуны әйткәндер.
Был ваҡиғаны ауылда бер мәрәкә лаҡапҡа әйләндереп, төбәкте «Ҡырҡсүмәлә» тип йөрөтә башлағандар .
- Әүҙекте
Урал армыттары — яланғас түбәле тау теҙмәләре… Күпте күргән, маңлайҙары һырланған, уйсан аҡһаҡалдарға оҡшатам мин аҡ ҡылғанлы, һуйыр ташлы, яланғас түбәле тау теҙмәләрен. Уларға баҡһаң, бүлкәт-бүлкәт тау ҡуйындарынан аттар кешнәгән, ҡыңғырауҙар сыңғыраған, тау моронондағы киртләс-киртләс таштарға баҫып моңло берәү ҡурайҙы берсә һыҙландырған, берсә ҡыуандырған, тау итәгендәге итле ҡаҙан аҫтына яғылған усаҡ тирәһендә ҡыҙ-ҡырҡын сыуалған, арыраҡ сыр-сыу килеп бала-саға уйын ҡорған, бирерәк күп йәшәгән сабыр инәйҙәр, күгүләнгә йәйелгән балаҫ йәймәгә ултырып, ил хәлдәре, үҙ әхүәлдәре хаҡында һөйләшкән һымаҡ тойолоп китә.
Ауылдың төньяҡ-көнсығыш яғындағы яланғас түбәле тау теҙмәләре иғтибарҙы айырыуса үҙенә тарта.
Әүҙекте… Ата-бабаларыбыҙ нилектән был түбәлестәргә шундай исем бирҙе икән? Был, моғайын, һәр кемде лә ҡыҙыҡһындыралыр. Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылының хәҙерге тракторҙар гаражы урынында (үткән быуат урталарында) йәшәгән Иглек ҡарттың өйөр-өйөр йылҡылары була. Һәр яҙ һайын Иглек бабай алты улына урман тарафтарына (ҡыш урталарында) таралған йылҡыларын эҙләп алып ҡайтырға ҡуша.
Малайҙары һәр яҙҙа ла, һәр эҙләгәндә лә йылҡыларын әлеге Әүҙекте битләүенән килеп табалар. Аттар был яҡтағы яланғас түбәле тауҙарҙа иртә күтәрелгән ҡурпыға киләләр икән. Өҫтәүенә ҡышҡыһын тау түбәһендә ҡар һай була. Йылҡыларын ураған һайын был тирәләрҙән әүҙекләп алып ҡайтҡан малайҙарҙың тәҡәте ҡорой. Бер ҡайтҡанда аталарына: «Атай, шул яҡтарҙа ҡурпыһы иртә күтәрелер, түбәһендә ел-ҡар ятмаҫ бейек-бейек тауҙар бар. Аттар шунда тартыла.
- Ҡышлау
Ҡышлауҙы әллә шул яҡтарҙа үткәреп ҡарайыҡмы?» — тиҙәр.
Иглек ҡарт аҡ һаҡалын һыйпап, кеткелдәп көлә: «Минең йылҡыларымды әүҙекләп торған ул ниндәй мөғжизәле, тылсымлы тау һуң ул. Булмаһа, Килдеғол улым, шул яҡтарҙы һыбай ҡарап әйләнәйек әле», — ти.
Аттар ылыҡҡан тау ҙа оҡшай Иглек олатайыбыҙға.
— Ысынында, бик арыу тауҙар икән был яҡтарҙа. Иркенлектәре ниндәй! Йылҡыларымды тиккә әүҙекләмәгән икән", — ти бабай. Һуңынан 1812—1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында йөрөп ҡайтҡас, Килдеғол, ағай-энеһен эйәртеп, малай саҡтарында күңеленә йылы тойғо ҡалдырған әлеге ауылыбыҙға килеп нигеҙ ҡора. Был яҡтарға үҙҙәренең, йылҡыларын әүҙекләп килтергән тауҙы иҫкә төшөрөп «Әүҙекләүсе тау», «Әйҙүктау» тип йөрөтөр булалар. Әүҙекте атамаһы, шул «Әйҙүктау» һүҙенән килеп сыҡҡан да инде.
- Ҡарағасты бейек тауы
Беҙҙең ауылға ингәс тә, уң яҡта Оло ҡарағасты бейек һәм Бәләкәй ҡарағасты бейек тауҙары урынлашҡан. Улар бер-береһенә тоташып торалар. Был тауҙа ҡарағай ағасы күберәк үҫә, шулай ҙа уның иң бейек ерендә ҡарағас ағасы бар. Шуға ла тауға «Ҡарағасты бейек» исемен биргәндәр.
