Эстәлеккә күсергә

Яңғыҙҡайын

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңғыҙҡайын
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Яңғыҙҡайын ауыл Советы[1]
Административ-территориаль берәмек Яңғыҙҡайын ауыл Советы
Халыҡ һаны 994 кеше (2002)[2],
1027 кеше (2009)[2],
888 кеше (2010)[3]
Почта индексы 453073
Карта

Яңғыҙҡайын (рус. Янгискаин) — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районындағы Юрматы ырыуы башҡорттары ауылы. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 888 кеше булған[4]. Почта индексы — 453073, ОКАТО коды — 80221846001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 888 424 464 47,7 52,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауылға нигеҙ VIII быуаттың 30-сы йылдарында Юрматы ырыуының Ҡармыш түбәһе башҡорттары тарафынан һалына. 1795 йылғы рәүиздә 35 башҡорттоң йәшәүе теркәлә. 1747, 1749, 1804, 1811 йылдарҙа башҡорттар ерһеҙ башҡорттарға — типтәрҙәргә ерҙәренең бер өлөшөн бүлеп бирә. Ауыл халҡының һаны 129-ға (78 ир-егет һәм 51 ҡатын-ҡыҙ) етә. Шул ваҡыттарҙа 12 йыл йәшәргә рөхсәт алып, мишәрҙәр керҙәш булараҡ килеп төпләнә: 13 ихатала 32 ир-егет һәм 25 ҡатын-ҡыҙ. 1747 йылда мишәрҙәрҙең бер өлөшө, башҡорттарҙан ер һатып алып, ер хужалары булып китә. XVIII быуат аҙағына мишәрҙәр һаны 13 ихатала 98-гә етә. 1816 йылғы рәүиздә 9 башҡорт ихатаһында 53 кеше (26 ир-егет һәм 27 ҡатын-ҡыҙ) йәшәй. 1813 йылда 2 башҡорт ихатаһы Туғай ауылына күсенә. 35 мишәр ихатаһында 195 кеше йәшәй[5].

Ауылдың мишәрҙәр йәшәгән өлөшөндә түбәндәге вазифалы кешеләрҙең йәшәүе лә иҫәпкә алына: йорт старштнаһы Әлиулла Рафиҡов (35 йәштә), десятник Рәхмәтулла Мәсәғүтов. Был рәүиздә ауылда йәшәгән ике типтәр төркөмө лә билдәләп үтелә: 1-се төркөмдә 5 ихата (19 типтәр), 2-се төркөмдә 30 ихата (205 типтәр).

XIX быуат уртаһында ауылда 168 аҫаба башҡорт, ергә хоҡуҡтары бөтөрөлгән башҡорттарҙан 32 типтәр йәшәүе билдәле. Дөйөм алғанда типтәрҙәр һаны 540-ҡа етә, улар араһына мишәрҙәр ҙә индерелә. Бөтәһе 210 йорт була[5].

1773 — 1773 йылғы Крәҫтиән һуғышында Яңғыҙҡайын ауылының ир-егеттәре әүҙем ҡатнаша. 68 яугирҙең исем-шәрифтәре билдәле. Ауыл халҡы 1812 йылдағы Ватан һуғышына ла байтаҡ ир-егеттәрен оҙата. Әбделлатиф Кинйәғолов 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны тип таныла.

1920 йылда ауылдағы 574 йортта 1420 ир-егет һәм 1567 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе теркәлә. Уларҙың милләттәре башҡорт һәм типтәр тип яҙыла[5].

  • Әсфәндийәров ( урамы ) (рус. Асфандиярова (улица))
  • Әхмәтйәнов ( урамы ) (рус. Ахметзянова (улица) )
  • Баҡыев ( урамы ) (рус. Бакиева (улица))
  • Яр буйы (урамы) (рус. Береговая (улица))
  • Көнсығыш ( урамы ) (рус. Восточная (улица))
  • Көнбайыш ( урамы ) (рус. Западная (улица))
  • Егән ( урамы ) (рус. Зиган (улица))
  • Егән ( тыҡырығы ) (рус. Зиган (переулок))
  • Кәшфулла Йәнбәков ( урамы ) (рус. Кашфуллы Янбекова (улица))
  • Колзоз ( урамы ) (рус. Колхозная (улица))
  • Тимерлек ( урамы )(рус. Кузнечная (улица))
  • Ҡыҙыл Яр ( урамы ) (рус. Кызыл Яр (улица))
  • Болон ( урамы ) (рус. Луговая (улица))
  • Механизаторҙар ( урамы ) (рус. Механизаторов (улица))
  • Йәштәр ( урамы )(рус. Молодежная (улица))
  • Партизан ( урамы ) (рус. Партизанская (улица))
  • Писяев ( урамы ) (рус. Писяева (улица))
  • Ялан ( урамы )(рус. Полевая (улица))
  • Баҡса ( улица ) (рус. Садовая (улица))
  • Совет ( урамы ) (рус. Советская (улица))
  • Социалистик (урамы) (рус. Социалистическая (улица))
  • Урал ( урамы ) (рус. Урал (улица))
  • Чапаев ( урамы ) (рус. Чапаева (улица))
  • Шишмә ( урамы ) (рус. Чишмы (улица))
  • Мәктәп ( урамы ) (рус. Школьная (улица))

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]