Эстәлеккә күсергә

Үтәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Үтәк
рус. Утяково
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ғафури

Ауыл советы

Үтәк

Координаталар

53°43′38″ с. ш. 56°25′51″ в. д.HGЯO

Халҡы

567[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453053

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 221 843 001

ОКТМО коды

80 621 443 101

ГКГН номеры

0523443

Үтәк (Рәсәй)
Үтәк
Үтәк
Үтәк (Башҡортостан Республикаһы)
Үтәк

Үтәк, икенсе исеме Үрге Әрмет (рус. Утяково) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 567 кеше[2]. Почта индексы — 453053, ОКАТО коды — 80221843001. ИФНС коды 0268.

Ауыл 1734 йылда тархан исемен алған һәм, башҡа төрлө эштәренән азат итеп, мәжбүри хәрби хеҙмәткә тәғәйенләнгән башҡорт Үтәк Назаровтың исемен йөрөтә. Уның Ғәлиулла исемле улы һәм Ғәлиәкбәр һәм Яҡуп исемле ейәндәренең булыуы билдәле[3].

XVIII быуаттың 70-се йылдарында ауылда төрлө милләт кешеһе йәшәй. Башҡорттарҙан тыш унда яһаҡ татарҙары Иманғол Мәмәҙилин, Һатлыҡ Дәүләтов, Муллағол Азатов, Һултый Һабаев, Ишмөхәмәт Исаевтар керҙәштәр булараҡ йәшәй. Уларҙы Әрмет ауылының аҫаба башҡорттары үҙ ерҙәренә индергән була. 1834 йылда Үтәктәге 25 ихатала 152 аҫаба башҡорт, 55 йортта 330 типтәр йәшәй[3].

1897 йылғы рәүиздә 318 йортта 938 ир-ат, 884 ҡатын-ҡыҙҙың йәшәүе теркәлә. Ә 1902 йылда башҡорт ир-аты 128 кеше һәм 312 типтәр ир-аты була. 1907 йылдан алып 1920 йылға тиклем ауыл территориаль яҡтан икегә бүленә тип әйтергә мөмкин: башҡорттар бер урындараҡ, типтәрҙәр икенсе урындараҡ төпләнеп йәшәй[3].

Беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу 1-се Үтәктәге 164 ихатала 800 аҫаба башҡорт, 2-се Үтәктә 319 йортта 1 мең 553 типтәр йәшәүе теркәлә. Биш йылдан 1-се Үтәктә 140, 2-се Үтәктә 273 крәҫтиән хужалығы булыуы иҫәпкә алына. Аҙаҡ был ике ауыл бергә ҡушыла[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 567 262 305 46,2 53,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Буденный (урамы) (рус. Буденного ( улица ))
  • Ишемов (урамы) (рус. Ишимова ( улица ))
  • Келәт (урамы) (рус. Кладовая ( улица ))
  • Тау аҫты (урамы) (рус. Подгорная ( улица ))
  • Йылға (урамы) (рус. Речная ( улица ))
  • Баҡса (урамы) (рус. Садовая ( улица ))
  • Совет (урамы) (рус. Советская ( улица ))
  • Чапаев (урамы) (рус. Чапаева ( улица ))
  • Шишмә (урамы) (рус. Чишминская ( улица ))
  • 2-се Шишмә (урамы) (рус. Чишминская 2-я ( улица ))
  • Чкалов (урамы) (рус. Чкалова ( улица ))
  • Мәктәп (урамы) (рус. Школьная ( улица )) ( улица )

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]