- Түгелмә тауы
Ауылдың һул яғында Түгелмә тауы бар. Ул бик бейек, ауылдың буйынан-буйына һуҙылып китә. Тауҙың бите яланғас, йәшмә ташы күп. Шул таштар аҫҡа тәгәрәй-тәгәрәй түгелеп ята. Шуға күрә лә ул тауҙы «Түгелмә тауы» тип атайҙар. Хәҙерге көндә тауҙы Түгәлмә тип кенә йөрөтәләр. Тауҙа август айҙарында бәшмәк күп була, ә кистәрен йәштәр иң бейек түбәһендә усаҡ яғып, күңел асалар. Ауыл уттарын күҙәтеүе — үҙе бер һоҡланғыс күренеш.
- Мулла туғайы
Ауылды сығып, Ҡолғана яғына киткәндә бер туғай үтеп китәһең. Был бесәнлек ере. Элек ғүмер буйы был бесәнлекте Йыһанур тигән мулла сапҡан. Хәҙер ул бесәнлек Билалов Мазһар олатайҙа. Йыһанур мулла үлгәс, был туғайҙы «Мулла туғайы» тип йөрөтә башлағандар.
- Оҙонсал йылғаһы
Был йылға ауылдың башында урынлашҡан. Ул оҙон булып, өйөрөлөп-өйөрөлөп, салынып аға. Әҙерәк бара бирә лә, салынып, кире шул ергә килә һәм Үҙәнгә ҡоя.
- Оло һаҙ яланы
Оло һаҙ бесәнлегендә, ҙур, тәрән батҡаҡлы күл бар. Имеш, төнөн был һаҙҙа шайтандар йөрөй.
- Ете баш тамағы
Элек ғаиләләр бесәнде бергә эшләр булғандар. Кәбән ҡойоп, кәртәләп ҡайтҡандар. Ҡыш етеп, ҡар яуғас, ат менән урманға кәбән ташырға барғандар. Кәбән төбөнә еткәс, төбөндә ете һарыҡ башы күреп ҡалалар. Бурҙар ашап йөрөгән. Һуңынан был тамаҡ «Ете баш» булып ҡала.
- Муйыл түбә яланы
Муйыл түбә яланында әрәмә буйында муйыл күп. Шул әрәмәнең түбәһендә генә элек-электән ҙур муйыл ағасы бар. Емеште күп бирә, эре лә.
- Бүре ҡырған тауы
Был тауҙа бүреләр күп йөрөй, һәм һәр ваҡыт малдар күпләп ҡырылып тора. Быр йылы малдар ныҡ ҡырыла. Ошонан һуң исеме «Бүре ҡырған» булып ҡала.
- Ыласын йылғаһы
Бында йылға буйҙарында кешеләрҙең бесәнлеге күп. Һәр бер ағаста тиерлек ыласын оялары бар. Улар һауала тауыш биреп осоп йөрөйҙәр.
- Ялан йылға
Ҙур яланды урталай бүлеп, йылға ағып ята. Эргә — тирәһендә лә яландар күп.
- Шәрифә туғайы
Был ерҙе элек Шәрифә тигән инәй сапҡан. Шуның өсөн халыҡ уны «Шәрифә туғайы» тип атаған.
- Ҡашҡат тауы
Бер ир-егеттең яҡшы ғына ҡашҡа аты булған. Шунан бының аты ҡапыл ғына юғала ла ҡуя. Бер үҙе эҙләй-эҙләй тапмағас, тыуған-тыумасалары менән бергәләшеп эҙләйҙәр. Бик оҙаҡ эҙләгәндән һуң, арып-талып ял итергә ултыралар. Үҙ-ара һөйләшәләр. Аттың эйәһе ҡайғырып: «Ҡашҡа ат ҡайҙа икән?» — ти. Шунда бер туғаны: «Һағынбайҙар һаҡҡолаҡ була торғандар, ҡысҡырып һөйләмә, ишетеп ҡалырҙар ҙа лаҡап итеп һөйләрҙәр». Ысынлап та, шул тирәлә яҡында ғына Һағынбайҙарҙың береһе тыңлап тора. Шунан алып был тауҙы «Ҡашҡат» тип йөрөтә башлайҙар.
- Канчал тауы
1в. Бер ауыл байының бик күп һарыҡтары юғала. Эҙләй торғас, тауҙа бүреләр ҡырғанын белеп ҡалалар. Бай ялсылары менән барып тапҡас, бер ялысыһы: «Канчал, бай», — тип өндәшә.
