Ырғыҙлы
Ырғыҙлы | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1756 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй![]() СССР |
Административ үҙәге | Ырғыҙлы ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ырғыҙлы ауыл советы |
Почта индексы | 453585 |
Урындағы телефон коды | 34755 |
![]() |
Ырғыҙлы (рус. Иргизлы) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 366 кеше[2]. Почта индексы — 453585, ОКАТО коды — 80219816001.
Ауылдың тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1773 йылдың октябрендә ауылға атаман Хлопуша етәкселегендә Пугачев ғәскәренең алдынғы отряды килә. Уларҙы ҡыҙыҡһындырғаны - ошо ауылда 1756 йылда граф Карл фон Сиверсон төҙөткән ете мейесле баҡыр иретеү заводы була. Хлопуша отрядының бер өлөшө заводты пушкаларҙан утҡа тотһа, икенсе яртыһы заводтың гарнизонын ҡамауға ала. Тиҙҙән бында "батша", йәғни 1,5 меңлек ғәскәре менән Пугачев үҙе килеп етә. Вознесенск заводында Пугачев ғәскәре 1774 йылдың апреленә тиклем тора, һуңынан улар тарафынан завод яндырыла. Үҙ ирке менән уларға ҡушылыусылар иҫәбенә ғәскәрен тулыландырған Пугачев Ағиҙел йылғаһының үр яғындараҡ урынлашҡан Әүжән-Петровск заводына юллана. Ғәскәр торған тауҙы, улар киткәс, башҡорттар "Бүгәс тауы" тип атай. Ауылдың көньяҡ-көнбайышындағы "Ҡара кеше" тип аталған тауҙың атамаһы ла 1773-75 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаһы менән бәйле. Пугачев ғәскәре Вознесенск заводына көнсығыштан килеп ингән була. Ә уларға ҡаршы ебәрелгән батша ғәскәренең каратель отряды ауылға көньяҡ-көнбайыштан яҡынлай һәм шул яҡтағы тау түбәһендә туҡтала, сөнки был бейеклектән завод тотошлайы менән күренеп тора. Карателдәр ҡара мундирҙа булғанлыҡтан, алыҫтан бөтә тау башы ҡап-ҡара булып күренә. Шунлыҡтан был тауға урындағы башҡорттар тарафынан "Ҡара кеше" тигән атама йәбешеп ҡала. Пугачевсылар һан буйынса өҫтөнлөк иткәнгә күрә, карателдәр уларға туранан-тура һөжүмгә күсергә батырсылыҡ итмәй. Шулай ҙа был урында пушканан атылған йәҙрә ярсыҡтары, мушкет штыктары һәм пугачевсыылар яғынан атылған уҡтар, уҡ остары йылдар үтһә лә, табыла тора.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 366 | 182 | 184 | 49,7 | 50,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 50 км Original file (1,600 × 1,200 pixels, file size: 222 KB, MIME type: image/jpeg)
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 195 км
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Исҡужин Рәмил Кәбир улы (5.03.1958), ғалим-хоҡуҡ белгесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2007—2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты. Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы (24.03.1974), дәүләт эшмәкәре, музыкант-пианист. 2012 йылдың ноябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2002) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2005).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ырғыҙлы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 март 2019)
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Ырғыҙлы Викидәреслектә |
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Ырғыҙлы Викимилектә |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |