Мәрҙәншин Рафаэль Мирхәтим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рафаэль Мирхәтим улы Мәрҙәншин
Рафаэль Мирхәтим улы Мәрҙәншин
 
Тыуған: 24 декабрь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (57 йәш)
Башҡорт АССР-ы Октябрьский ҡалаһы
Ҡатыны: Мәрҙәншина Земфира Фаил ҡыҙы
Балалары: улы, ҡыҙы
Партия: Берҙәм Рәсәй
 
Наградалары:
Ҡалып:Медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР»

Мәрҙәншин Рафаэль Мирхәтим улы (24 декабрь 1961, Октябрьский, Башҡорт АССР-ы) — 3-сө төбәк төркөмөнән (Башҡортостан Республикаһы) Дәүләт Думаһы депутаты. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы. Дәүләт Думаһының дәүләт ҡоролошо һәм ҡануниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфө нефть институтын — «инженер-механик», шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын «менеджер — дәүләт һәм муниципаль идара» һөнәре буйынса тамамлаған.

1981 — 1989 йылдарҙа Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән һуң Рәсәй-Литва берлектәге предприятиеһында директор урынбаҫары, һуңынан директор, «Тяжтрансмаш производство берекмәһе» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Мәскәү офисында етәксе булып эшләй. 1995 йылдан эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. 2015 йылда Ррәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын (РАНХиГС) юриспруденция һөнәре буйынса тамамлай.

Йәмәғәт һәм депутат эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1998-2003 — «Октябрьский ҡалаһы эшҡыуарҙар союзы» рәйесе.
  • 1999-2003 — Октябрьский ҡала советы депутаты.
  • 2003-2008 — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
  • 2005-2007 — Рәсәй Федерацияһының төбәк үҫеше министры ҡарамағындағы Торлаҡ сәйәсәте буйынса Йәмәғәт советы ағзаһы.
  • 2006-2017 — «Эшлекле Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе.
  • 2013-2016 — эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын боҙоуҙы бөтөрөү менән бәйле суд ҡарарҙарын башҡарыу өлкәһендәге мәсьәләләр буйынса йәмәғәт омбудсмены.
  • 2013-2017 — «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Уңайлы хоҡуҡи мөхит» партия проекты координаторы[1].
  • 2000 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы советы һәм президиумы ағзаһы.
  • 2011 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы коррупцияға ҡаршы тороу буйынса совет ағзаһы.
  • 2011 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса советы ағзаһы.
  • 2011 йылдан — Рәсәй Федерацияһының VI һәм VII саҡырылыш Дддәүләт Думаһы депутаты.
  • 2013 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Коррупцияға ҡаршы эш итеү граждандар йәмғиәте структуралары менән бәйләнеш буйынса совет президиумының эш төркөмө ағзаһы[2].
  • 2016 йылдан — «Берҙәм Рәсәй» партияһының Үҙәк Контроль комиссияһы ағзаһы.
  • 2016 йылдан — Дәүләт Думаһының дәүләт ҡоролошоһәм ҡануниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.
  • 2016 йылдан — Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте ҡарамағындағы банкротлыҡ тураһындағы ҡануниәтте ҡулланыу тәжрибәһен камиллаштырыу буйынса Эксперт советы ағза?ы.
  • 2017 йылдан — Стратегик Башланғыстар Агентлығының эксперт советы ағзаһы.

Закондар сығарыу эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Милке һәм килеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, 2011 йылда Мәрҙәншиндың тулайым ғаилә килеме 19,67 миллион һум тәшкил итә. Уның ҡатыны менән бергә 39,6 сутый ере, торлаҡ йорто, фатиры, офисы һәм сауҙа бинаһы бар[3].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәхмәт Хаты, 2017 йыл;
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Маҡтау ҡағыҙы, 2016 йыл;
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙы, 2016 йыл;
  • Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Маҡтау билдәһе, 2015 йыл;
  • Башҡортостан Республикаһы Башлығының Маҡтау ҡағыҙы, 2015 йыл;
  • Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтен һәм парламентаризмын үҫтереүгә индергән ҙур өлөш өсөн Рәсәй Федерацияһының Маҡтау ҡағыҙы, 2013 йыл;
  • Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы Рәйесенең Рәхмәт хаты, 2012 йыл;
  • Рәсәй Федерацияһының ФССП миҙалы;
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл» юбилей миҙалы;
  • Дипломдар һәм маҡтау ҡағыҙҙары.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]