2в. Ауыл тирәһендә һуғыш бара. Кешеләр бик ныҡ ҡырыла. Тауҙың бер урынында ҡан күп аға, хатта шал (буяу) һымаҡ ята. Кешеләр был ерҙе Ҡаншал тип атағандар.
- Ҡаттансыҡ тауы
Был тауҙы иғтибарлап ҡараһаң, бер ҡаты балсыҡ, бер ҡаты тупраҡ. Шулай ҡатлы-ҡатлы булып урынлашҡан. Шуның өсөн тау «Ҡаттансыҡ» исемен алған да инде. Тауҙа аҡбалсыҡ, ҡыҙыл балсыҡ бигерәк күп.
- Көрәште тауы
Был тауҙа сейә күп. Элек сейәне ауылдың ҡыҙҙары күмәкләшеп барып йыйып алып ҡайтыр булғандар. Көрәште тауының исемен ике төрлө аңлаталар. Беренсе вариант буйынса, тау бик текә юл шунан үтә, тауға йөк менән йәйәү күтәрелеүе бик ауыр була, көрәшә-кәрәшә менергә кәрәк булған. Икенсе вариант "Бабсаҡ менән Күсәк" эпосы менән бәйле. "Күсәк бей Ҡарағөлөмбәтте, ҡыҙыл һыйырға атландырып, Һарағыға килтерә. Йәйләүҙәге көллө кеше күрһен тип, Өмбәткә алып бара[3]", тип яҙылған эпоста.
Көрәште тауының итәгендә халыҡ "Ҡыҙыл һыйыр" тип атаған үҙәк бар. Эпостың ололар һөйләгән варианты буйынса, ошо "Ҡыҙыл һыйыр" тигән үҙәктә ҡыҙыл һыйыр үлә. Шуға ул ерҙе "Ҡыҙыл һыйыр" тип атағандар. Шунан Ҡарағөлөмбәтте йәйәүләп тау башына мендерәләр. Тау бейек, алыҫҡа ҡараһаң, ялан яҡтары күренгән кеүек.
Шунда Күсәк бей Ҡарағөлөмбәткә, "Әйҙә ошонда көрәшәйек. Һин мине еңһәң, үлтермәйем, ебәрәм, ана ялан яғына. Мин һыңар ҡулым менән көрәшәм", тей. Күсәк бер ҡулын бәйләтә. Көрәшә башлайҙар. Ҡарағөлөмбәт әсир булып йөрөп хәлһеҙ була. Олоғайған да була. Йәш һәм көслө Күсәкте еңә алмай. Шунан артабан юл тоталар. Шунан тауҙы «Көрәште» тип атағандар.
- Иген саттығы яланы
«Иген саттығы» ерендә элек-электән иген үҫтерәләр. Хәҙер бында «Урал» колхозы үҫтерә. Шуға был иген үҫкән ер «Иген саттығы» булып ҡалған.
- Биреле йорт яланы
Был бесәнлектә колхоздыҡылар ятып бесән эшләй. Улар йоҡлағанда көн һайын кемдәрҙер һөйләнә, тауышлана, йөрөй икән. Унда биреләр бар тип һөйләйҙәр.
Аҡбалсыҡ ҡаяһы Ҡаяла балсыҡ күп, ул балсыҡтан ғына тора тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ. Ауыл халҡы мейесен аҡларға шул балсыҡты килеп ала. Мейес аҡ ҡына булып китә.
- Ҡыҙҙар киткән тауы
Был ерҙә йәйләү урынлашҡан. Бер заман бик күп еләккә сыҡҡан ҡыҙҙар аҙашып ошо йәйләүгә килеп сығалар. Йәйләүҙекеләр уларға юл өйрәтеп, сәй эсереп ебәргәндәр. Ҡыҙҙар имен — аман үҙҙәренең тыуған ауылына ҡайтып еткән .
Күренекле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар исемлеге
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таң гәзите, 6 март 2023 йыл Килдеғолдарҙы буран да ҡурҡытмаған
- Таң гәзите, 3 март 2013 йыл Килдеғолда — матур байрам!
