Эстәлеккә күсергә

Ураҙбаев Насир Рафиҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Насир Рафиҡ улы Ураҙбаев
Насир Рафиҡ улы Ураҙбаев
Флаг
Флаг
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәисе
1946 йыл — 1951 йыл
Алдан килеүсе: Шаһимарҙанов Фазыл Вәлиәхмәт улы
Дауамсы: Нәбиуллин Вәли Ғәби улы
 
Тыуған: 3 апрель 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы )Үтәк ауылы
Үлгән: 31 ғинуар 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (78 йәш)
Өфө, Башҡорт АССР-ы
Партия: КПСС
Белеме: Архангельск дәүләт техник университеты[d]
 
Наградалары:
Ленин ордены — 1944 Ленин ордены — 1949 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1943 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1948

Ураҙбаев Насир Рафиҡ улы (3 апрель 1902 йыл31 ғинуар 1981 йыл) — партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1941—1946 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары, 1946—1951 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе. 1951 йылдан СССР урман һәм ҡағыҙ сәнәғәте министры урынбаҫары, 1953 йылдан — Урман сәнәғәте министрлығының идаралыҡ начальнигы; 1955—1962 йылдарҙа «Башлес» ағас әҙерләү комбинаты начальнигы. СССР-ҙың дүртенсе, РСФСР-ҙың икенсе һәм Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1962). Ике Ленин (1944, 1949) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1948) ордены кавалеры.

Насир Рафиҡ улы Ураҙбаев 1902 йылда Өфө губернаһының Үтәк ауылында крәҫтиән Рафиҡ Вәхит улы Ураҙбаев ғаиләһендә тыуған. 1919 йылда Ҡарамыш өйәҙ башҡарма комитетында эш башҡарыусы булып хеҙмәт юлын башлай, аҙаҡ сәркәтип, өйәҙ үҙ-ара ярҙам комитеты рәисе, Красноусольск районының Яңғыҙ ҡайын ауылында волисполком президиумы сәркәтибе, Стәрлетамаҡ китап сауҙаһы ваҡытлы матбуғат бүлеге етәксеһе. 1925 йылда Насир Рафиҡ улы Өфө урман техникумына уҡырға инә, техникумды тамамлағас урман хужалығы мөдире, Йылайыр леспромхозы директоры, «Южураллес» тресында инспектор һәм инспекция етәксеһе булып эшләй. Н. Р. Ураҙбаев 1933 йылда Бөрйән леспромхозы директоры итеп тәғәйенләнә. 1935 йылда Насир Рафиҡ улы В. В. Куйбышев исемендәге Архангель сәнәғәт академияһына уҡырға инә. 1939 йылда академияны инженер-технолог һөнәре буйынса бик яҡшы билдәгә тамамлай, БАССР-ҙың урман сәнәғәте баш инженеры, нарком урынбаҫары булып эшләй. 1941 йылда ВКП(б)-ның урман сәнәғәте буйынса Башҡортостан обкомы сәркәтибе булып һайлана, ә 1943 йылда — партия обкомының өсөнсө сәркәтибе. 1946 йылдан алып 1951 йылға тиклем Н. Р. Ураҙбаев Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәисе булып эшләй.

1951 йылда уны Мәскәүгә күсерәләр. Мәскәүҙә ул СССР урман хужалығы министры урынбаҫары, аҙаҡ СССР урман хужалығы Министерствоһының ағас сеймалы базаһы идаралығының етәксеһе була.

1955 йылдан алып 1962 йылда пенсияға киткәнсе Насир Рафиҡ улы «Башлес» ағас әҙерләү комбинаты етәксеһе булып эшләй..

Н. Р. Ураҙбаев СССР-ҙың дүртенсе, РСФСР-ҙың икенсе һәм Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советтары депутаты итеп һайлана

1981 йылдың 31 ғинуарында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ике Ленин ордены,
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • миҙалдар.
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.

Улы Ураҙбаев Булат Насир улы (1949—2011) — тележурналист, матбуғат эшмәкәре, сәйәсмән.

Өфөлә Н. Р. Ураҙбаев йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, ә тыуған ауылында мәктәп уның исемен йөрөтә.