Яңы Усман (Бөрйән районы)
Ауыл | |
Яңы Уҫман | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды | 34755 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Яңы Усман[1] (рус. Новоусманово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 414 кеше[2]. Почта индексы — 453580, ОКАТО коды — 80219809002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға 1786 йылдар тирәһендә әтектәр нигеҙ һалған. 1795 йылда унда 35 ир-егет һәм 33 ҡатын-ҡыҙ менән 13 йорт булған. Килешеү буйынса Ырғыҙлы йылғаһында Вознесенка баҡыр иретеү заводына китеүсе территорияла урынлашҡан була. 1814 йылда Әтек ауылынан 15 ғаилә яңы ауылға күсеп килә. 1878 йылда 37 йорт була, унда 115 ир-егет һәм 110 ҡатын-ҡыҙ йәшәй.
1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ике ауылды күрһәтә: Иҫке Усманда 27 йортта 162 кеше йәшәгән, Яңы Усманда 49 йорт була, уларҙа 262 кеше йәшәй. Иң юғары рухи вазифаны Сибай ауылынан килгән Әйүп Тәүәҙилов башҡара. Билдәле фамилияларҙы башлап ебәреүселәр - Үтәбай Әбдрәшитов, Урмантай Юлдашбаев, Туңғатар Ирғәлин, Ишҡужа Илбулов, Илназар Бүлтрүков.
Халыҡ башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 34 йортҡа 155 ат тура килгән, һыйырҙар — 101, һарыҡтар — 22, кәзәләр — 27 баш. Ғәҙәттә, ярым күсмә халыҡта һыйырҙар һаны аттар һанынан ҡалыша. Ауылдың 190 кешеһенә 1842 йылда ужым һәм яҙғы игендең дүрттән бер өлөшө (32 бот) сәселгән[3].
Ауылдың ике кешеһе — Яхья Кинйәбаев һәм Сәпей Аҡкөсөкөв — 1806—1807 йылдарҙа Франция менән һуғышта ҡатнашыусылар. Генерал М. И. Платов корпусындағы дүрт башҡорт полкының хәрби хәрәкәттәре Пруссия һәм Польша биләмәһендә булған. Был хаҡта 1810 йылда Петербургта һәм Лондонда сыҡҡан китаптарында Дон казагы П. Чуйкевич һәм инглиз офицеры Роберт Вильсон яҙған.
Икенсе һүҙҙәр буйынса, 1500 башҡорт дошманға ҡаршы һуғыш алып барған, улар "ҡорос шлем һәм тимер кейемдә" булған. Француз кавалерияһы менән көслө алышты тасуирлап, Р. Вильсон башҡорттарҙың "шәхси батырлығын" билдәләй, улар армияға килгәс тә, башҡа казактар менән бергә Аллер йылғаһы аша йөҙөп, француздарға ташлана.
1812 йылғы азатлыҡ һуғышында Наполеонға ҡаршы 15-се полкта ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән Яйыҡбай Яныбаев һәм Ишмырҙа Үтәғолов ҡатнаша[4].
Яңы Усманда егерменсе йылдарҙа 51, 1929—1940 йылдарҙа 35—38 хужалыҡ була. 1928 йылдың сентябрь – октябрь айҙарында 6-7 хужалыҡтан торған артель ойошторола. Унда иң ярлылар һәм етемдәр берләшә. Шул уҡ йылда комсомол ячейкаһы төҙөлә. Артель председателе лә, комсомол секретары ла Малабаев Муса була. Артель әкренләп ҙурая бара һәм 1936 йылда бөтәһе лә колхозға инеп бөтә[5].
Бөгөнгөһө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы Усманда төп мәктәп (Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.
2010 йылда Ҡолһарин Шәрифулла мәсет төҙөй. 2011 йылда икенсе «Хәлфетдин» мәсете асыла.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 262 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 164 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 200 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 316 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 390 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 414 | 215 | 199 | 51,9 | 48,1 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (100 %)[6].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Бетерә йылғаһы буйында, Артылыш тауы янында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 35 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Байғаҙы): 14 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 128 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зәки Вәлиди урамы (рус. улица Заки Валиди)
- Кусимов урамы (рус. улица Кусимова)
- Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
- Муса Мортазин урамы (рус. улица Мусы Муртазина)
- Бетерә урамы (рус. улица Бетеря)
- Генерал Шайморатов урамы (рус. улица генерала Шаймуратова)[7]
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты киҫкен континенталь. Июлдең уртаса температураһы +16 градус, ғинуарҙа -17 градус һалҡын. Йылына 650-700 миллиметр яуым-төшөм яуа.
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йылғалар
- Бетерә йылғаһы
- Турыйылға
- Ҡыҙыл балыҡ йылғаһы
- Быҙау баш йылғаһы
- Беләү йылғаһы
- Яйҡар йылғаһы
- Ялан-сабынлыҡтар
- Бешәле яланы
- Буҙбейә яланы
- Ҡормой яланы
- Артылыш яланы
- Эйәрташ яланы
- Ылаш яланы
- Суҡ муйыл яланы
- Тау-таштар
- Ҡаршы тау
- Артылыш тау
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишморатов Хәләф Хәлфетдин улы (2.02.1960) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Башлеспром» йәмғиәтенең директорҙар Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының беренсе, икенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004).
- Нурмөхәмәтов Әнүәр Әбүбәкер улы (9.05.1943—17.03.2009) — театр актёры, режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1983), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1980)[8].
- Мәзитов Шәфҡәт Әхмәтғәҙи улы (25 июль 1971 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020)
Видеофильмдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ревизия материалдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1834 йылда[9] Яңы Усман ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ дөрөҫө шулай икән
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 44. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Генеалогия и архивы . Дата обращения: 7 апрель 2011. Архивировано 14 май 2011 года.
- ↑ Яңы Усман ауылы тарихы
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
- ↑ Нурмухаметов Анвар Абубакирович
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1834 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 44. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Новоусманово
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |