Бикбаев Илдар Зиннур улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бикбаев Илдар Зиннур улы
Рәсем
Заты ир-ат
Тыуған көнө 15 февраль 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Иглин районы, Урман ҡасабаһы
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы медаль «За воинскую доблесть» медаль «За отличие в воинской службе»
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университеты[d]
Commons-logo.svg Бикбаев Илдар Зиннур улы Викимилектә

Бикбаев Илдар Зиннур улы (15 февраль 1959 йыл) — «Берҙәм Рәсәй» партияһынан VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы эҙәрмәндәр отрядтарының республика йәмәғәт фонды советы рәйесе, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк штабы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илдар Зиннур улы Бикбаев 1959 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ының Иглин районы Урман хәрби ҡаласығында хәрби хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған.

1974 йылдан 1980 йылға тиклем Өфө һығылмалы валдар заводында төрлө эштәрҙә эшләй.

1980 йылда Мәскәү ҡалаһында Ленин орденлы Үҙәк дәүләт физик культура институтын «физик культура һәм спорт» һөнәре буйынса тамамлай.

1980—1983 йылдарҙа ошо институтта «физик культура һәм спорт» һөнәре буйынса биомеханика бүлегенең Проблемалы лаборатория аспиранты.

1981—1983 йылдарҙа И. А. Семашко исемендәге Мәскәү медицина стоматология институтында уҡытыусы.

1985—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында өлкән уҡытыусы.

2002 йылдан — Башҡортостан Республикаһы эҙәрмәндәр отрядтарының төбәк йәмәғәт фонды советы рәйесе.

2009 йылдан алып 2013 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһының I һәм II состав Йәмәғәт палатаһы составына инә.

2013 йылдың 22 мартында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең указы менән Илдар Бикбаевты Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе итеп тәғәйенләне[1]

2014 йылдың 22 июнендә «Рәсәй патриоттары» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Бикбаев Илдарҙы Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидат итеп күрһәтә[2]. 2014 йылдың 18 июлендә Бикбаев кандидаттарҙан беренсе булып муниципаль фильтр үтә һәм Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһына үҙенә ярҙамға 479 депутат ҡултамғаһын тапшыра[3]. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Президентын һайлауҙа еңеү яулаған «Берҙәм Рәсәй» партияһының кандидаты Рөстәм Хәмитов 81,71 % тауыш йыйҙы, ә Илдар Бикбаев 2,62 процент тауыш йыйған[4].

2015 йылдан — Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы.

2016 йылдың сентябрендә Благовещен бер мандатлы 4-се һайлау округы буйынса Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана. Дәүләт Думаһының бюджет һәм һалымдар буйынса комитет ағзаһы.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн» орден миҙалы
  • 1 дәрәжә «Өлгөлө хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
  • 1 дәрәжә «Хәрби ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы
  • 2-се дәрәжә «Хәрби ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре
  • СССР мәҙәниәт министры грамоталары
  • Башҡортостан Республикаһы Президентының Почёт грамоталары
  • Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы миҙалдары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

https://www.facebook.com/profile.php?id=100011502665028 https://vk.com/bikbaev59 https://ok.ru/profile/202657128