Һарғая

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Һарғая
Һарғая
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

[[Башҡортостан]]

Муниципаль район

[[Бөрйән районы]]

Координаталар

53°20′42″ с. ш. 57°47′09″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 219 840 002

ОКТМО коды

80 619 440 106

Һарғая (Рәсәй)
Һарғая
Һарғая

Һарғая (рус. Саргая) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 146 кеше[1]. Почта индексы — 453592, ОКАТО коды — 80219840002.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Һарғая йылғаһының тамағы утарында урынлашҡан. Алыҫлығы:

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөрйән, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ һәм Түңгәүер волостары башҡорттары үҙҙәренең община ерҙәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында XVIII быуат аҙағында элекке утарҙарҙы ауылдарға әүерелдерә башлай. Ауылдар янында ла күпләп йәйләү, яҙлау, көҙләү урындары һәм утарҙар булған. Шуларҙың береһе Һарғая исемле ҡышлауҙары була, әммә утарға муллалар был урынға бик үк риза булып бармаған. Шулай ҙа йылдар буйы йәйләү, ҡышлау ғына булып ҡала килгән.

1927 йылда В. И. Ленин тарафынан тәбиғәт ҡурсаулығы итеп, Һарғая тау һырты, йылғаһы һәм Ҡағы һәм Үҙән башы йылғалары араһын Башҡорт дәүләт заповеднигы итергә тигән указға ҡул ҡуйыла.

Башҡортостан Халыҡ Комиссарҙары Советы 1929 йылдың 3 сентябрендә заповедник ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә һәм ул 1930 йылдың 11 июнендә эшләй башлай.

Урманға маралдар һәм башҡа йәнлектәр ебәрелә. Эшкә һөнәри белемле кешеләр саҡырыла. Утар урынына яңынан өйҙәр ҡалҡып сыға. Ауыл барлыҡҡа килә. 50‑се йылдарҙан алып ауыл хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә.

Ҡурсаулыҡта Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман белгесе Шәрәфетдинов Ирек Йосоп улы, профессор, биология фәндәре докторы Гордиюк Николай Михайлович[2], Мая Мөнир ҡыҙы Ишбирҙина, Вәсилә Әхәт ҡыҙы Яныбаева һәм башҡалар эшләй[3][4].

Һарғая ауылы Ҡолғана ауыл Советына ҡарай. Ауылда башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, бер магазин, ҡурсаулыҡтың тәбиғәт музейы, маралдар үрсетеү фермаһы бар.

Ауыл эргәһендәге ер-һыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һарғая йылғаһы үрендә Ҡолоҡая, Асыуҡая Һәм Һарғая (Һары ҡая исемле тау) урынлашҡан Һары, зәр — фарсы телендә алтын төҫтө аңлата.

Яланғас бейек асыҡ таулы ҡаялар ҡыҙғылт, һары төҫтәге мүк менән ҡапланғас, әллә ҡайҙарҙан һары, зәр төҫөнә мансылып күренә. Шуға ла тау Һары ҡая — «Һарғая» тип атала.

Был тирәлә батша осорнда уҡ кислохром сығарыла, әлеге көндә лә уның ҡул көсө менән башҡарылған шахталарына (Рәсәйҙә ике урында ғына) экскурсия яһарға була.

Һарғаяның биръяҡ яры бейек, ә икенсе яры, киреһенсә тәпәш. Аръяҡта — урман. Һарғая йылғаһы башында Ҡолоҡай тигән урын бар. Был урында ҡарағас ағастары күп. Элегерәк кеше ҡарағас һағыҙы йыйып кәсеп иткән.

Дейеү тауы, Ҡыраҡа, Асыу, Һарғая, Яманҡыр, Батыр ҡыры, Крак, Башһырт, Аҡынҡыраҡ,Ҡолаҡай һәм башҡа тауҙар Һарғая һыртын тәшкил итә[3].


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 134
1959 йыл 15 ғинуар 148
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 137
2002 йыл 9 октябрь 168
2010 йыл 14 октябрь 146 73 73 50,0 50,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауылда 100 % башҡорттар йәшәй (2002).

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урам исеме[5]:

  • Башарт урамы (рус.  улица Башарт)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Набережная)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)

Арҙаҡлы шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фотогалерия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]