- Таң гәзите, 17 февраль 2023 йыл Тракторсы күршем
- Таң гәзите, 4 февраль 2023 йыл Һуғыш балаһы ул
Ҡыҙыҡлы мәлдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һабантуйҙарҙа таш ырғытыу бәйгеһе 1950 йылдарҙа Килдеғол ауылында йәшәгән Рәхимйән Яхин исеме менән бәйле. Ул ҡыҙыҡ күреп юл буйында ятҡан ҙур аҡ ташты эйәрле ат аша алып ташлай. Был таш әлеге көндә Килдеғол мәктәбе музейында һаҡлана. Беренсе тапҡыр таш 1994 йылда Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы йыйынында бейеклеккә ташлана. Йолаға әүерелгән таш ырғытыу бәйгеһе һәр һабантуйҙа ойошторола[4].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Интернетта Килдеғол ауылы
- Килдеғол һүҙенең әйтелеше. forvo сайтында
- Килдеғол ауыл мәктәбе сайты
- Килдеғол ауылы тураһында «Генеалогия и архивы» сайтында мәғлүмәт
- Килдеғол ауылы Викимапия картаһында. Космостан күренеш
- «Бәйләнештә» (VK) социаль селтәрендә «*"*"*"*"*"* Кильдигулово * Килдеғол * Һарағы *"*"*"*"*» төркөмө
- «Бәйләнештә» (VK) социаль селтәрендә «~Килдеғол балалар баҡсаһы~» төркөмө
Матбуғат сараларында Килдеғол ауылы
- Тыуған еребеҙ тәбиғәтен ҡурсалайыҡ. Йәшлек гәзите. 25 ғинуар 2013 йыл
- Тәбиғәтебеҙ ниндәй – үҙебеҙ шундай. Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН. (Бөрйән районы, Килдеғол ауылы.) Йәшлек гәзите сайтында. 25 ғинуар 2013 йыл
- Һәр тарафым – тауҙар, тауҙар… Мөнир Фәйзуллин, уҡытыусы, тыуған төйәкте өйрәнеү музейы етәксеһе. Йәшлек гәзитендә. 11 декабрь 2012 йыл
- Ҡыпсаҡтар – ил һағында. Әхмәт-Гәрәй Йәнғәлин. Ағиҙел журналы. ноябрь 2012 йыл
- «Йәшлек»кә реклама» конкурсында еңеүсе мәктәп принтерға лайыҡ булды. Рәйлә КҮСЕМХАНОВА. Йәшлек гәзите сайтында. 24 май 2011 йыл
- «АМАНАТ»тың Азатҡа ярҙамы. Мөхәбәт тарихы. Уҡыусылар ижады. Килдеғол мәктәбе уҡыусылары төшөргән видеоролик. 2010 йыл 2016 йыл 7 март архивланған.
- Афарин, килдеғолдар! Йәшлек гәзите сайтында. 24 октябрь 2010 йыл
- Матурлыҡ тойоусылар. Миләүшә ҠАСИМОВА. Башҡортостан гәзите. 6 октябрь 2010 йыл(недоступная ссылка)
- Бөрйән ул Шүлгән генә түгел... Баныу ҠАһАРМАНОВА. Йәшлек гәзите. 29 июнь 2010 йыл 2011 йыл 1 сентябрь архивланған.
- Бөрйән – ул Шүлгән генә түгел икән. Шоңҡар журналы сайты. 23 июнь 2010 йыл.(недоступная ссылка)
- Әбйәлил, Бөрйән - "Шоңҡар"ҙар төйәге. Шоңҡар журналы сайты. 21 май 2010 йыл(недоступная ссылка)
- Тырышһаң, барыһы ла була. Азамат ИСМӘҒИЛЕВ. Йәшлек гәзите. 18 июль 2009 2016 йыл 4 март архивланған.
- Килдеғолға ҡояш килтерҙек, йәки Ысын дуҫлыҡҡа тәбиғәт тә һөйөндө. Азамат ИСМӘҒИЛЕВ. Йәшлек гәзите. 26 май 2009 йыл 2019 йыл 24 май архивланған.
«Таң» Бөрйән районы гәзитендә Килдеғол ауылы
- Әкиәт ҡыҙы Азалия. 10.05.2011(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөрйән районының Килдеғол ауылы тирәһендәге ер-һыу атамаларын Миндеғолова Менәүәрә өләсәйҙән, Фәйзуллин Мөнир ағайҙан, Шәрәфуллина Ғәлимә инәйҙән, Билалова Кәримәнән инәйҙән яҙып алынды.
- Фотоларҙың авторы Нурзиля «Бөрйән һылыуҡайы» Баязитова
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность населения по населенным пунктам Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года: статистический бюллетень – Уфа: Башкортостанстат, 2012 – 153с., табл.
- ↑ "Налог Белешмәһе" системаһында Килдеғол ауылы
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады: Риүәйәттәр, легендалар. Икенсе том. — Өфө: "Китап", 1997.
- ↑ Арғыҙмала – муллыҡ байрамы. «Таң» Бөрйән районы гәзите. 30.05.2012. 2013 йыл 25 май архивланған.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |