Эстәлеккә күсергә

Исҡужин Рәмил Кәбир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исҡужин Рәмил Кәбир улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 5 март 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Ырғыҙлы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Федерация Советы ағзаһы[d] һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр кандидаты[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһы Федерация Советы һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының V саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Исҡужин Рәмил Кәбир улы Викимилектә

Исҡужин Рәмил Кәбир улы (5 март 1958 йыл) — ғалим-хоҡуҡ белгесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Юридик фәндәр кандидаты. Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Рәмил Кәбир улы Исҡужин 1958 йылдың 5 мартында Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында тыуған.

Урындағы урта мәктәптең 10-сы класын 1975 йылда тамамлағандан һуң, Өфө нефть институтына уҡырға инә, әммә атаһының вафатынан һуң уҡыуҙы ҡалдырырға тура килә. 1976—1978 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

«Юриспруденция» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетын (1984), Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (1995), РФ Генераль прокуратураһы квалификацияны күтәреү институтын (2005) тамамлаған.

  • 1978—1980 йылдарҙа — Бөрйән районының Ырғыҙлы урта мәктәбе уҡытыусыһы,
  • 1980—1984 йылдарҙа — Ырғыҙлы ауыл советы рәйесе,
  • 1984—1985 йылдарҙа — Күмертау район-ара прокурор ярҙамсыһы,
  • 1985 йылда — халыҡ депутаттарының Күмертау район Советы рәйесе урынбаҫары,
  • 1985—1994 йылдарҙа — Мәләүез район-ара прокуроры,
  • 1994—2000 йылдарҙа — Мәләүез район-ара прокуроры,
  • 2000—2002 йылдарҙа — Өфөнөң Совет районы прокуроры,
  • 2002—2006 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы прокуроры урынбаҫары.

Рәмил Кәбир улы 2006—2008 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының Федерация советы ағзаһы була, 2007—2011 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының Федераль йыйылышының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Конституция ҡануниәте һәм дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.

2012 йылдан Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры.

2016—2019 йылдарҙа Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе[1].

Юридик фәндәр кандидаты. «Наркотиктың законһыҙ әйләнешен иҫкәртеү: Башҡортостан Республикаһы миҫалында» темаһына диссертацияһын 2001 йылда яҡлай (фәнни етәксеһе — фән докторы, профессор И. И. Сыдорук).

Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почетлы хеҙмәткәре;
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы;
  • «Парламентаризм үҫешенә ҡаҙаныштары өсөн» Рәсәй федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының почёт билдәһе;
  • Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы Почёт грамотаһы;
  • Салауат Юлаев ордены.