Хәмитов Рөстәм Зәки улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Хәмитов Рөстәм Зәки улы
Хәмитов Рөстәм Зәки улы
Флаг
2-се етәксе: Башҡортостан Республикаһы Башлығы
Флаг
19 июль 2010
Хөкүмәт башлығы: Үҙе (2010—2011)

Илембәтов Азамат Фәттәх улы (2011—2012)
Үҙе (2012—2015)
Мәрҙәнов Рөстәм Хәбиб улы (2015-әләге ваҡыт)

Алда килеүсе: Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы
Флаг
8-се етәксе: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры
6 август 2012 — 26 ноябрь 2015
Президент: үҙе
Алда килеүсе: Илембәтов Азамат Фәттәх улы
Һуңыраҡ килеүсе: Мәрҙәнов Рөстәм Хәбиб улы
Флаг
6-се етәксе: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры
20 июль 2010 — 19 май 2011
Президент: үҙе
Алда килеүсе: Сарбаев Раил Сәлих улы
Һуңыраҡ килеүсе: Илембәтов Азамат Фәттәх улы
Флаг
1-се етәксе: Һыу ресурстар буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе
22 март 2004 — 20 май 2009
Хөкүмәт башлығы: Зубков Виктор Алексеевич
Путин Владимир Владимирович
Президент: Путин Владимир Владимирович
Медведев Дмитрий Анатольевич
Һуңыраҡ килеүсе: Марина Валерьевна Селиверстова
 
Партия: Берҙәм Рәсәй
Белеме: Н. Э. Бауман ис. Мәскәү дәүләт техник университеты
Фәнни дәрәжәһе: техник фәндәр докторы
Һөнәре: инженер-механик
Дине: сөнниселек[d]
Тыуған: 18 август 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (63 йәш)
Драченино ауылы, Ленинск-Кузнецкий районы, Кемерово өлкәһе, СССР
Атаһы: Зәки Сәлим улы (1930—1993)
Әсәһе: Рәйсә Синиәтулла ҡыҙы
Ҡатыны: Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы
Балалары: Камил, Нурия
 
Наградалары:
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы

Рөстәм Зәки улы Хәмитов (18 август 1954 йыл) — Рәсәй сәйәсәтсеһе һәм дәүләт хеҙмәткәре, 2010 йылдың 19 июленән — Башҡортостан Республикаһы Президенты[1]. 2015 йылдың 1 ғинуарынан — Башҡортостан Республикаһы Башлығы. Техник фәндәр докторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәмитов Рөстәм Зәки улы 1954 йылдың 18 авгусында Кемерово өлкәһе Драченино ауылында тыуған[2]. Милләте буйынса үҙен башҡорт тип таный[3][4][5], туған теле — башҡорт теле, урыҫ телен юғары кимәлдә ҡуллана, инглиз телендә иркен аралаша ала[6].

Атаһы — Хәмитов Зәки Сәлим улы Башҡорт АССР-ының Балтас районы Штәнде ауылында тыуған.

1973—1980 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (1993 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты) «Машиналар ремонтлау» кафедраһы мөдире, ауыл хужалығын механизациялау факультеты деканы булып эшләне.

Әcәһе — Рәйсә Ғиниәтулла ҡыҙы ғүмер буйы математика уҡытыусы булды, хәҙер хаҡлы ялда. Ҡустыһы Рәшит Өфөлә водитель булып эшләй.

Бала сағында, 1969 йылда мәктәптә уҡығанда, Саксонияла экскурсияла була[7].

Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1971 йылда Өфө ҡалаһының 115-се урта мәктәбен тамамлай.
  • 1977 йылда Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһенда (хәҙер Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты) «инженер-механик» һөнәре ала.

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә башлай.

2015 йылдың 30 ноябрендә Рәсәй Президенты указына ярашлы Рөстәм Хәмитов Александр Невский ордены менән бүләкләнде[9].

ҒаиләҺе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән, ике балаҺы бар. Ҡатыны — Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы, һөнәре буйынса табип. Улы — Камил Хәмитов. Ҡыҙы — Нурия Хәмитова. Балалары Мәскәүҙә йәшәй.[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]